«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕАТРҘЫҢ ҺӨЙӨКЛӨҺӨ
+  - 

Эске күңеле, тышҡы ҡиәфәте менән дә берҙәй матур, һәләтле, йомарт булған был кешегә Башҡорт драма, опера һәм балет театрҙары үҫешендә мөһим роль уйнарға тура килә. Яҙмыш уға ялҡынлы ижад тормошо менән йәшәүгә аҙ ваҡыт бүлә - бары тик 18 йыл. Әммә ошо мәл эсендә лә ул күп ролдәр ижад итә, бер нисә драма һәм музыкаль спектаклдәр ҡуя, Арыҫлан Мөбәрәков кеүек бар халыҡтың яратҡандарына әүерелерҙәй матур актерҙар тәрбиәләй.

Булат (Тимербулат) Гөбәйҙулла улы ИМАШЕВ (Данил Ғофранов уйнай) - актер, режиссер. Яҡташтары хәтерләүенсә, уның атаһы Ғөбәйҙулла Имашев, ҡасандыр улыс старшинаһы вазифаһын алып барған кеше, башҡалар араһында һәләте менән айырылып торған абруйлы шәхес була. Илдә барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, халыҡ йырҙарын ярата, бейей ҙә. Атаһына оҡшап, Булат та аҡыллы, һәләтле була, тура һүҙлелек, ғәҙеллек яратыуы ла атаһынан күсә. Ошо ҡыйыулығы 13 йәшендә үк Ырымбурға барып, педагогия техникумына уҡырға инергә ярҙам итә. Бер юлы сәнғәт һөйөүселәр түңәрәгендә шөғөлләнә, Ырымбур драма театрында актерлыҡ оҫталығы буйынса тәүге дәрестәр ала. Ырымбурҙа техникум ябылыу сәбәпле, Өфөгә килә, типографияға эшкә урынлаша, үҙешмәкәр артистар менән берләшә. Тәбиғи һәләтен күреп, Ш. Хоҙайбирҙин, Ю. Юлтый, Ғ. Дәүләтшин, М. Мортазин уға артислыҡҡа уҡырға кәңәш итә. Театр техникумын тамамлағас, йәш актер Башҡорт драма театры сәхнәһендә сығыш яһай башлай һәм тиҙ арала тамашасы күңелен яулай. Осҡонланып торған күҙҙәр, сибәр йөҙ, ҡайнар темперамент, мөһабәт буй-һын спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә уйнарға мөмкинлек бирә. Ул режиссер эшмәкәрлегенә лә тотона. Остаздары булып театрҙың художество етәксеһе Мәкәрим Мәһәҙиев менән директор һәм режиссер Вәлиулла Мортазин тора. 1928 йылда башҡорт театры "Салауат Юлаев" музыкаль драмаһын ҡуя, милли геройҙы Булат Имашев уйнай. С. Мифтаховтың "Һаҡмар" спектаклендә Юлай, Д. Юлтыйҙың "Ҡарағол"ында Һөйөндөк, А. Островскийҙың "Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр"ендә Незнамов - Имаштың иң сағыу ролдәрен иҫәпләп бөтөрлөк түгел. Өфө театр техникумында уҡытып, Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡып та өлгөрә.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты, проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.19 | Ҡаралған: 755

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru