Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
БЮДЖЕТ НИСЕК ҮТӘЛӘ?
|
Ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмә был юлы ла халыҡ йәшәйеше өсөн мөһим булған хеҙмәттәрҙе етәкләүселәрҙең отчетынан башланды.
Граждандар һағы системаһы эше буйынса МБУ начальнигы Рафаэль Әхмәтов белдереүенсә, халыҡтың тормош-көнкүрешен тәьмин иткән учреждениеларҙа авария өҙөклөгө 19 осраҡта күҙәтелһә, шуларҙың 15-е ресурстар менән тәьмин итеү предприятиеларына тура килә, райондарҙың торлаҡ хужалығы идаралыҡтарының идара итеү компаниялары буйынса - 4, башҡа идара итеү компаниялары, ТСЖ-лар, шәхси секторҙа авария осраҡтары күҙәтелмәгән. Ошо осорҙа 42 янғын сыҡҡан. Сүп-сар яныуы 24 тапҡыр теркәлһә, автомобилдәр яныуы 4 осраҡта күҙәтелгән. 9 кеше зыян күргән, шул иҫәптән өс бала, улар барыһы ла дауаханаға һалынған. 22 юл-транспорт ваҡиғаһында 22 кеше йәрәхәт алған. Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөүҙең 8 осрағы теркәлһә, һөҙөмтәлә 1 кеше зыян күргән. Граждандар һағы идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәге бер аҙнала 21240 шылтыратыу ҡабул иткән, эҙләү-ҡотҡарыу отряды 40 тапҡыр саҡырыу буйынса сығып, 20 кешегә, шул иҫәптән бер балаға ярҙам күрһәткән. Бынан тыш, 18 осраҡта шикле әйбер табылыуы тураһында хәбәр алынған.
Ҡала хужалығы системаһындағы хәл-торошҡа идаралыҡ начальнигы Никита Дмитриев байҡау яһаны. Әлеге ваҡытта, көндәр йылыныу һөҙөмтәһендә йорт ихаталарында йыйылған һыуҙы ағыҙыу эштәре алып барыла. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге МБУ-һы төҙөкләндереү ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереп, 351 протокол төҙөгән. Торлаҡ йорттарҙың территорияһын таҙартыуға 150 берәмек техника, 850 урам һепереүсе йәлеп ителгән. Ҡыйыҡтар тулыһынса таҙартылған.
Ҡала урамдарын таҙартыуҙа 230 берәмек техника эшләй, барлыҡ райондарҙа ла юл хеҙмәттәре соҡорҙарҙы ремонтлай башлаған. Йорт ихаталарында ла соҡорҙар асыҡлана һәм "ямала". 15 июнгә тиклем ҡышҡы-яҙғы миҙгелдә барлыҡҡа килгән соҡорҙар ямалып бөтөргә тейеш.
Транспорт һәм бәйләнештәр идаралығы начальнигы Владимир Петров белдереүенсә, бөгөн пассажирҙар ташыу өс йүнәлештә 103 даими маршрут буйынса алып барыла. Аҙна дауамында йәмәғәт транспорты ҡатнашлығында ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә ике кеше йәрәхәтләнгән. 13 мартта үткән комиссия ултырышында, граждандар мөрәжәғәте буйынса 248 маршруттың автобустары һанын арттырыу мәсьәләһе ҡаралған һәм маршрутҡа 10 берәмек өҫтәлгән.
Янғындар буйынса ҡала учреждениеһы инспекторы Раил Ғәлимов бәйән итте. Үткән аҙнала янғын һүндереү подразделениелары 169 тапҡыр урындарға сыҡҡан, шул иҫәптән янғын һүндереү өсөн - 39, ялған саҡырыуҙар буйынса - 54, шартлатҡыс матдәләр тураһындағы мәғлүмәт буйынса 16 тапҡыр. Янғында 3 кеше һәләк булған, 9 кеше, шул иҫәптән 3 бала зыян күргән. Янғындарҙың төп сәбәбе булып электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау (4 осраҡ), ут төртөү (1) тора, ҡалған осраҡтарҙа - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән эскән килеш тәмәке тартыу. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин янғын һүндереү хеҙмәттәренә башҡа ведомстволар, йәмәғәтселек менән берлектә профилактика эштәрен йәнләндереү бурысын йөкмәтте. Сөнки былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда янғындар һаны күпкә артып китә. Шулай уҡ янғындарҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы тикшереү ҙә көн үҙәгенә сығарылды, сөнки уларҙың батареялары ултырһа, улар төтөн еҫен тоймай. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был ҡорамалды ауыр социаль хәл-торошта булыусы категория: аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, 2018 йылдан башлап бала тыуған ғаиләләр бушлай алырға хоҡуҡлы.
Яуаплылар отчет биргәндән һуң көн тәртибендәге мәсьәләләр ҡаралды. Ҡала бюджетының үтәлеше һәм 2019 йылға бурыстар менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Вәлиева таныштырҙы. Быйылдан башлап бюджетҡа һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса килем 10 проценттан 50 процентҡа тиклем артҡан. Әммә һалым һәм һалым булмаған килем буйынса бурыстар һаман да һаҡлана. 1 ғинуарға ҡарата был һан 3 миллиард һум булған. Һалым һалыу объекттарын легалләштереү һәм бурысты кәметеү өлкәһендә килем потенциалын күтәреү буйынса ведомство-ара комиссия башҡарған эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә арттырылған йөкләмәләр һәм түләнгән бурыс күләме былтыр 997 миллион һумға етә. Бынан тыш, милек һалымы буйынса күсемһеҙ милек объекттарын инвентаризациялау буйынса эшмәкәрлек дауам ителәсәк. Ҡаланың адрес исемлеге һәм Федераль мәғлүмәт адрес системаһы мәғлүмәттәрен актуалләштереү мәсьәләһе айырым иғтибар үҙәгендә тора.
Ҡалала йәшәү мөхите сифатын күтәреү һәм төҙөкләндереү маҡсатында ихата һәм йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү өсөн сығымдар арттырыласаҡ. "Башҡортостан ихаталары" программаһын тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 543 миллион һум аҡса бүленһә, ҡала бюджетынан 27 миллион һум өҫтәләсәк. Был программаның төп шарты - граждандар унда 1 процент финанслашыусылаш булып ҡатнашырға тейеш.
"Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу" программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 336 миллион, республика бюджетынан 7 миллион һум бүленгән. Шулай уҡ ауыл урамдарына яҡтылыҡ үткәреү һәм күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса ла яңы программалар ҡабул ителгән. Яҡтылыҡ үткәреү өсөн республика бюджетынан 165 миллион, урындағы бюджеттан 18 миллион һум аҡса бирелә.
Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бюджет аҡсаларын үҙләштереүҙе айырым контролгә алырға ҡушты. Юҡҡа ғына, аҡса иҫәп ярата, тимәйҙәр.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 27.03.19 | Ҡаралған: 628
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|