«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КАТАЛОН АТЛАСЫНДА МӘСКӘҮ ЮҠ, Ә БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ БАР
+  - 

Баш ҡалабыҙҙа Нияз Мәжитов иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән Халыҡ-ара фәнни симпозиумға "Боронғо Өфө" республика тарихи ҡурсаулығы музейы саҡырыуы буйынса Санкт-Петербург ҡалаһынан тарихсы-картограф Александр Григорьевич Юрченко ла килгәйне. Александр Григорьевич тикшеренеүсе, сәйәхәтсе, урта быуаттар яҙыуҙарын уҡый белеүсе генә түгел, боронғо карталар белгесе лә. Беҙҙең сараға ул 1375 йылда төҙөлгән Каталон картаһын алып килгәйне. Картала "Башҡорт" тип билдәләнгән ҡала ла бар. Тарихсы ауыҙынан ишеткән мәғлүмәттәрҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорт ҡалаһы тураһында ниндәй мәғлүмәттәр бар картала? Ғөмүмән, ҡала Өфө ҡалаһы аҫтында табылған Өфө-II ҡаласығына тап киләме?

- Миңә Н. А. Мәжитов менән В.А.Ивановтың дискуссияһы билдәле. Был бәхәс ҡыҫҡаса ошоға ҡайтып ҡалғайны: Өфө-II ҡаласығын Урта быуаттағы Башҡорт ҡалаһы итеп ҡарау нигеҙлеме? Ғалимдарҙың дәлилдәре археологик материалдарға ғына нигеҙләнә. Каталон картаһына улар ссылка ғына яһай. Йәғни, картаның төп нөсхәһе менән уларҙың икеһе лә таныш түгел. Тимәк, был тикшеренеүҙә атлас айырым һәм үҙаллы тарихи нигеҙ итеп алынмаған. Шунлыҡтан был тәңгәлдә картаның төп нөсхәһенә мөрәжәғәт итеп, Башҡорт ҡалаһына картографик һүрәтләмә биреү мотлаҡ.
Атласта Башҡорт ҡалаһы Булғарҙан төньяҡҡа - Себер ҡалаһына тиклем барған сауҙа сылбырында төшөрөлгән. Иҙел йылғаһы буйында биш ҡала бар. Уларҙың атамалары ошолай теркәлә: Jornan, Ciutat de Marmorea, Pascherti, Fachatim, Sebur. Һуңғы яҙыу эргәһенә "Себер тауҙарында бөйөк Едил/Иҙел йылғаһы тыуа" тигән аңлатма ла бирелә. Әммә был ҡалаларҙың береһенең дә ултырған урыны атап ҡына күрһәтелмәгән. Улар Иҙел йылғаһы буйында - шул ғына. Фәнни проблема бына ошонда ла: Алтын Урҙаның Каталон картаһында билдәләнгән ҡалалары бөгөнгө археологик ҡаҙылмаларға тап килеп етмәй. Шул уҡ ваҡытта тура килгәндәре лә бар. Ошо сәбәпле бәхәстәр ҡуба ла инде. Башҡорт ҡалаһы ла шундайҙарҙың береһе. Әммә бында ситуацияға киң ҡараш булдырғанда, йомаҡты сисергә була.
Картала Мәскәү ҡалаһы юҡ, йәки башҡа ул ваҡытта инде киң билдәлелек алған ҡалалар ҙа юҡ. Ә Башҡорт ҡалаһы бар. Бында һүҙ Түбәнге Волга һәм Урал араһындағы сауҙа бәйләнештәре хаҡында бара булырға тейеш. Был юл аша Яҡын Көнсығыш, Фарсы, Ҡытай илдәренә йәнлек тиреләре (мех) сығарылған. Ҡиммәтле тиреләр дипломатик бүләк урынына файҙаланылған. Йылы яҡ ханлыҡтары һәм һарай вәкилдәре ҡиммәтле тиреләрҙе бик юғары баһалаған һәм күпләп һатып алған. Сауҙагәрҙәр был тиреләрҙе алып килеү юлдарын эҙләгән. Был хәл, әлбиттә, ҙур конкурентлыҡ та тыуҙырған. Тире алып килеү юлдарын белеүселәр һирәк кенә булған һәм был мәғлүмәт сер итеп һаҡланған.
Башҡорт ҡалаһы Венеция оҫталары Франциска менән Доминик Пицигани портоландарында ғына бар (портолан - диңгеҙ капитандары өсөн яһалған карта). Башҡа баҫмаларҙа был ҡала төшөрөлмәгән. Тимәк, Башҡорт ҡалаһы төшөрөлгән карталар тире менән сауҙа итеү өлкәһендәге иң серле, иң дөрөҫ карталар булып иҫәпләнгән. Каталон картаһында ла шулай уҡ бары тик сауҙа юлына кәрәкле булған мөһим пункттар ғына билдәләнә. Илдәрҙең эсенә, төпкә инеп киткән һүрәтләнештәр юҡ. Һиндостанда ла, Алтын Урҙа ерҙәрендә лә, Уйғыр оазистарында ла, шулай уҡ Иҙел буйында ла бары тик эре һыу ятҡылығы юлындағы ҡалалар ғына билдәләнгән. Был - Болғарҙан Себергә алып барған сауҙа юлы.
Шулай итеп, Каталон картаһы - ул донъя менән идара итеү картаһы. Был атласты заказ биреп эшләтеүселәр иҡтисад өлкәһендә ҙур урын тотҡан кешеләр булырға тейеш. Әммә улар картаны оҫтанан ни сәбәп менәндер килеп алмаған. Быны шул йылдарҙа ҡырғын булып, халыҡты ҡырған чума эпидемияһы менән дә аңлатырға була. Атластың тулыһынса уҡылмаған һәм асылмаған булыуын да ошо сәбәп менән аңлатып булалыр. Чума арҡаһында тотош ҡалалар, өлкәләр ҡырылған. Ҡайһы бер билдәле ғаиләләрҙең, кенәздәрҙең һәм башҡаларҙың эшен генә түгел, фамилияһын да йөрөтөрлөк зат-ырыуы ҡалмаған. Атласҡа заказ эшләүселәрҙе лә шундай яҙмыш йотҡандыр, тигән һығымтаға килә тикшеренеүселәр. Ә инде карталағы Башҡорт тип исемләнгән ҡаланың әлеге Өфө-II ҡаласығы менән тап килеүен дәлилләйһе бар әле. Нияз Мәжитовтың тикшеренеүҙәрен дауам иттереүсе белемле башҡорт тарихсылары, археологтары, ғалимдары үҫеп киләлер һәм улар был эште яҡын киләсәктә ослап ҡуйырҙар, тигән өмөттәмен.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.19 | Ҡаралған: 627

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru