«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШҠЫН КИЛӘ ТАШЫП, ҺАҠЛАНЫРҒА АШЫҠ!
+  - 



Өфө ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмә уҙған аҙнала булып үткән сараларҙы һәм ваҡиғаларҙы барлауҙан башланды. Улар, нигеҙҙә, йәмғиәттең социаль-иҡтисади яғына ҡағыла. Иң мөһиме - "Ростелеком" компанияһы етәкселеге менән осрашып, көн үҙәгендә торған йүнәлештәрҙе билдәләү һәм "Аҡыллы ҡала" проектын тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм ойоштороу булғандыр. Сөнки заман менән бергә атлайым тиһәң, "аҡыллы" проекттарҙы тормошҡа ашырыу, ошо стандарттар буйынса эшләү - төп талаптарҙың береһе. Шуға ла Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин был мәсьәләгә етди иғтибар йүнәлтте.

Шулай уҡ мэрҙың күҙ уңынан урамдарҙы, ихаталарҙы, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу ҙа, янғын мәсьәләһе лә ситкә китмәне. Сөнки һуңғы аҙнала ғына республикала "ҡыҙыл әтәс" йорттарҙы ғына яндырып ҡалманы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә лә сәбәп булды. Был мәсьәләне Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та айырым иғибарға алғайны. Өлфәт Мансур улы район хакимиәттәре башлыҡтарына һәм надзор органдарына тейешле профилактика саралары ойоштороуҙы йөкмәтте. Янғын хеҙмәте белгестәре әйтеүенсә, бер йылдан һуң янғынды иҫкәртергә тейешле ҡорамалдар батареяһының көсө бөтә, шуға күрә улар төтөн еҫенә сигнал бирмәй. Был йәһәттән халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға, ҡайҙа махсус ҡорамалдар ҡуйылғанын иҫәпкә алып, уларҙың хеҙмәт ваҡыты үтә башлаһа, иҫкәртеп йөрөп сығыу зарурлығы билдәләнде. Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында ла аңлатыу-иҫкәртеү эше киң йәйелдерелергә тейеш.
Хәүефһеҙлек темаһы, ғөмүмән, кәңәшмәлә төп урында торҙо, тиергә мөмкин, сөнки тиҙҙән ҡояш йылы нурҙарын ергә йәлләмәй һибеп, ҡар ирей башлаясаҡ. Баш ҡаланың ике йылға араһында ятҡан утрау булыуы ла был мәсьәләгә етди иғтибар талап итә. Баш ҡаланың Граждандар һағы идаралығы начальнигы Рафаэль Әхмәтов белдереүенсә, быйылғы ташҡынды өс сценарий буйынса күҙалларға мөмкин: һыу күләме аҙ (330-660 сантиметр) булғанда, һыу ярҙан сыҡмай һәм Дим, Ленин райондарының ҡайһы бер урамдарына ғына инеүе мөмкин. Уртаса кимәлдә (700-800 сантиметр) Дим, Ленин, Киров райондарының биҫтәләре һыу аҫтында ҡалыу ихтимал. Был территорияға дөйөм алғанда 1699 йорт (5559 кеше йәшәй) инә. Һыу ныҡ ташҡанда (850-900 сантиметр) атап үтелгән райондарға Калинин районы ла өҫтәлә. Был осраҡта инде 7275 кеше йәшәгән 2186 йортто һыу баҫыуы ихтимал. 20 февралгә ҡарата Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы ҡар ҡатламы башҡа йылдарҙағы ошо декада күрһәткестәре менән сағыштырғанда 20 процентҡа түбәнерәк. Ҡарҙың бейеклеге лә 50-65 сантиметр тәшкил итә һәм норманан 5-15 процентҡа түбән. Ошо мәғлүмәттәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, быйыл Кооператив ялан, Нижегородка, Затон, Кузнецов Затонын һыу баҫыуы һәм Романовка (Дим районы) ауылы менән Козарез урамы (Ленин районы) араһындағы автомобиль юлы аша һыу китеүе мөмкин.
Ҡала территорияһында ташҡынға ҡаршы 24 штаб, 11 күҙәтеү посы, граждандарҙы ваҡытлыса урынлаштырыуҙың 54 пунктын ойоштороу планлаштырылған, 12 гидротехник ҡоролма ташҡынға әҙер. Граждандар һағы идаралығы МБУ-һының ярҙам-ҡотҡарыу отрядының личный составы кешеләрҙе боҙло һыуҙан сығарыу һәм һыу сығанаҡтарында зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр үткән. Отрядтар барыһы ла йөҙөү саралары менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән былтыр халыҡта 363 шәхси йөҙөү средствоһы булыуы асыҡланған. Март һуңында граждандарҙы иҫкәртеү маҡсатында 104 электрон сирена эшләй башлаясаҡ.
Яҙғы ташҡын һыу баҫыу менән генә түгел, эсәр һыуҙың бысраныу ихтималлығы менән дә хәүеф тыуҙыра. Был тема буйынса "Водоканал" директоры Ильяс Ғилметдинов сығыш яһаны һәм предприятиеның ошо яуаплы осорҙа эшләргә тулыһынса әҙер булыуын белдерҙе. Аныҡлап әйткәндә, ойошмала һыу төрлө кимәлгә күтәрелгән ваҡытта ҡаланың һыу алыу урындарындағы һыу баҫҡан зонаға эләккән скважиналар һанын билдәләү мөмкинлеген биргән мониторинг системаһы эшләнгән. Шулай уҡ Өфө водозаборҙарының барлыҡ 270 скважинаһын һәм уларҙың ныҡлығын тикшереү планлаштырылған, һыуҙы таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу өсөн реагенттар резервы булдырылған; эсәр һыуҙы зарарһыҙландырыу ҡоролмалары һәм системалары әҙерләнә; ташҡын шарттарында аналитик контроль үҙәгенең эшен ойоштороу ҡарала. Ошо осорҙа барлығы 1700 пробанан 15 мең тирәһе анализ үткәреләсәк. Һыу сифаты тураһында мәғлүмәт менән ойошманың рәсми сайтында танышырға мөмкин буласаҡ. Ильяс Ғилметдинов белдереүенсә, барлыҡ эштәр 30 мартҡа тиклем тамамланырға тейеш.
Күптәр ғүмер буйы йыйған мөлкәтен ҡыҙғанып, хатта һыу баҫҡанда ла йорттарын ташлап китергә теләмәй. Был мәсьәлә нисек хәл ителә һуң? Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса полиция идаралығы начальнигы Илгиз Байсурин таныштырҙы. Йылдағыса, ташҡын осоронда һыу баҫҡан урындарҙа һәм халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында тәүлек әйләнәһенә дежурство ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ эвакуация, граждандар һағы көстәре һәм ҡотҡарыу саралары маршруттарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә лә етди иғтибар биреләсәк. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙы патрулләү ойоштороласаҡ һәм башҡа эштәр башҡарыласаҡ. Әлеге ваҡытта полицияның участка уполномоченныйҙары ихаталар буйлап һәм баҡсаларында даими йәшәүселәрҙең исемлеген тикшерә, балыҡсылар менән әңгәмәләр ойоштора.
Әлбиттә, махсус хеҙмәттәр үҙҙәренең бурысына яуаплы ҡарай һәм уны еренә еткереп үтәргә тырыша. Әммә күп нәмә халыҡтың үҙенән дә тора икәнлеген дә оноторға ярамай. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.19 | Ҡаралған: 664

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru