2026
әйт, тиһәгеҙ...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?
2025
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
9-14 июлдә Өфө 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итә. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, баш ҡалаға 31 илдең 75 ҡалаһынан 1228 спортсы килә. "Был ярыштарҙың үҙенсәлеге шунда: унда илдәр түгел, ә ҡалалар йыйылмаһы ҡатнаша, - тип билдәләне министр республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. - Уйындарға 9 олимпия спорт төрө күрһәтелгән. Сараны асыу тантанаһы "Өфө-Арена" майҙансығында уҙа. Халыҡ-ара балалар уйындарының бюджеты 167 миллион 200 мең һум (2 миллион 200 меңе - Өфө бюджеты, 150 миллионы - "Газпром" йәмғиәте, 15 миллионы - Рәсәйҙең спорт министрлығы) тәшкил итте. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башлығы билдәләүенсә, Ҡамышлы урамындағы яңы Спорт әҙерлеге үҙәген Халыҡ-ара балалар уйындары алдынан һынап ҡарайҙар. Унда 2019 йылдың июнендә еңел атлетика, фехтование, йөҙөү һәм грек-рим көрәше буйынса төбәк ярыштары ойошторола.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Кеше фәрештә лә, хайуан да түгел, һәм уның бәхетһеҙлеге шунда: ул ни тиклем фәрештә булырға ынтыла, шул тиклем хайуанға әйләнә бара.
(Б. Паскаль).