«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙТЫУ
+  - 

Билдәле йырҙар һүҙҙәре авторы Марсель Ғәлиевтың "Ҡайтыу" йырында шундай юлдар бар: "Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары, сит ерҙәрҙән ҡайтып барыштары". Ниңәлер, билдәле этнограф Михаил Антонович Круковскийҙың XIX быуат һуңында, XX быуат башында Көньяҡ Урал буйлап сәйәхәте ваҡытында төшөргән башҡорттарҙың фоторәсемдәренең күсермәләре тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, ҡапыл ошо йыр иҫкә төштө. Уйлап ҡараһаң, яҙмышҡа буйһоноп сит ерҙәрҙә йөрөп, үҙ төбәгенә ҡайтҡан кешеләр, хайуандар, ҡоштар кеүек, был фоторәсемдәргә быуаттан ашыу көтөргә, урау юлдар үтергә тура килгән. Әммә барыбер ҙә үҙ төйәгенә әйләнеп ҡайтҡандар. Уларға тыуған яғына ҡайтыу мөмкинлеге биреүселәрҙең береһе - "Янғантау" геопаркы" хеҙмәткәре Айрат ҒӘЛИЕВ менән ошо хаҡта әңгәмәбеҙ.

Билдәле этнограф Михаил Круковскийҙың рәсемдәре күсермәһенең милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған яғындағы күргәҙмәһе - Рәсәйҙә беренсе күргәҙмә. Бындай идея һеҙгә ҡасан килде һәм уны нисек тормошҡа ашырҙығыҙ?

- Бер ни тиклем Ленинград өлкәһендә музейҙар буйынса эшләнем, бик йыш билдәле Кунсткамерала ла булырға тура килде. Антропология һәм этнография музейы ла шунда урынлашҡан. Һаҡлағыстарҙағы осһоҙ-ҡырыйһыҙ каталогтар араһында "Девушка из Мосабайки" тигән яҙыу күреп ҡалдым һәм альбомды тотош ҡарап сыҡтым. Уның биттәренән миңә яҡташтарым, Мусабай (Ишембай ауылының боронғо исеме), Яхъя, Миндеш ауылы кешеләре ҡарай ине. Алдымда йөҙ йәштән дә олораҡ фотографиялар булыуына ышана ла алманым. Әлбиттә, башыма килеп ингән иң беренсе уй - фотоларҙы тыуған яғымда күрһәтергә ине, тигән уй булды. Әммә Кунсткамерала фотоларҙың күсермәһен эшләү ҡәтғи тыйыла, шуға күрә бер нисәһен кеҫә телефонына ғына төшөрөп, ошо фотографиялар булған каталогтарҙың номерҙарын яҙып ала алдым.

Тыуған яғыма ҡайтҡас та күргәҙмә ойоштороу тураһындағы уй тынғылыҡ бирмәне һәм был уйымды Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова ла хупланы. Кунсткамера директоры адресына фотографияларҙың күсермәһен эшләп, бушлай тапшырыуҙарын үтенеп хат яҙҙыҡ, әммә кире ҡағыу хәүефе лә ҙур ине. Әммә үтенесебеҙҙе, фотоларҙың күсермәһен тиражлау һәм күсермә эшләү хоҡуғын тыйып, ҡәнәғәтләндерҙеләр. Шулай ҙа беҙгә бик ыңғай тура килде, тип ҡыуанабыҙ, сөнки бер фоторәсемде сканлау 700 һумға барып баҫыр ине, ә фотолар барлығы 50 дана! Шулай уҡ фотоларҙы ҙурайтып, сифатлы итеп баҫтырыу, күргәҙмәне ойоштороу ҙа еңел булманы, ләкин битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән беҙ барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Хәҙер инде теләгән кеше Салауат Юлаев музейына килеп, тарих менән таныша ала.

Круковскийҙың ҡайһы бер фотоларын интернетта күрергә мөмкин, уларҙы мәҡәләләрҙе биҙәү өсөн ҡулланалар һәм аңлатмаһына бик йыш татарҙар йәки мишәрҙәр, тип яҙалар. Тарихҡа битараф булмаған кеше булараҡ был хаҡта нимә әйтерһегеҙ: бындай урлашыуҙың сәбәбе нимәлә, автор, шул уҡ ваҡытта этнограф, уларҙың ҡайҙа, ҡасан төшөрөлгәнен ентекләп яҙғандыр бит?

- Михаил Антонович эштәренең башҡаларҙан төп һәм мөһим айырмаһы шунда - тап ул барлыҡ негативтарына ентекләп яҙған: аңлатма биргән, ниндәй ауылда, ниндәй шарттарҙа фото төшөрөлгәнен теркәгән. Тап шул фотолар арҡаһында беҙ крайҙың бынан 110 йыл элек нисек булғанын, өйҙәрҙең төҙөлөшөн, кешеләрҙең йөҙҙәрен, кейемдәрен, хатта йорт йыһаздарын күрә, таныша алабыҙ. Бындай этнографик мираҫ менән барлыҡ милләттәр ҙә маҡтана алмай, шуға күрә урлашыуҙар бар һәм артабан да буласаҡ. Ундай эшмәкәрҙәр менән бәхәсләшеүҙе урынһыҙ тип һанайым, ә күберәк кеше үҙенең тарихын күреп белһен, ата-бабаларын онотмаһын өсөн бына ошондай күргәҙмәләр ойоштороу дөрөҫөрәктер, минеңсә.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында икенсе билдәле авторҙың - Прокудин-Горскийҙың объективына эләккән геройҙарҙың вариҫтары ла ҡатнашҡаны мәғлүм. Ошо күргәҙмәнән һуң башҡаларҙың нәҫел-нәсәбе табылманымы?

- Аныҡ кешеләр табылманы, әммә фотолар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ололар фотоларҙағы йөҙҙәргә текәлеп, ауылдаштар менән оҡшашлыҡтар эҙләне. Хатта ҡайһы берҙәре эргәһендә "бына Шакировтар", "ә бына был Ишмөхәмәтовтарға оҡшаған", тип үҙ-ара һөйләштеләр ҙә. Дөрөҫөн әйткәндә, оҡшашлыҡтар бар һәм бик күп. Әммә аныҡ ҡына билдәләүе мөмкин түгелдер, сөнки фотолағы кешеләр яҙмышына тиҙҙән Беренсе донъя, Граждандар һуғыштары, 1921, 1933, 1946 йылдарҙағы аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы килеп инәсәк. Уларҙың ҡайһыһы ҡартайғансы йәшәй алды икән? Шулай тип уйлауҙан ғына ла тәндәр земберләп китә хатта...

Әйтеп китеүегеҙсә, тимәк, был күргәҙмәләге кешеләр, йорттар, күренештәр тыуған яғына мәңгелеккә ҡайтты һәм мәңгелеккә шунда ҡаласаҡ. Уларҙың әһәмиәтен райондың бөгөнгө халҡы, йәштәр тейешенсә баһалай алырмы икән?

- Эйе, улар үҙ өйөнә, үҙ еренә ҡайтты. Беҙҙең бер генә теләгебеҙ бар: уларҙы мөмкин тиклем күберәк яҡташтарыбыҙ һәм геопарк ҡунаҡтары күрергә тейеш. Шуға күрә күргәҙмәне һуңыраҡ "Янғантау" шифаханаһында ла ойошторорға уйлайбыҙ. Был фотолар - крайҙың милли хәтерен уятыу буйынса ҙур проекттың бер өлөшө генә, "Янғантау" геопаркы ла тап ошо маҡсатта үҫешә, һәм был бик ҡыуаныслы. Киләсәктә Круковскийҙың, Прокудин-Горскийҙың һәм башҡаларҙың фотоларынан фотомузей булдырырға ла планлаштырабыҙ. Ул геопарктың экскурсия маршруттарының мөһим пункты булып торасаҡ.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.19 | Ҡаралған: 824

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru