«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҪӘРҘӘРЕБЕҘ ГЕРОЙҘАРЫ БАБИЧ, ВӘЛИДИ, МЫРҘАБУЛАТОВ
+  - 



Башҡортостан автономияһы яулаусыларҙың һәр береһе тураһында табаҡ-табаҡ әҫәрҙәр, китаптар яҙырға булыр ине лә, тик был әле һаман теләк-ниәт кенә булып ҡала. Ә шулай ҙа ошо темаға тотонған фиҙаҡәр яҙыусыларыбыҙ, бармаҡ менән генә һынарлыҡ булһа ла, барҙар. Уларҙың өсәүһенә үҙҙәре һүрәтләгән геройҙары тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Наил ҒӘЙЕТБАЙ, "Бабич" романы авторы: Әҫәремдә Шәйехзада Бабичты йәш шағир итеп кенә түгел, ә көслө шәхес итеп күрһәтергә тырыштым. Сөнки ул ысынлап та иҫ киткес көслө лидер була. Былар минең уйлап ҡына сығарған йәки биҙәгән образым түгел. Архив документтары, замандаштарының, көрәштәштәренең иҫтәлектәре, яҙмалары, яҡындан белеүселәрҙең, уның менән аралашып ҡалғандарҙың һөйләгәндәре һәм башҡа материалдар ентекле өйрәнелеп, шулар нигеҙендә Бабич булмышы тыуҙырылды. Шәйехзада шағир ғына түгел, ә һүҙ аша әллә күпме массаны хәрәкәткә килтерә алған оратор, шауҡымлы әҙәм була. Уның артынан халыҡ эйәрә, уның әйткәнен күтәреп алалар, һүҙ әйтеүен һорайҙар, телмәренә ышаналар. Шундай харизмалы, арбаусы, әллә ниндәй хәлдәрҙе лә кәрәкле юҫыҡҡа бороп ебәрә алырҙай рухи көскә эйә була. Быларҙан тыш, ул нимәгә тотонһа ла булдыра. Бер ниндәй хореграфик йәки музыкаль белеме булмайынса ла бейеүҙәр һала, сәхнә әҫәрҙәре ҡуя, музыкаль номерҙар яһай ала. Уның менән һоҡланып, эштәренә хайран ҡалып, Ғәзиз Әлмөхәмәтов та, Зәки Вәлиди ҙә көндәлектәрендә яҙып ҡалдыра. Ул ваҡытта егеттең даны хатта беҙ бөгөн лидер тип белгән шәхестәрҙең дә исемен ҡаплап китә. Ә нисек ҡыҙҙар ярата уны!
Бабич, Салауат кеүек шәхестәр улар халыҡҡа замандың айырым бер ауыр мәлендә шундай герой миссияһы менән биреләлер. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтың тулы һөйөүен яулап, шул халыҡ өсөн ҡорбан булаларҙыр ҙа... Әгәр Шәйехзада шулай иртә китеп бармаған булһа, ул бик ҙур лидерға әүерелер ине. Әммә уны йәшәтерҙәр ине микән? Шағирҙың үтә популяр, үтә аҡыллы һәм үтә халыҡ һөйөүендә булып китеүен хатта уның көрәштәштәре лә яратмай башлай ул саҡта. Шулай була бит ғәҙәттә, көслө шәхестәр янында көнләшеүселәр, һатлыҡтар барлыҡҡа килә.
Миңә йыш ҡына "Бабичтың яҙмышы шулай фажиғәле тамамланмаһа, ул батыр булыр инеме икән?" тигән һорауҙы бирәләр. Яуап: ул батыр булған! Ул шул йәшәгән ғүмерендә үк батыр булып өлгөргән. Үлеме иһә кульминация ғына. Сөнки уның исеме һәм даны бөгөн дә йәшәй. Герой хаҡында бары беҙ белмәйбеҙ һәм өйрәнмәгәнбеҙ генә. Был беҙҙең ғәйеп.

Ғәлим ХИСАМОВ, "Шаҡай бураны", "Шаҡай бураны-2" романдары авторы: Был китаптар Башҡортостан автономияһының йөҙ йыллығына бағышланды, әммә уларҙа йөҙ йыллыҡ ҡына тарих түгел. Ә күпкә тәрәнерәк һәм киңерәк ваҡиғалар уларҙа. 1917 йылдың 23 февралендә Вәлиди йәшәгән йорттоң ҡаршыһында урынлашҡан Преображенский казармаларында атыштар башлана һәм был ҡубып киткән ихтилал башланғысын беҙҙең герой (хәтирәләре буйынса) тәҙрә аша ҡарап-күҙәтеп тора һәм "Ошо ваҡиғалар минең халҡыма ла ҡағылһын һәм уятһын ине", тип күңеле тулып уйлай. Мин әҫәремдә Әхмәтзәки Вәлидиҙе аҡларға, уның шәхесен данлап күрһәтергә теләмәйем, шулай уҡ был образды билдәле булғаны өсөн генә лә алманым. Уҡыусыға, бигерәк тә үҙ милләтебеҙ уҡыусыһына, уның ни тиклем бөйөк шәхес булғанын аңлатырға теләнем. Шаштырмайым, биҙәмәйем, уйлап тапмайым. Был кеше ысынлап та бик бөйөк әҙәм, бөйөк ғалим, бөйөк фекерҙәр эйәһе, бөйөк идеялар табыусы, бөйөк ойоштороусы булған. Шулай булғаны өсөн дә баҫылған, эҙәрлекләнгән һәм юҡ итеүгә дусар ителгән. Вәлидиҙең эшмәкәрлеген, ижадын, яҙмаларын, тормош юлын иҫем-аҡылым китеп өйрәндем. Мине әҙәм балаһының нисек итеп шул тиклем дә сифатлы йәшәйеш алып бара алыуы, шул ҡәҙәр егәрле, киң эрудициялы, аңлы була алыуы хайран итте һәм итә. Ул бит башҡорт тарихын ғына ентекле һәм тәрән белә түгел, төрки халыҡтар, уларҙың телен, Рәсәй тарихын, Рәсәйҙәге урыҫ булмаған милләттәр тарихын, донъя тарихын да төплө өйрәнгән. Тарихты кешелек барлыҡҡа килгәндән алып белгән. Һәм илдәге бөтөн ваҡиғаларҙы ла үҙе аша, үҙ милләте холҡо аша үткәреп яҙған. Революция хәл-ваҡиғаларында, рус милләтенән булмаған халыҡтар хаҡында һүҙ ҙә булмаған заманда, төрки халыҡтарҙың азатлығы тураһында уй сығара. Ташкентта эшләгән сағында ла уның янынан үзбәк, ҡаҙаҡ кеүек төрки халыҡтар өҙөлмәй. Унда Вәлиди ҡулы менән төҙөлгән әллә күпме документтар һаҡлана. Ул шуларҙы төндәр буйы уйлап, фаразлап, яҙып ултырған. Йоҡлағанда 3-4 сәғәт йоҡлаған, күп осраҡта улай ҙа ял итмәгән, тиҙәр музей вәкилдәре. Башҡалар "милли ирек" тигәнде әле башына ла килтермәгәндә, ул был идеяны хәрәкәткә килтерә. Һәм ошо идеялары милләттәр атаһы иткән дә инде үҙен.
Бөгөн беҙ булған һәм ысынлап данлы булған шәхестәребеҙҙе кемдәрҙер алдында аҡлап йәки кемдәргәлер нимәләрҙер иҫбатлап ыҙаланабыҙ. Был дөрөҫ түгел. Дөрөҫө бына ошолай итеп уларҙың ысынбарлығын әлеге быуындарға күрһәтеү: беҙҙең тотош донъяға билдәле, бөтөн төрки халыҡтарының атаһы булған Әхмәтзәки Вәлиди тигән бөйөк шәхесебеҙ булған, бар һәм уның исеме тарихыбыҙҙа алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Йыһат СОЛТАНОВ, "Йәдкәр" романы авторы: Башҡорт халҡының азатлыҡ һәм үҙаллылыҡ өсөн күп быуатлыҡ ҡораллы көрәшендә беренсе тапҡыр еңеүгә өлгәшелгән 1920 йылғы халыҡ баш күтәреүенең ҡаһарман етәксеһе Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов була. Ул мәҙрәсәлә белем алып, мөғәллим булып сыға һәм Башҡортостан, Ҡаҙағстан ауылдары мәктәптәрендә балалар уҡыта. 1914 йылғы герман һуғышына хәрби хеҙмәткә алынып, 1917 йылда фронтта большевиктар йоғонтоһонда сәйәси ҡарашы нығынған яугир һалдат комитетына ағза итеп һайлана һәм Петроградҡа партия ҡарамағына юлландырыла. Шул уҡ йылда, Сөләймән үҙе яҙыуынса, "урындарҙа Октябрь революцияһын әҙерләшеү өсөн тәғәйенләнгән иптәштәр исемлегендә" Коммунистар партияһы тарафынан тыуған яғына юлландырыла һәм 1918 йылда өйәҙ ҡалаһы Орскиҙа урыҫ коммунистар менән берлектә партия ойошмаһын төҙөшөп, уға партия ағзалығына №1 һанлы билет тапшырыла, өйәҙ башҡорт ауылдарында уны "№1 большевик" тип беләләр. Граждандар һуғышына ул, көньяҡ Башҡортостанда тәүге "ҡыҙыл гвардия әтрәте" ойоштороп, атаһының "яңғыҙ атын эйәрләп" сығып китә, төрлө фронттарҙа Ҡыҙыл Армия сафында аҡтарға (шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлидовтың башҡорт халыҡ армияһына) ҡаршы һуғыша, сөнки ысын Башҡортостан азатлығын, үҙаллылығын большевиктарҙың совет хөкүмәте ҡулынан алыуға ышана. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте Мәскәү менән Килешеү нигеҙендә ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Сөләймән Мырҙабулатовты Мәскәү, Әхмәтзәки Вәлидовтың теләген үтәп, "Башчека председателе вазифаһын башҡарыусы" итеп ҡуя, ошо эшендә ул ҡыҫҡа ваҡыт араһында Владислав Поленовты башҡорт халҡының, автономияның хас дошманы рәүешендә фашлап өлгөрә, ләкин Мәскәү үҙенең палачын яҡлай...
1920 йылдың май айында Ленин етәкселеге ике-ара Килешеүҙе тупаҫ боҙоп, Ә. Вәлидов менән Х. Йомағоловты Башҡортостандан һөргәс һәм Башҡортостан автономияһының яуыз палачы Ғәли Шәмиғоловты Башҡортостанға диктатор итеп ултыртҡас, ҡанҡойошло репрессиялар башлана, Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов етәкселегендә башҡорт халҡы яуыз режимға ҡаршы ҡораллы баш күтәрә һәм көрәш ялҡыны бөтә кантондарҙы ялмай, уны туҡтатырлыҡ көс ҡалмай. Һөҙөмтәлә совет хөкүмәте баш күтәреүселәр етәкселеге менән һөйләшеп килешергә мәжбүр була: Шәмиғолов режимы Мәскәүгә алынып, башҡорттарҙың күп талаптары ҡәнәғәтләндерелә. С.Ш. Мырҙабулатов һәм уның арҡадаштарының башҡорт халҡы исеменән ҡаршы яҡҡа ҡуйған ғәҙел талаптарының иң күп өлөшө Үҙәк хөкүмәт һәм Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ҡабул ителеп, бойомға ашырыла. С.Ш. Мырҙабулатов ихтилалы партияның үҙе тарафынан уҡ "бандитизм" ләҡәбенән арындырылып, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте, тип рәсми таныла. Шул нигеҙҙә ихтилалда ҡатнашыусылар эҙәрлекләнергә лә, яуапҡа тарттырылырға ла тейеш булмай. Партия Өлкә комитеты ултырышы ҡарарында С.Ш. Мырҙабулатов яугирҙары, "революцион баш күтәреүселәр" тип, большевиктар телендәге иң юғары баһа менән билдәләнә һәм фронттағы данлы Башҡорт бригадаһын шулар иҫәбенә тулыландырыу кәрәклеге тураһында әйтелә (ЦГАОО Р.Б., ф. 22, оп. 5, д. 8, л. 27), ә уларҙың юғары етәкселәре С.Ш. Мырҙабулатов - республиканың Башвоенком ярҙамсыһы, М.Х. Сәғитов - сәркәтибе итеп Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм элекке (ҡасып киткән) Башревком ағзаларына ла, кире ҡайтып, республикала эшкә урынлашырға, ә ихтилалсы коммунистарға, ҡәҙимге тәртиптә ғариза биреп булһа ла, партияға ҡабат инергә, совет һәм партия органдарында етәкселеккә күберәк башҡорт кадрҙарын үрләтергә юл асыла. Быға тиклем ситләтелгән башҡорттарҙың иң юғары вазифаларҙа партия Өлкә комитеты сәркәтиптәре булып (Биишев, Хоҙайбирҙин), БашЦИК рәйестәре (Мортазин, Ҡушаев) һәм Совнарком рәйестәре (Биишев, Халиҡов, Булашев) булып эшләүҙәрен шул ихтилал һөҙөмтәһе итеп күрәбеҙ. Ғөмүмән, милләтебеҙҙең артабанғы йәшәүе өсөн мотлаҡ булған, әлегәсә үткерлеген юғалтмаған иң мөһим милли мәсьәлә лә С.Ш. Мырҙабулатов ихтилалының һөҙөмтәһе булараҡ тап 1921 йылда уҡ хәл ителә башлай - XVI быуатта Рәсәйгә ҡушылғаныбыҙҙан һуңғы тарихыбыҙҙа беренсе тапҡыр юғары дәүләт органыбыҙ БашЦИК тарафынан: "БАССР территорияһында башҡорт телен урыҫ теле менән бер тиң дәүләт теле итеп танырға", - тигән ҡарар ҡабул ителә лә яҡындағы йылдарҙа уҡ тормошҡа ашырыла: бөтә дәүләт күләмендә рәсми эш йөрөтөү, мәктәп, матбуғат, китап баҫмалары, театр һ.б. башҡорт телендә яҙыла, башҡорт телендә һөйләшә башлай. Был ихтилал ҡыҙыл Рәсәйҙең 1918 йылдан алып башҡорт халҡына күрәләтә геноцид (ҡырып бөтөрөү) сәйәсәте үткәреүен дә бер ни тиклем тотҡарлай, шовинистар уны инде һаҡ ҡына, аҫтыртын үткәрергә, итәк-салғыйҙарын йыйыбыраҡ йөрөргә мәжбүр була. Шәмиғолов диктатураһы аҫтында бына-бына Рәсәйҙең бер губернаһына әйләндерелергә торған Башҡортостан артабан да автономиялы республика булып йәшәү хоҡуғын ҡабат яулай, ошо хоҡуҡ бер ыңғайҙан Рәсәйҙең башҡа бөтә автономияларына ла тарала. Тимәк, урыҫ булмаған милләттәрҙең урыҫ дәүләте эсендәге дәүләтселек формалары С.Ш. Мырҙабулатов етәкселегендәге башҡорт ихтилалы арҡаһында һаҡлап алып ҡалына. Ҡаһарманыбыҙ 1930 йылдың декабрендә Сәнкем-Биктимер ауылында үҙе төҙөгән колхоздың рәйесе булараҡ эшләп йөрөгәнендә ҡулға алынып, 1931 йылдың февралендә Мәскәүҙең Бутырка төрмәһендәге яза камераһында өҫтөнә боҙло һыу ҡойоп туңдырып үлтерелә…

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.19 | Ҡаралған: 605

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru