«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
+  - 

Яңы йылда Өфө ҡала хакимиәтендәге тәүге оператив кәңәшмә, нигеҙҙә, байрам көндәрендә уҙған сараларға һәм ҡала хеҙмәттәренең эшенә йомғаҡ яһауға ҡайтып ҡалды. "Вьюговей-2019" фестивале хаҡында Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Исламетдин Мәмбәтов сығыш яһаһа, ҡала хеҙмәттәренең эше тураһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова таныштырҙы. Шулай уҡ былтыр көн ҡаҙағына сығарылған мәсьәләләр буйынса ла яуаплылар яуап тотто.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, Финанс идаралығы начальнигы Гөлнара Вәлиева йыл башында мотлаҡ атҡарылырға тейешле эштәр тураһында йыйылыусыларҙың тағы бер тапҡыр хәтеренә төшөрҙө. Йәғни муниципаль заданиеларҙы үтәүгә тотонолған сығымдарҙы ваҡытында финанслау маҡсатында автономиялы һәм бюджет учреждениеларының финанс эшмәкәрлеге планы раҫланырға һәм билдәле ваҡытта рәсми сайтта урынлаштырылырға тейеш. Шулай уҡ барлыҡ бюджет йөкләмәләре иҫәпкә алыныуы мотлаҡ. Әгәр инде ошо эштәр эшләнмәһә, ойошмаларҙы финанслау мөмкин булмаясаҡ. Әлбиттә, эш хаҡы позицияһы финансланасаҡ, әммә башҡа позициялар буйынса тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал.
Яңы йылдан төрлө закондар, ҡарарҙар көсөнә инә, уларҙың ҡайһыларын халыҡ хатта ишетеп, аңлап та өлгөрмәй. Йыл башынан индерелгән шундай яңылыҡтарҙың береһе - ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын, йәғни, ябайлаштырып әйтһәк, сүп-сарҙы махсус хеҙмәттәрҙең йыйыуы һәм уның өсөн ҡала халҡының ғына түгел, хатта төпкөл ауыл халҡының да аҡса түләргә тейешлеге. Кәңәшмәлә был төп мәсьәлә булып торҙо тиергә лә мөмкин.
"Ҡаланы таҙартыу буйынса махсуслаштырылған автомобиль хужалығы" МУП-ы директоры Айрат Әхмәтов белдереүенсә, 1 ғинуарҙан республиканың үҙәк өлөшө, шул иҫәптән Өфө ҡалаһы һәм тағы ла 14 муниципаль район ингән беренсе зонала төбәк операторы эш башлаған. 1-8 ғинуарҙа зонала 67 махсус техника эшләгән һәм 23700 кубометр сүп-сар сығарылған.Ҡайһы бер райондарҙа был эш 2 ғинуарҙа башланғанлыҡтан, уларҙа контейнерҙар тулып, сүп-сар ситкә лә өйөлөп киткән, әммә улар артабанғы ике көндә тулыһынса таҙартылған. Бындай күренештәр Жилин, Жуков, Иглин ҡасабаларында күҙәтелгән. Сүп-сарҙы ваҡытында ташып бөтөү өсөн өҫтәмә техника бүленгән, Аҡбирҙе ауылында өҫтәмә контейнерҙар урынлаштырылған. Баш ҡалала байрам көндәрендә 102 берәмек техника йәлеп ителгән, барлығы 58 мең кубометр ҡый сығарылған. Уҙған йылдың 31 декабрендә һәм яңы йылдың беренсе көнөндә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү күләме 15-20 процентҡа артыуын иҫәпкә алып, ҡаланың ҙур майҙандарына өҫтәмә бункерҙар ҡуйылған. Шуға ҡарамаҫтан, айырым майҙансыҡтарҙа тулы контейнерҙарға техника яҡын килә алмау һәм эште ҡулдан башҡарыу һөҙөмтәһендә, маршруттарҙың ваҡыттан тайпылыу осраҡтары ла теркәлгән.
Әйткәндәй, "Ҡаланы таҙартыу буйынса махсуслаштырылған автомобиль хужалығы" МУП-ында хәҙер көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем колл-үҙәк эшләй, граждандар унда шылтыратып, ТКО буйынса һорауҙарын бирә ала. Раштыуа каникулдары ваҡытында барлығы 72 шылтыратыу булған һәм уларҙың һәр ҡайһыһы буйынса сара күрелгән. "Төбәк операторының байрам көндәрендәге эшен анализлап, шуны әйтергә була, - тине Айрат Әнүәр улы. - Беҙгә өҫтәмә техника кәрәк. Шулай уҡ булған автопаркты яңыртыу талап ителә, сөнки ул 70,1 процентҡа иҫкергән. Баҡса миҙгеле етеүгә баҡса участкаларында, шулай уҡ ауылдарға контейнерҙар ҡуйырға, контейнер майҙансыҡтарын модернизацияларға кәрәк". Кемгә нисектер, әммә сығыш яһаусыны тыңлағандан һуң, яңы реформаға халыҡ ҡына түгел, власть үҙе лә, уны тормошҡа ашырырға тейешле ойошмалар ҙа әҙер булмай сыҡты, тигән фекер ҡалды. Ярай, ҡалала контейнер майҙансыҡтары ла, техника ла бар һәм сүп-сар түгеү элек-электән башҡарылып килә. Әммә оператор ҡарамағына ингән зоналарҙағы ауылдарҙа контейнерҙарҙың эҙе лә күренмәй әле. Ҡыҫҡаһы, һорауҙар ҡала.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.19 | Ҡаралған: 661

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru