«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ БӘХЕТЕ ӨСӨН
+  - 

Кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тип аталған тулы метрлы тарихи нәфис фильмы төшөрөлгәс, "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына уның геройҙары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотоларын, шулай уҡ фильмдың костюмдар буйынса рәссамы Әлиә Байрамғолованың фильмды төшөрөү майҙансығынан яһаған фотоларын да тәҡдим итергә булдыҡ. "Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" тигән был проект үҙенең һәләте, хеҙмәте менән ил тарихын, милләт яҙмышын яҙған кешеләрҙең исемен ҡабаттан иҫебеҙгә төшөрөү өсөн кәрәк беҙгә, тип уйланыҡ.

Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Әхмәткирәй улы ДӘҮЛӘТШИН (актер Илгиз Миңләхмәтов уйнай) - билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән рус армияһы һалдаты булып, фронтҡа китә. Ошо мәлдә ул ғүмерен халыҡ бәхете өсөн көрәшкә арнарға хәл итә. 1917 йылдың февраленән алып ҡулға алынғанға тиклем совет һәм партия органдары уны иң яуаплы етәксе вазифаларға тәғәйенләй: Мәскәүҙә үткән мосолмандарҙың 1-се Бөтөн Рәсәй съезы делегаты, "Башкурдистан" гәзите хеҙмәткәре, Татар-Башҡорт Совет Республикаһы ойоштороу съезын йыйыу буйынса комиссия ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк комитетының Үҙәк Татар-Башҡорт Бюроһы ағзаһы, "Эшсе" гәзите, "Ҡыҙыл Шәреҡ" журналы мөхәррире, РКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы "Нәшриәт" нәшриәте идаралығы рәйесе, Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссариатының Академ үҙәге етәксеһе, РКП(б)-ның Арғаяш канткомы яуаплы секретары, БАССР мәғарифы халыҡ комиссары етәксеһе урынбаҫары, ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитетының матбуғат политбүлеге етәксеһе, Башҡорт китап нәшриәтенең баш мөхәррире, Баймаҡ районы "Йылайыр" совхозының политбүлеге начальнигы, Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты директоры. 1935 йылдың ноябрендә Ғөбәй Дәүләтшин БАССР мәғарифы халыҡ комиссары итеп ҡуйыла. Был вазифаһында туған телдә уҡытыу һәм милли мәктәптәр асыу эшен ойоштороуға ҙур көс һала. 1936 йылдан "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире вазифаһын да йөкмәтәләр. 1934 йылда Башҡортостан совет яҙыусыларының 1-се съезы делегаты.
1920 йылдарҙа Ғөбәй Дәүләтшиндың "Ҡуңалтаҡ тормош эсендә", "Ҡунаҡ" хикәйәләре, "Зильский" повесы (1927) донъя күрә. 1936 йылда Ғөбәй Әхмәткирәй улы "Коммуна" романынан өҙөктәр баҫтыра, әммә был әҫәрен тамамлай алмай. 1937 йылда Ғөбәй Дәүләтшин "контрреволюцион эшмәкәрлек"тә ғәйепләнеп, репрессиялауға дусар була. 8 ай буйына барған допростарҙа тикшереүҙең законһыҙ ысулдарын ҡулланыуҙан һуң, ул милли дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнашҡанда зыян итеүен, "Яңы юл" әҙәби-художестволы журналын мөхәррирләгәндә аңлы рәүештә контрреволюцион милли әҫәрҙәр индереп ебәреүен, "Ҡунаҡ" хикәйәһендә Совет власы ваҡытында ярлы крәҫтиән тормошоноң ҡотолғоһоҙ булыуы мәсьәләһен күтәреүен, "Тревога" хикәйәһендә Ҡыҙыл Армияға яла яғыуын "таный". Шулай уҡ республикала асырға рөхсәт ителгән 230 мәктәптең барыһын да тиерлек башҡорт мәктәптәре итергә теләүен, уларҙың 60-ы ғына башҡа милләттәргә тәғәйенләнеүен, уҡытыусыларҙы һәм милли мәғариф етәкселәрен маҡсатлы рәүештә милли принцип буйынса, уларҙың да советтарға ҡаршы фекерҙә булыуын һайлауын, халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырыу өсөн татар мәктәптәренә - башҡорт, башҡорт мәктәптәренә татар уҡытыусыларын ебәреүен нахаҡ рәүештә "танырға" мәжбүр итәләр. Һөҙөмтәлә, Ғөбәй Дәүләтшин РСФСР Енәйәт Кодексының 58-се статьяһының бер нисә пункты буйынса ғәйепле тип табыла. 1938 йылдың 10 июлендә ҡарар тормошҡа ашырыла. 1957 йылда аҡлана.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.19 | Ҡаралған: 751

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru