Сибай ҡалаһының "Ынйыҡай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн яңы йыл тәүге көндәренән үк уңышлы башланды. Улар йыл башында Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән "Планета йәйғоро" мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендәге II Халыҡ-ара хореографик турнирҙа ҡатнашып, бихисап еңеүҙәр яулап ҡайтты.
Ҡаланың күҙ өҫтөндәге ҡаш булған "Ынйыҡай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ун йылдан ашыу ижади ғүмерендә ҡырҡҡа яҡын бейеү әҙерләп, тамашасыға сығарған. Ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Ғөбәйҙуллина бейеүҙәрҙе башлыса үҙе һала, хореографтар ҙа саҡыра. Емешле хеҙмәт, тамашасы һөйөүен яулау өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. "Был беҙҙең Мәскәү ҡалаһына беренсе тапҡыр ғына барыуыбыҙ түгел. "Мәскәү Рәсәйҙең киләсәге" проектында "Рәсәйҙең иң яҡшы коллективы" тигән исем алып ҡайтҡайныҡ. Ошо сәбәптән беҙҙе быйылғы турнирға махсус рәүештә саҡырҙылар, - тип һөйләй ансамблдең етәксеһе. - Бейеүҙәрҙе бик уйлап, һайлап ғына алдыҡ. Улар беҙҙең милли асылды ла асырға, фольклорыбыҙҙы ла күрһәтергә, башҡаларҙан айырып торорға ла тейеш ине. Һәм яңылышманыҡ! Бейеүҙәребеҙҙе тамашасы аяғүрә баҫып ҡараны, ҡул сабыуҙар дәррәү булды. Баһалама ағзалары, ойоштороусылар теленән "Башҡортостан", "Сибай" тигән һүҙҙәр йыш ишетелде, маҡтап, хуплап, һоҡланып бөтә алманылар..."
Эльвира Вәкил ҡыҙы әйтеүенсә, байрам көндәрендә юл хаҡтары ҡиммәтләнеп китһә лә, ансамблдә шөғөлләнеүсе балаларҙың ата-әсәләре кире сигенмәгән. Улар бар сығымдарҙы үҙҙәре ҡаплап, бейеүсе балаларына баш ҡаланы гөрләтеп ҡайтыу мөмкинлеген биргән. Ата-әсәләрҙең ошо батырлығы өсөн ҙур рәхмәтле етәкселәре. Ә "Ынйыҡай"ҙар атай-әсәйҙәренең бындай фиҙаҡәрлегенә лайыҡлы яуап биргән: бәйгелә ҡатнашыусы 125 бейеү ансамбле араһында ла, оло сәхнә алдында ла ҡаушап ҡалмаған. Башҡорт рухы менән башҡаларҙы шаҡ ҡатырған. Уларҙың Урал аръяғы фольклорына нигеҙләнгән халыҡсан бейеүҙәре мәскәүҙәрҙе һәм килгән ҡунаҡтарҙы ысынлап та әсир итә. "Кәкүк сәйе" менән "Тирмә янында" бейеүе - беренсе, "Тимербайҙың улдары", "Таусылар", "Тыпырҙаҡ" бейеүҙәре өсөнсө урындарҙы яулай. Быларға өҫтәп, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ике диплом һәм киләһе бәйгеләрҙә бушлай ҡатнашыуға хоҡуҡ биргән сертификат та бүләк иткәндәр "ынйыҡай"ҙарға.
Әйткәндәй, был "Ынйыҡай"ҙарҙың беренсе генә еңеүҙәре лә түгел, улар йыл да ике-өс урындан ошондай еңеүҙәр менән ҡайта. Былтыр апрель айында Ҡаҙан ҡалаһында гран-при, декабрҙә Магнитогорскиҙа бер түгел, дүрт беренсе урын яулау бәхетенә өлгәшкән балалар улар.
Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|