«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МЕЙЕНЕҢ ИКЕ ЯРЫМШАРЫН ДА ЭШЛӘТЕҮСЕ ФӘН
+  - 



Балаларға өҫтәмә белем биреү мәсьәләһе бөгөн мәғарифтың иң актуаль темаларының береһе. Уны баланың һөнәрен арттырыу, өлгәшен яҡшыртыу һәм киләсәктә лә файҙалы булыуын күҙаллап һайларға тырыша ата-әсәләр. Яңы йылдан алда Малайзияла үткән менталь арифметика буйынса халыҡ-ара олимпиадала Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы уҡыусылары Мәрйәм Моталова - икенсе, Азра Хөснөтдинова, Әминә һәм Ильяс Игебаевтар өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Уларҙың уңыштары, республикала менталь арифметика буйынса өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороу мәсьәләләре тураһында уҡытыусылары Өлфәт МАЛИКОВ менән әңгәмәләштек.

Тәүҙә менталь арифметика тигән төшөнсә нимә аңлатыуын, уға нисек өйрәнергә булыуы тураһында һөйләһәгеҙ ине.

- Менталь арифметиканы тиҙ һанарға өйрәтеүсе ысул тип яҙалар интернет селтәрендәге бөтә сығанаҡтарҙа ла. Беҙ "Орбита" IT-мәктәбен асҡанда был төшөнсәне үҙебеҙсә аңлатырға булдыҡ. Менталь арифметика - ул күңелдән тиҙ һанау ғына түгел, ә баш мейеһенең ике ярымшарын да берҙәй үҫештерергә ярҙам иткән ысул. Мәҫәлән, мин һеҙгә ун бишкә егерме етене ҡушығыҙ тип әйтһәм, мәктәптә өйрәнгәнсә, уйҙа бағана рәүешендә ҡуйып хисаплап яуап табаһығыҙ. Был саҡта яуапты логика ярҙамында табабыҙ, ә менталь арифметикала баш мейеһенең уң яҡ ярымшары эшләй, ул кешенең күҙ алдына килтерә белеү, ижад итеү һәләте өсөн яуаплы. Балалар тәүҙә абакуста һанарға өйрәнә, артабан шул абакусты күҙ алдына килтереп, уйында ҡушып-алып, ҡабатлап-бүлеп яуап бирә башлай.

Был рәүешле күңелдән иҫәпләргә өйрәнеү өсөн күпме ваҡыт кәрәк?

- Беҙҙең уҡыу программаһы бер йыл ҡушыу-алыуға, бер йыл ҡабатлау-бүлеүгә өйрәтерлек итеп төҙөлгән. Әлбиттә, күп нәмә баланың теләп өйрәнеүенә бәйле, күңелеңә ятмаһа, уңышҡа өлгәшеү ҙә ауыр. Шуға беҙ уҡыусы, атай-әсәй, уҡытыусы бер маҡсатта эшләүенә ҙур иғтибар бүләбеҙ.

Һеҙҙең мәктәпкә йөрөргә теләүселәр күпме?

- "Орбита" IT-мәктәбенең Башҡортостан, Татарстан республикалары, Силәбе өлкәһендә алтмышҡа яҡын филиалы бар. Дөйөм алғанда, уларҙа ике меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Бөгөн минең олимпиадала ҡатнашыусылар төркөмөндә биш уҡыусы шөғөлләнә, шуларҙың дүртәүһе әлеге халыҡ-ара кимәлдәге ярышта бик яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.

Әйткәндәй, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа йыш ҡатнашаһығыҙмы?

- Тәүге тапҡыр ҡатнаштыҡ, шуға ла уҡыусыларыбыҙ алдынғылар рәтенә инеүенә үтә шатбыҙ. Быға тиклем үҙебеҙ мәктәп, республика, төбәк-ара кимәлендә ярыштар ойоштора торғайныҡ. Былтыр Бөтә Рәсәй кимәлендәге менталь арифметика буйынса олимпиадала икенсе һәм өсөнсө урындар яулап ҡайтҡас, Рәсәй командаһы составына инергә тәҡдим иттеләр. Биш уҡыусы ошо составҡа индерелде һәм уларҙы маҡсатлы рәүештә халыҡ-ара бәйгегә әҙерләй башланыҡ, тик ваҡытында ғаризаһын биреп өлгөрмәгәнлектән, был юлы бер уҡыусым Малайзияға бара алманы.

Математика тормошта кәрәк түгел, беҙ ҡатмарлы иҫәпләү ысулдарын бер ҡасан да ҡулланмайбыҙ, ни өсөн уны мәктәптә уҡыталар, тип һуҡраныуын ишеткәнебеҙ бар уҡыусыларҙың. Ә менталь арифметикаға көнкүрештә ҡулланылыш табыламы? - Беҙ күңелдән хисаплауҙы оҫталыҡ тип ҡабул итәбеҙ. Математика уҡыу беҙҙе логик фекерләргә, сәбәп һәм һөҙөмтә бәйләнешенә, күләмле фекер йөрөтөргә өйрәтә. Нәҡ фекерләү системаһына нигеҙ һалына, тик математика баш мейеһенең һул яҡ ярымшарын үҫтерһә, менталь арифметика уң яғына нығыраҡ тәьҫир итә. Ә бына тормошта ҡулланып булыу-булмауға килгәндә, менталь арифметика кешенең хәтерен, бигерәк тә күргән нәмәне тиҙ генә хәтерҙә ҡалдырыу оҫталығын яҡшырта. Мәҫәлән, 10-15 секунд ҡына күреп ҡалған ун алты һанды шундуҡ хәтерҙә ҡалдырып әйтергә була.

Малайзиялағы ярыш нисек үтте, кемдәр ҡатнашты, һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәтһегеҙме?

- Беҙҙең уҡыусылар унда өс категорияла ярышты: Мәрйәм Моталова А категорияһында, Ильяс Игебаев һәм Азра Хөснөтдинова Б категорияһында, Әминә иң ҙурҙар араһында - С категорияһында. Был категориялар йәш арауығына ҡарап бүленә, ә яуаптар дөрөҫ булыу һәм тиҙлек критерийҙарына ҡарап баһалана. Конкурс ете этаптан торҙо, башта абакусты ҡулланып иҫәпләнеләр, унда уйларға 3 минут бирелде. Һуңынан күңелдән һанап, 1 минут эсендә дөрөҫ яуап сығарырға тейеш булдылар. Һыҙғыртҡыс тауышы ишетелгәс тә алда ятҡан ҡағыҙҙы әйләндереп, шунда яҙылған заданиены үтәргә кәрәк. Уҡыусыларыбыҙ һынатманы. Улар ярышҡан арала беҙ башҡа илдәрҙән килгән вәкилдәр менән осраштыҡ, башҡа илдәрҙә был йүнәлеш буйынса балалар кәмендә биш-алты йыл шөғөлләнә икән. Былтыр үткәрелгән халыҡ-ара олимпиадала Рәсәйҙән ни бары ике генә уҡыусы ҡатнашҡан, ә быйыл - утыҙ һигеҙ! Хәҙер беҙҙең алда йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәй кадрҙар әҙерләү бурысы тора, шуға, тәжрибә уртаҡлашыу һәм хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеп тә ҡайттыҡ. Ни өсөн беҙҙең башҡорт балалары ла япондар, ҡытайҙар, вьетнамдар кеүек еңеү яуламаҫҡа тейеш!
Киләһе йыл был ярыш Таиландта, унан Канадала үтәсәк, унда тағы ла яҡшыраҡ әҙерлек менән барырбыҙ, тип планлаштырып торабыҙ. Сөнки был оҫталыҡ балаларға бәләкәйҙән олимпиада системаһының төҙөлөшө менән танышырға ярҙам итә. Беҙ уҡыусы саҡта хатта республиканан да ситкә сығып йөрөмәнек, ә был балалар ҡала, район, республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәрҙә белемеңде күрһәтеп булыуын белә. Әлбиттә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн уҡытыусыға ла теүәл план, аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләргә кәрәк.

Менталь арифметикаға бөтөнләй һанай белмәгән кешене лә өйрәтергә буламы, әллә теүәл фәндәргә барымы булғанды ғынамы?

- Бындай туранан-тура бәйләнеш күҙәтелмәй, төрлөсә булыуы мөмкин. Әминә менән Ильястың Сафия исемле бәләкәй һеңлеһе бар, ул һандарҙы әле белмәй, әммә абакус аша ҡушыу-алыу ғәмәлдәрен башҡара белә. Математиканан насар өлгәшһә лә, менталь арифметика еңел бирелеүе мөмкин. Беҙгә йөрөгән балалар мәктәптә бөтәһе лә тик бишлегә генә өлгәшә. Ғөмүмән, Башҡортостанда талантлы балалар күп. Яңыраҡ ҡына Әбйәлил районынан видеояҙма ебәргәйнеләр, менталь арифметика буйынса ике генә дәрестә булып ҡайтҡан бер бала ике урынлы һандар менән ҡушыу-алыу ғәмәлдәрен бик шәп эшләй. Бына ҡайҙан һәләтлеләрҙе эҙләргә, үҫтерергә кәрәк. Шуға ла уҡыусыларҙы тәү сиратта олимпиада хәрәкәтенә әүҙем ылыҡтырырға тырышабыҙ, мөмкинлектәр ауыл мәктәбендә уҡығанда ла, Өфөнөң алдынғы мәктәбендә уҡығанда ла бер тигеҙ булһын.

Әммә атай-әсәйҙәр кеҫәһенән аҡсаһын сығарып бирергә әҙерме?

- Был ҡатмарлы һорау, сөнки беҙҙә ун йыл буйы бер ниндәй сығымдарһыҙ уҡытып, 11-се синыфҡа килеп еткәс, балаһын репетиторҙарға йөрөтөп аҡса түгергә күнеккәндәр. 10-15 йыл элек мәктәптәге бөтә түңәрәктәр, дәрестәр уҡытыусы энтузиазмына бәйле булды, барыһы ла бушлай ине. Заман талабы хәҙер икенсе: уҡытыусы ла бушҡа эшләргә риза түгел, ата-әсәгә лә биш-ун йылға алдан уйлап, баланың киләсәген инвестицияларға кәрәк. Быны аңлаған ғаиләләр бар.

"Орбита" IT-мәктәбе тағы ла ниндәй йүнәлештәр буйынса эшләй?

- Өс йүнәлеш буйынса эш алып барабыҙ: менталь арифметика, робот техникаһы һәм алгоритмика. Белем усаҡтары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, ошо йүнәлештәр буйынса төрлө конкурстар, олимпиадалар, ярыштар үткәреп торабыҙ. Йыл да "Орбита"ның йәйге мәктәбен ойошторабыҙ, унда бөтә республиканан йыйылған уҡыусыларға робот техникаһы, алгоритмика, программа төҙөү һәм инглиз теле буйынса мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрелә, мәҙәни саралар, экскурсиялар, уйындар менән матур ял мәле ойошторола. Быйыл Өфөлә "Абакус" чемпионатын үткәрергә йыйынабыҙ, Башҡортостандың менталь арифметика үҙәгенә әйләнеүен теләйбеҙ. Pama Global менталь арифметика буйынса ассоциацияһына нигеҙ һалыусы Девид Ляо менән дә хеҙмәттәшлек итергә килешкәйнек, үҙе лә Өфөгә килеп китергә вәғәҙә бирҙе. Бына шундай халыҡ-ара кимәлдәге иң алдынғылар араһында тиң булырға тейеш Башҡортостан.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Редакцияға Өлфәт Рәүеф улының уҡыусылары Әминә һәм Ильяс Игебаевтар ҙа килгәйне, улар уҡытыусылары менән һөйләшкән арала шулай уҡ Малайзияға сәфәрҙән тәьҫораттары менән бүлеште. Уҡыусылар ярыштағы тулҡынланыу тойғоһон, төрлө илдәрҙән йыйылған тиҫтерҙәре менән осрашыуҙы һәм Куала-Лампур буйлап экскурсия барышында күргән маймылдарҙы хәтерендә ҡалдырған. Менталь арифметикаға һөйөү аша шундай ҙур донъяға ишек асҡан балалар ҡанатланып, яңы үрҙәргә ынтылыуҙы маҡсат итеп ҡайтҡан.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.19 | Ҡаралған: 739

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru