«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАР МӘШӘҠӘТТӘРЕ ҺӘМ...
+  - 



Яңы йыл байрамдарынан һуң әҙерәк баш-күҙ алғас, Башҡортостанға Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов килһә, Өфө Симферополь ҡалаһы хакимиәте башлығы Наталья Маленко етәкселегендәге делегацияны ҡабул итте. Улар баш ҡала объекттары, муниципаль предприятиеларҙың эше менән танышты. Визит һөҙөмтәләре буйынса һуңынан Өфө ҡалаһы менән Симферополь ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Артабан инде беҙҙәге ҡала хужалығындағы эшмәкәрлек менән ныҡлап танышыу өсөн ҡырымдарҙың эшсе төркөмө килеүе көтөлә. Баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмә ошо мәсьәләнән башланды ла инде. Кәңәшмәне алып барыусы ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов ике арала мәғлүмәт менән алмашыуҙы ойошторорға ла ҡушты.

Әсе телдәр: "Ялалов Мәскәүгә киткәйне, ҡар яумай", тип көлә ине, көлкө көлә етә, тигәндәре шулдыр, күрәһең, һуңғы көндәрҙә буранлап тороп ҡар яуыуы тағы ла ҡала эсендәге транспорт, йәйәүлеләр хәрәкәтен ҡатмарлаштырҙы. "Коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Район хакимиәттәре башлыҡтарының һәм коммуналь хужалыҡ идаралыҡтары етәкселәренең урындарға сығып, урамдарҙың ҡарҙан таҙартыу сифатын билдәләү өсөн территорияларҙан йәйәүләп үтеүҙәрен, ихаталарҙа, йәйәүлеләр йөрөгән юлдарҙа, туҡталыштарҙа халыҡҡа уңайлымы икәнен баһалауын һорайым", - тине Салауат Сәхи улы. Әлбиттә, баш ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙа 300-ҙән ашыу махсус техника тәүлек әйләнәһенә эшләй. 140-тан ашыу кеше тротуарҙарҙы, туҡталыштарҙы таҙарта. Бынан тыш, йорт яны территорияларына 130 берәмек техника һәм меңдән ашыу урам һепереүсе йәлеп ителгән. Ҡаланың ҙур транспорт магистралдәре, бигерәк тә күперҙәр, үткәүелдәр юлдарын боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртеүгә иғтибар бүленә. Шуға ҡарамаҫтан, өфөләр ихаталар эсе, йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙар таҙартылмауына зарлана. Әлбиттә, транспорт коллапсы килеп тыумаһын өсөн коммуналь хужалыҡтар тәү сиратта төп юлдарҙы таҙарта, әммә туҡталыштарға килеп еткәнгә тиклем йәйәүлеләргә күпме араны бата-сума, ҡар йәки бутҡаға әйләнгән массаны кисеп үтергә тура килә.
Эйе, ҡала хакимиәте һауа торошоноң тағы ла насарланыу ихтималлығын күҙ уңында тотоп, техниканы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе даими әҙерлек һыҙығында тота. Шулай уҡ Салауат Сәхи улы фуралар, ҙур йөк машиналары булған структураларға һауа торошо боҙолғанда ҡалаға инеүҙе тыйыусы регламент буйынса мөрәжәғәт әҙерләргә ҡушты. Бындай ваҡытта ҡалаға йөк машиналары төнөн генә инә аласаҡ. "Был даими эшләүсе документ булырға тейеш. Әлегә башҡа варианттар күрмәйем. Юҡһа, ҡар яуғас ҡына ҡыбырлай башлайбыҙ, һөҙөмтәлә урамдарҙа тығындар барлыҡҡа килә, уңайһыҙлыҡ тыуа", - тип белдерҙе ул.
Оператив кәңәшмәлә көн тәртибенә сығарылған башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, "Өфө ҡалаһы ҡала округының берҙәм иҫәп-касса үҙәге" (ЕРКЦ) муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлегенә лә йомғаҡ яһалды. Был тема буйынса предприятиеның генераль директоры Айгөл Винникова сығыш яһаны. Ойошманың төп эшмәкәрлеге - иҫәп-хисаптың асыҡлығы һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙең финанс ағымын бүлеү. Былтыр Өфөлә 14 миллиард һумлыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәте күрһәтелгән, шул сумманың 13 миллиард 986 миллион һумы түләнгән. Түләүҙәрҙе йыйыу 2017 йыл менән сағыштырғанда 0,4 процентҡа артҡан. Күпселек идара итеү компанияларында торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡтары күтәрелгән. Быға йыйымдарҙы арттырыу маҡсатында алып барылған саралар: акциялар, судҡа тиклемге һәм суд эштәре, түләмәүселәрҙе торлаҡтан сығарыу - булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, был предприятиеға бурыстары булған граждандарҙы йәшәгән урындарынан күсереү маҡсатында торлаҡ биналары бирелгән. Былтыр 29 судҡа 29 ғариза бирелһә, уларҙың 14-е буйынса суд граждандарҙы күсереүҙән баш тартҡан, сөнки улар тулыһынса йә өлөшләтә бурысын түләгән, 5 ғаиләне күсереү тураһында ҡарар сығарылған. Уларҙың береһе күсерелгән, 3-һө буйынса өлөшләтә түләү индерелгән, береһе күсереү стадияһында. Ҡалған дәғүәләр әлегә ҡарала. 1 ғинуарға халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы 2 миллиард 376 миллион һум тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, үткәрелгән саралар һөҙөмтәһендә ул 2018 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда 1 процентҡа кәмегән. Ирекһеҙҙән, шундай һорау тыуа: халыҡтың шул сама бурысы бар икән, ни өсөн хөкүмәт уның елкәһенә тағы ла түләүҙәр өҫтәй? Киреһенсә, халыҡтың түләү мөмкинлеге сикле булыуын иҫәпкә алып, уның хәлен еңеләйтергә тейеш түгелме ул? Эйе, судҡа биреп, халыҡ араһында аңлатыу эштәре (әгәр ярты йыл түләмәһәгеҙ, торлағығыҙҙан ҡолаҡ ҡағаһығыҙ йәки бәләкәй квадратуралы торлаҡҡа күсереләһегеҙ) алып барып, халыҡ бурысын тулыһынса йәки өлөшләтә түләүгә өлгәшеп булалыр. Бында өс категория булыуы ихтимал: йә улар аҡсаһы булып та түләмәгән, закондарҙы һанға һуғып бармаған байҙар - киҫәтеү булыу йәки эштәре судҡа барып етеү менән бурысын тулыһынса ҡаплаусылар, сөнки мөмкинлектәре бар; икенселәре - аҡсаһы булмағанлыҡтан, кредит алып, бурысын өлөшләтә ҡайтарыусылар һәм башын ике бурыс ҡоллоғона алып барып тығыусылар, сөнки торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡалған өлөшөн дә түләп бөтөргә, алынған кредитты ла ҡайтарырға кәрәк; өсөнсөләре инде әхлаҡһыҙ тормош алып барыусылар. Әммә отчет биргәндә түләмәүселәрҙең ниндәй категорияға ҡарауы тураһында бер ниндәй мәғлүмәт булмауы ла уйландыра: нисек кенә булмаһын, тәү сиратта, түләй алмаусыларға ярҙам күрһәтеү тураһында уйларға кәрәктер, бәлки. Ни тиһәң дә, улар ҙа бит ошо ҡала граждандары. Кешеләрҙе йәшәгән йортонан күсереп йәки күсереү менән ҡурҡытып ҡына тормошто алға ебәреп булһа икән...
Әйткәндәй, райондарҙың Торлаҡ-коммуналь хужалығының идара итеү ойошмалары шулай уҡ йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу менән дә шөғөлләнә. Был эшкә 7 автовышка, 319 кеше һәм сәнәғәт альпинистары бригадаһы йәлеп ителгән. Тәбиғәттең үҙ ҡануны, шуға күрә ул йорт ҡыйыҡтарын таҙартыу графигына үҙенең төҙәтеүҙәрен индерә, һөҙөмтәлә бер майҙанды бер нисә тапҡыр таҙартырға тура килә. Өфө ҡала хакимиәте граждандарҙы иғтибарлы һәм һиҙгер булырға, йорт тирәләрендә иҫкәртеүсе аншлагтар йәки таҡтасыҡтар булғанда, уларҙы урап үтергә саҡыра. Алдағы көндәрҙә һауа торошо үҙгәрмәй тормаҫ, шуға ла ҡайһы бер хәүефһеҙлек сараларын хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: епшек ҡар һылашып, хатта сәләмәт ағастарҙың да ботаҡтары, ауырлыҡты күтәрә алмайынса, һыныуы мөмкин, шуға күрә автомобилдәрҙе ағастар аҫтына, шулай уҡ иҫкәртеү таҡтасыҡтары торған майҙанда ҡалдырырға, йәйәүлеләргә ағас, электр линияһы, реклама щиттары, еңел конструкциялар эргәһендә булырға ярамай. Әгәр инде йорт эргәһендәге биләмәлә хәүефле участка күрһәгеҙ, берҙәм 112 номерына шылтыратып, хәбәр итеү зарур.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.19 | Ҡаралған: 680

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru