«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘ ЕТЕШТЕРГӘНДЕ ҮҘЕБЕҘ ҠУЛЛАНЫП ЙӘШӘЙЕК
+  - 



Сибай ҡалаһынан эшҡыуар Илшат ХӘСӘНОВ менән "Бөтәһе лә үҙ эшен аса аламы һәм ни өсөн баҙарҙа башҡорттар етештергән продукция һирәк?" тигән һорауға яуап эҙләнек.

Һеҙ бик күптән шәхси эш асҡан кеше, ниндәй өлкәлә эшләйһегеҙ?

- Ғүмер буйы тип әйтерлек мебель яһау эше менән шөғөлләнәм. 2005 йылда асып ебәргәйнем үҙ эшемде. Шунан бирле корпуслы мебель яһап һаттым, оҫта ҡуллы ир-егеттәрҙе эш урыны менән тәьмин иттем. Йылдан-йыл халыҡтың иҡтисади хәле хөртәйә бара - кредитҡа батып бөттөләр, түләй алыу һәләте ныҡ кәмене. Тәүҙә кеше тамағын ҡайғырта, шунан аҡсаһын һалымға, коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә, балаларын уҡытыуға тыға. Мебель ҡайғыһы, әлбиттә, артҡы планға күсте, шуға был эшемде ябырға мәжбүр булдым. Әлеге көндә минең кеүек хәлдәге эшҡыуарҙар менән кооперативтарға ойошоу тураһында кәңәшләшеп, Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы территорияһында ҙур проект эшен тормошҡа ашырайыҡ тип дәртләнеп йөрөйбөҙ, йәғни этноагрокомплекс төҙөү хыялы менән янабыҙ, үҙебеҙҙең төбәккә хас кәсептәрҙе сағылдырған комплекс булдырмаҡсыбыҙ. Туристар ошондай турбаза эргәһендәге производство, умарталыҡ, һөт фермаһы, ит фермаһы, крәҫтиән фермерлыҡ хужалыҡтарында үҙ ҡулдары менән кәзә һауып, сыр һәм ҡорот эшләп, умартаны асып бал һалып алып, балыҡ тотоп ҡарап, күңеленә ятырҙай шөғөл менән булһа, ҡыҙыҡ буласаҡ бит. Киләсәктә был проектты тормошҡа ашыра алырбыҙ, тип уйлайым.

Ауыл ерендә эш юҡлыҡҡа зарланалар, бының менән килешәһегеҙме?

- Юҡ, ниҙер эшләп ҡарарға ялҡауы килгән кеше генә шундай хәбәр таратыуы ихтимал. Эшләйем тигән кеше шөғөлөн таба. Хатта урманға сығып, миндек бәйләп, йә дарыу үләндәре йыйып һатып булһа ла аҡсалы булырға мөмкин. Ундайҙарҙы ла беләм, ҡайһы берәүҙәр шул юл менән һәйбәт аҡса эшләй. Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланыҡ икән, балаларға ла ул эште өйрәтергә, быуындан-быуынға тапшырырлыҡ бизнес төҙөргә кәрәк. Көнбайыш Европала кеше ни өсөн матур йәшәй? Сөнки унда улы атаһы, олатаһы башҡарған бер үк эште дауам итә: сыр эшләй, икмәк бешерә, күндән әйбер тегә. Улар үҙ өлкәһендә шул тиклем оҫталар, быуындан-быуынға шул белемен тапшыра баралар. Ә беҙҙә ундай йола онотолған.

Беҙҙә, Европа кешеләре кеүек, атаһынан улына тапшырырҙай ниндәй кәсеп ме-нән шөғөлләнергә мөмкин?

- Донъябыҙ шулайға әйләнде, булған нәмә бер ҡулланып ташлауға ғына етә. Элек бит улай булманы, һауыт-һаба әсәһенән ҡыҙына ҡала, кейеме балаларына күсә ине. Бына шундай сифатлы әйберҙәр етештерергә кәрәк. Нимә булһа ла, ғаилә бизнесында беренсе урында сифат торорға тейеш. Мәҫәлән, ошо һеҙҙең бүлмәләге мебелде алғанда ла, ул ДСП-нан, опилка һәм елемдән эшләнгән, бер тапҡыр һыуланһа, ул эшлектән сыға. Уны ағастан ныҡлы итеп эшләргә була. Юҡһа, беҙ урмандағы ағасты киҫеп, бер һумға ситкә һатабыҙ ҙа, унан йөҙ һумлыҡ тауарға әйләндереп, килтереп үҙебеҙгә һаталар. Шул ағас-ташты үҙебеҙ эшкәртһәк, исмаһам, мәнфәғәтен күрер инек. Шулай уҡ башҡа өлкәлә лә ата-бабаларыбыҙ тәжрибәһен, кәсептәрен иҫкә төшөрөп, уңышлы ғына эш ойошторорға була, тип иҫәпләйем, башын эшләткән кешегә аҡса аяҡ аҫтында. Башҡорт балаҫтары, милли кейем-һалым, милли аш-һыу, һауыт-һаба, эйәр-йүгән, малсылыҡ, ҡортсолоҡ булһынмы, ғаилә менән атҡарырлыҡ әллә күпме шөғөл табырға була беҙҙең халыҡта. Ир-егеттәребеҙҙең шуны аңламауына, ҙур аҡса эҙләп, Себерҙә йөрөп интегеүҙәренә, кредит тотҡонлоғона батыуҙарына аптырайым.

Башҡорттар араһында эшҡыуарҙар һирәк булыуҙың сәбәбе ниҙә?

- Ҡағыҙ эше күп бит, әллә күпме йүгереп йөрөргә кәрәк. Беҙҙең егеттәр кәрәкле ишекте бер тапҡыр шаҡыйҙар ҙа, тейешле ҡағыҙҙы ала алмаһалар, башҡаса был ишеккә яҡын да килмәйҙәр. Эшҡыуар кешегә ныҡыш булырға кәрәк.

Республикала шәхси эшҡыуарҙарға дәүләт тарафынан ярҙам бармы?

- 2013 йылда Сибай ҡалаһындағы бизнес-инкубаторға барып, шундағы белгестәр менән кәңәшләшеп, документтарҙы дөрөҫ тултырырға өйрәнеп, 300 меңлек грант оттом. Был минең өсөн бик ҡыуаныслы һөҙөмтә булды, сөнки яңы эш ҡорамалдары һатып алынды, күберәк отһам, үҙемдең цехымды ла төҙөй алыр инем. Сибайҙа бит ҡуртымға бина алыу ҡиммәт. Ошондай дәүләт ярҙамының төрҙәре күп, бында ла ныҡышмаллыҡ күрһәтеү мөһим. Ә шулай ҙа дәүләт ваҡ бизнес менән бигүк ҡыҙыҡһынмай, беҙҙә эре бизнес ҡына үҙен иркен тота. Иҫегеҙҙәлер, элек бәләкәй генә аҙыҡ-түлек магазиндары бик күп ине, бигерәк тә Сибайҙа улар бөтә биналарҙың беренсе ҡатында урынлашып бөткәйне. Берәүһендә һөт аҙыҡтары һәйбәт, икенсеһендә икмәк тәмле, өсөнсөһөнән сифатлы ит аҙыҡтары алырға була ине. Ә бөгөн ундай ларектар урынына "Пятерочка", "Магнит", "Монетка" кеүек ҙур сауҙа нөктәләре асылып бөттө. Улар һатып алыусыға сифатлы тауар тәҡдим итеүҙе хәстәрләмәй, осһоҙҙо һатып, күберәк килем алыуға өҫтөнлөк бирә.

Эшҡыуарлыҡ итеү өсөн башта аҡса тупларға кәрәк, тигәндәрен ишеткән бар. Кеҫәңдә тинең дә булмайынса эш асырға мөмкинме?

- Кемдер аҡсаһы булмаһа, эш башлай алмай, кемгәлер ҡулы оҫта булыу ҙа етә. Аҡса - ул сүкеш, бысҡы, машина һымаҡ эш ҡоралы. Ләкин хәҙерге иҡтисад финанс яғына ауышҡан, ә етештереү онотолоп бара торған шөғөлгә әйләнә. Шуға ла ҡулыңда эш асырлыҡ аҡсаң булмай тороп, нимәгәлер тотоноп булмай, тип уйлайҙар. Хәҙер артыҡ ҙур аҡса һалмай ҙа ниндәй эш асып булыуын һанап тормайым, әммә йәштәрҙең интернет аша ла аҡса эшләүен беләбеҙ бит. Тимәк, мөмкинлегеңә ҡарап, әмәлен табырға мөмкин.

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

- Эшҡыуарға хас төп сифат - ныҡышмаллыҡ. Тәүге уңышһыҙлыҡтан һуң уҡ башлаған эшеңә ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай, моратыңа ирешкәнсе алға барыу кәрәк. Миҫалға Сибай ҡалаһын алғанда ла, бөтә сауҙа нөктәләре ситтән килгәндәр ҡулында хәҙер. Мебель етештереү өлкәһен дә ситтәр яулап алды, сөнки беҙҙекеләр эшләй белһә лә, һата белмәй. Ҡайһы саҡта улар ауылдағыларға алама мебелен алып килеп, аҡсаһын һуңынан түләрһегеҙ, тип ҡалдырып китә лә, күпмелер ваҡыттан һуң ғына аҡса артынан киләләр, хужалар түләр хәлдә булмаһа, уларҙың йылҡыһын, быҙауын булһа ла тейәп алып китәләр. Ә Сибайҙа уларҙың үҙ кешеләре ит менән һатыу итеп тора, сифатһыҙ мебелгә алмашҡан малды арзанға ғына биреп, бер-береһенең бизнесына ярҙам итәләр. Әлбиттә, беҙҙең былайтып үҙ халҡыбыҙҙы таларға намыҫыбыҙ етмәй. Ә башҡаларҙан башҡорт таланырға әҙер генә тора. Шуға, беҙҙең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә, ябай ҡулланыусылар ҙа бер-береһенә ярҙам итеү тураһында уйлаһын ине. Башҡорт башҡорттан һатып алһын, үҙебеҙ етештергәнде үҙебеҙ ҡулланып йәшәйек, тимәксемен.
Шулай итеп, Илшат Хәсәнов әйтмешләй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү бөтәһенең дә ҡулынан килә торған эш түгелдер, бәлки. Әңгәмәләшем әйтмешләй, дөрөҫ һатыу итә лә белергә кәрәк. Әммә һәр кемдең үҙ эшенең оҫтаһы булырға һәм тауарының юғары сифатлы булыуын ҡайғыртырға ғына ҡулынан киләлер бит...

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.19 | Ҡаралған: 673

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru