Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
БАЛАЛАР ҘА ШАЯРА, МӘРӘКӘЛӘЙ БЕЛӘ
|
Яугир юлын үтеп, киләсәк быуындарға аяҙ күк йөҙөн аманат итеп ҡалдырған Мостай Кәримгә һәм Башҡортостан Автономияһына 100 йыл тулыуға, Рәсәйҙә "Театр йылы" үткәрелеүгә бағышланған "Шаяниум" бәйгеһенең шаяндарын һәм тапҡырҙарын был юлы шағирҙың "Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә, сатнамаған ҡояш ҡалдырам..." тигән шиғыр юлдары илһамландырҙы.
Ун етенсе тапҡыр үткәрелгән "Шаяниум" конкурсында быйыл Өфөнөң төрлө белем усаҡтарынан барлығы 31 команда ҡатнашҡан һәм финал уйындарына шуларҙың ун бише сыҡҡан. Был ярышта, ғәҙәттә, балаларҙың көнүҙәк мәсьәләләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмауына шаһит булына. Быйыл да сығыштарҙа ойоштороусылар тәҡдим иткән дөйөм темаларҙан тыш, республикала булған хәл-ваҡиғалар сағылыш тапты. Мәҫәлән, Өфөнөң 48-се башҡорт лицейы "Сәтәкәй" командаһынан булған малайҙың химия дәресендә "Магний, калий, о! Һаумыһығыҙ, Радий Фәритович!" тип һикереп килеп тороуы бөтә тамашасыларҙы геү килтерҙе. Ғөмүмән, уҡыусыларҙың юмор күҙлегенән бер нәмә лә ситтә ҡалмай икәнен быйыл да күрҙек. 122-се башҡорт гимназияһының "Ша-шу-ша" шаяндары юбилейына әҙерләнгән Башҡортостандың башындағы тажын һалдырып, ҡамсат бүрек кейҙереп ҡуйҙы. "Өфө" футбол клубының музейына барып, күргәҙмәләрҙе ҡарап йөрөгән арала "О, кубок!" тип ҡысҡырып ебәргән иптәшен "Был бит ваза" тип төҙәткән Спорт профилле мәктәп-интернатының "InterСпорт" командаһы уйынсыһы шул рәүешле әлегә тиклем футболсыларыбыҙҙың ҙур наградалар яулай алмауын төшөндөрҙө. Ғөмүмән алғанда, йылдан-йыл "Шаяниум"дағы юмор, көләмәстәрҙең тематикаһы ла, сифаты ла үҙгәрә. Был юлы Республика инженер лицей-интернатының үҙҙәрен "башҡорт феминисткалары" тип таныштырған "Ҡыҙҙар.com" командаһы аңлайышһыҙ шаяртыуҙары менән шаҡ ҡатырҙы. Ә бына был белем усағының күптән билдәле һәм тамашасы яратып ҡабул иткән малайҙар командаһы "Башҡорттар.RU" һәр ваҡыттағыса шәп сығыш яһаны. Уларҙың көләмәстәре лә урынлы, музыкаль сығыштары ла бәйгелә ҡатнашыусыларҙың талантлы булыуын сағылдырҙы, сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоуы һәм бер ҙә яңылышып тормауы әсир итте. Әммә жюри ағзалары "Башҡорттар.RU" командаһы сығышын быйыл баһалап еткермәне...
Юмор артында һәр саҡ ысынбарлыҡ йәшерелгән булыуын белһәк тә, уны аңлауы бер аҙ аптырашта ҡалдырҙы әле. Физика фәненән тик бишлегә өлгәшкән улын атаһы "Ғүмер буйы физика уҡытыусыһы булырға йыйынаһыңмы әллә?" тип битәрләп, аҡылға ултыртырға йыйыныуын күрһәткән Өфө ҡалаһы Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының "XX централ" командаһы "күҙҙәрҙе асты". Ысынлап та, бөгөн ҡайһы мәктәп балаһынан һораһаң да, "Киләсәктә уҡытыусы булам", тигән яуап алырмын тимә. Ғөмүмән, "Шаяниум" ағай-апайҙар, атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар өсөн мәктәп йәшендәгеләрҙе аңларға ярҙам иткән бер сара инде ул. Бына М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының "Кендектәр" командаһы уйынсылары сағылдырған ваҡиғаны миҫалға алайыҡ. "Атай-әсәй, миңә ноутбук кәрәк!" тип маҙаға тейгән малайға өлкәндәр бер тынала: "Шайморат, үҙеңдең теләктәреңде тый әҙерәк! Беҙ һинең туғаныңа былай ҙа Айфон тип исем ҡуштыҡ", - тиҙәр. Кемдәндер күреп, ата-әсәһенән йүкә һуйҙырған үҫмерҙәр юҡ түгел, беҙҙең балалар шуны үҙҙәре лә белә икән.
"Шаяниум" конкурсы быйыл көтөлмәгән һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы һәм уҡытыу башҡорт телендә алып барылған белем усаҡтары араһында III урынды "InterСпорт" менән "Рәссамдар" бүлеште, II урынды - "Ша-шу-ша", I урынды "Сәтәкәй" командаһы алды. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр араһында III урынға "Искәндәр бабай" һәм "Көлсә" сыҡты, II урында - "Хыялый-зыялыйҙар", I урында - "Ҡырғаяҡтар". Ә бына иң төп бүләк - Гран-прины маҡсатлы "Кендектәр" яуланы. Йола буйынса билдәләнгән "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" һәм "Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияларын "Ша-шу-ша" командаһы ағзаһы Наҙгөл Ғарифуллина менән "Етегән+1" командаһы ағзаһы Арыҫлан Хәмитов алды. "Шаяниум"да ҡатнашҡан бүтән командаларҙы ла бағыусылар төрлө номинацияларҙа бүләкләне һәм бер уҡыусы ла буш ҡул менән ҡайтманы. "Былтыр килеп сыҡмағас, киләһе йыл мотлаҡ еңәбеҙ, тип үҙебеҙгә һүҙ биргәйнек, - ти "Кендектәр"ҙең капитаны, 7 синыф уҡыусыһы Рамаҙан Ҡаҙаҡбаев. - Ныҡлап әҙерләндек, яңылышмаҫ өсөн һүҙҙәрҙе ятланыҡ, дәрестәрҙе күп ҡалдырҙыҡ һәм төндәрен дә йоҡлап булманы. Еңеүгә айырыуса шатмын, сөнки киләһе йыл Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек башланһа, мин "Шаяниум"да ҡатнаша ла алмам әле..."
ШУЛАЙ ИТЕП...
Уҡыусыларҙың эскерһеҙ шаяртыуҙары, бер ҡатлы көләмәстәре һәр ваҡыт бөтә тамашасыларҙы ла йылмайта, көлдөртә һәм улар ихлас күңелдән алҡышлай торғайны. Тик был юлы тамашаға килгән балалар, нишләптер, тиҫтерҙәренең сығыштарына бер аҙ битараф булды, хатта сара бөтмәҫ борон залдан тороп сығырға ашыҡты. "Шаяниум" ойошторола башлағандан алып ун етенсе йыл быуындан-быуынға күсә килгән юморға һөйөү, кешеләргә көлкө өләшеү теләге уҡыусылар күңелендә һүрелеп ҡуймаһын ине инде...
Камила ҒӘЛИЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 03.04.19 | Ҡаралған: 655
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|