Быйыл йәйгеһен, аныҡлап әйткәндә 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. Унда ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителгән, әле спортсыларҙы теркәү бара, 600-ҙән ашыу кеше теркәлгән дә инде. Ҡала хакимиәтендә уҙған сираттағы оператив кәңәшмә тап ошо теманан башланыуы ла юҡҡа түгел. Хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафин был сараны, ул балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырһын өсөн, юғары кимәлдә үткәреү бурысын йөкмәтте.
Ғөмүмән, был кәңәшмә, нигеҙҙә йәш быуынды тәрбиәләүгә арналды, тиергә лә мөмкин. Сөнки икенсе яңылыҡ та балалар мәнфәғәтенә ҡағылышлы булды: Кузнецовск затонында яңы "Еҙем" үҫмерҙәр клубы асылды. Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып эстрада һәм халыҡ вокалы, эстрада һәм халыҡ бейеүҙәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, актер оҫталығы, шашка һәм өҫтәл теннисы тора. Өлфәт Мансур улы белдереүенсә, был биҫтә баш ҡалала иң әүҙем ҙурайыусыларҙан һанала, шуға күрә бында социаль инфраструктураны үҫтереү - муниципалитет алдында торған өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе.
Шулай ҙа уҙған йомала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың "Взлетай!" ("Юғары ос!") Беренсе республика мәктәп мәғарифы форумында Башҡортостандың белем усаҡтарын биш көнлөк уҡытыуға күсереү инициативаһы менән сығыш яһауының шаңдауы һәм эҙемтәһе төп урында торҙо. Мәғариф системаһында эшләгән, шул өлкәгә ҡағылышлы кешеләр, республика мәктәптәренең яртыһынан күберәге тиерлек йыйылған аудитория был тәҡдимде шунда уҡ хуплап ҡаршы алды һәм был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителеп тә ҡуйҙы. Ҡала хакимиәтенең Мәғариф бүлеге начальнигы Елена Хаффазова тап ошо яңылыҡтың нисек тормошҡа ашырыласағы тураһында һөйләне. Яңы режимға күсеү ғәмәлдә булған, балаларға төшкән көсөргәнеште, уларҙың сәләмәтлеген, үҙаллы шөғөлләнеү мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан норматив акттарға ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Программа материалы күләме ҡәтғи рәүештә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарынан сығып төҙөләсәк. Быға тиклем программала ҡаралған предметтар йөкләмәһе тигеҙ итеп биш көнгә һыйҙырыласаҡ, әммә көндәлек көсөргәнеш 1-се синыф балалары өсөн көнөнә дүрт, аҙнаһына бер көн биш дәрестән артмаҫҡа тейеш. 2-4-се синыфтар өсөн был күрһәткес 5 дәрес булһа, 5-6-сы синыфтар өсөн - 6 дәрес, 7-11-се синыфтарға иһә 7 дәрес билдәләнә.
Шул уҡ ваҡытта, баш ҡаланың ҡайһы бер мәктәптәрендә уҡытыу ике сменала алып барыла бит. Беренсе сменаның дәрестәре артҡас, улар нишләргә тейеш? Аҙнаның алтынсы көнөндә уҡытылған предметтарҙы башҡа көндәргә күсереү өсөн дәрес оҙайлығы ҡыҫҡартыласаҡ икән. Һөҙөмтәлә икенсе сменала дәрестәр киске сәғәт етенән дә һуңға ҡалмай тамамланырға тейеш. Шулай уҡ, талаптарға яуап биреү маҡсатында, ҡайһы бер дәрестәр күләме бер йә ике сәғәткә ҡыҫҡарыуы ихтимал. "Өфө мәктәптәре аҙнаһына биш көнлөк уҡытыу шарттары менән таныш, был тәжрибә 2016 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөгөн бындай режим буйынса 57133 бала уҡый, йәғни 81 мәктәп шундай режимда эшләй", - тине Елена Роберт ҡыҙы һәм үҙгәрештәр уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡына йоғонто яһамаясағын белдерҙе.
Кәңәшмәнең икенсе төп темаһы - автомобиль юлдарының комплекслы хеҙмәтләндерелеүе мәсьәләһе булды. Был йәһәттән тәжрибә өйрәнергә Мәскәүгә делегация составында барып ҡайтҡан Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Илебеҙҙең баш ҡалаһы юлдарын "Автомобиль юлдары" дәүләт бюджет учреждениеһы хеҙмәтләндерә. Уның төп бурысы булып юлдарҙы һәм юл хужалығы объекттарын ҡышын һәм йәйгеһен таҙартыу, йәшел үҫентеләрҙе ҡарау, юл селтәренә билдәләр һалыу, үҙ асфальт заводтары эшен тәьмин итеү тора. Ниндәйҙер эш башҡарыу өсөн аныҡ ваҡыт билдәләнгән һәм хеҙмәттәр ошо ваҡыт эсендә уны башҡарып сыға. Бында, әлбиттә, Мәскәүҙең федераль әһәмиәттәге һәм айырым статустағы ҡала булыуын да, был маҡсаттан ҡала бюджетынан күпме аҡса бүленгәнен дә оноторға ярамай. Миҫал өсөн, әгәр 2000 йылдар башында Мәскәүҙең төп магистралдәрен таҙартырға 350 берәмек техника йәлеп ителеп, улар 2,5 миллион квадрат метр майҙанды таҙартһа, 2018 йыл башына 6700 берәмек техника иҫәпләнә һәм ойошма 42 миллион квадратты хеҙмәтләндерә. Ләкин ул барлыҡ урамдарҙы ла таҙарта тип әйтеп булмай, үҙенә беркетелгән урамдар өсөн генә яуап бирә, ә ҡалған урамдарҙы иһә райондар, административ округтар таҙарта.
Сығыш яһаусы белдереүенсә, Өфөнөң үҙәк магистралдәрен ҡарап, тәрбиәләп тороу өсөн махсус предприятие төҙөү зарур. Ул яҡшы эшләһен өсөн норматив буйынса 410 берәмек техника кәрәк. Шулай уҡ йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙарҙы һәм туҡталыштарҙы таҙартыу өсөн BUCHER һәм HOLDER базаһында эшләнгән 20 берәмек техника талап ителә. Бындай техниканың хаҡы 8-12 миллион һум тора. Шулай уҡ йәйгеһен ҡалала саң булмаһын өсөн өҫтәмә рәүештә саң һурҙырғыс, юлдарҙы йыуҙырыусы техника кәрәк. Әйткәндәй, юлдарҙың ситенә ултырған барлыҡ техник ҡалдыҡтарҙы йыуҙырыр өсөн шампунь дә кәрәк икән... Ирекһеҙҙән, ҡулдар аҡса янсығына һуҙыла һәм мейене бер һорау быраулай: ҡала ҡаҙнаһы бындай сығымдарҙы күтәрә алырмы? Аңлағанға - ишара...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Мортаза Рәхимовты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. "Республика менән Һеҙ идаралыҡ иткәндә Өфө яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, бөгөн беҙҙең һәм бөтөн өфөләрҙең ҡотлауын ҡабул итегеҙ. Республика һәм Өфө халҡы өсөн Һеҙ ысын остаз һәм уҡытыусы булып ҡалаһығыҙ. Йәш быуын Һеҙҙең аҡыллы фекерҙәрегеҙ һәм тормош тәжрибәгеҙҙән өлгө ала. Ҙур рәхмәт!" - тигән тәбрикләү һүҙҙәре әйтте Өлфәт Мансур улы һәм Мортаза Ғөбәйҙулла улының хаҡлы рәүештә республиканың төп төҙөүсеһе булып иҫәпләнеүен дә телгә алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА