«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ТҮГЕЛ, Ә БАЛАЛАР ӨСӨН КИТАПТАР КӘРӘК
+  - 



Ошо араларҙа Халыҡ-ара балалар китабы, йүнһүрәттәр көндәре билдәләнде. Беҙ ҙә ул көндәрҙе билдәләнек билдәләүен, әммә иң төп һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырҙыҡ: бөгөнгө башҡорт балалар әҙәбиәте һәм башҡорт йәнһүрәттәре балалар тәрбиәһендә ниндәй роль уйнай?

Бик сетерлекле тема был. Сөнки башҡорт әҙәбиәтендә балалар өсөн яҙған шағирҙар ҙа, яҙыусылар ҙа бар һымаҡ. Магазиндарҙа китаптар ҙа юҡ түгел. Интернетты асып ҡараһаң, һәр балалар баҡсаһында бер шағирә йә әкиәтсе тәрбиәсе эшләй, уларҙың үҙнәшер китаптарының электрон варианты ла ҡуйылған. Был материалға тотонор алдынан шуларҙың күптәренә күҙ һалып та сыҡтым. Һәм быларға өҫтәп, балалары китап уҡыу менән мауыҡҡан, үҙҙәре балаларына әҙәбиәт һатып алған һәм ҡыҙыҡһындырған әсәйҙәр менән дә бәйләнешкә индем. Бына уларҙың фекерҙәре:
Гөлназ Яҡупова: Ҡыҙҙарыма 10 һәм 13 йәш. Китап уҡыйҙар. Тик, үкенескә ҡаршы, башҡорт балалар әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһындыра алмайым, сөнки уларҙы арбай алырҙай китаптар юҡ иҫәбендә. М.Кәрим менән Н.Ғәйетбаевтан башҡа яҙыусыларҙы "балалар яҙыусыһы" тип әйтә лә алмайым. Сәбәп нимәлә? Яҙыусыларҙың балалар психологияһын белмәүендә, өйрәнмәүендә. Әҫәрҙәрҙең күңелһеҙ, мажараһыҙ булыуында. Миҫал өсөн, кәштәлә билдәле шағирәнең томлығы тора, балалар әҙәбиәте бүлеге тарафынан мөхәррирләнгән, бер һүрәт тә юҡ, төҫһөҙ, шиғырҙары түбән интеллектлы аудиторияға яҙылған кеүек. Китап сығара белмәйҙәр беҙҙә балалар өсөн. Шулай уҡ тәржемәләр менән дә ҡәнәғәт түгелбеҙ. "Полианна"ның серияларын уҡып-уҡып ҡараныҡ та, апайҙарҙың үтә лә бөҙрә һәм ҡатмарлы телен ҡабул итмәнек. Рус телендә бит китап улай аңлайышһыҙ түгел, ә башҡортсаһы башҡорт балаһының башын әйләндерә алырлыҡ.
Гөлнара Мостафина: 5 йәшлек ҡыҙыма әлеге ваҡытта "Пеппи - длинный чулок"ты уҡып йөрөйбөҙ. "Аҡбуҙат"ты уҡығанда ундағы яҙылғандарҙы бала теленә "әйләндерәм" һәм күп китаптарҙы ла шулай итәм. Башҡортса китаптарҙы балама ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн мажараларҙы үҙем өҫтәп ебәрәм, ябайыраҡ һүҙҙәр ҡулланам. Өлкән ҡыҙыма заманында Фәүзиә Рәхимғолованы уҡый торғайным. Бөгөн магазиндарға инәм дә, урап сығам. Һатып алырға теләк уятыр китаптар юҡ. Улар менән ҡыҙымды арбай алмаҫымды беләм. Бында хатаны мин яҙыусыларыбыҙҙың балалар өсөн түгел, ә балалар тураһында яҙыуында тип уйлайым. Беҙҙә ололар балалар хаҡында артыҡ сөсөлдәп, сүселдәп яҙа ла, шуның менән кескәйҙәрҙе биҙҙереп тә ҡуя. Ә балалар өсөн әҙәбиәттә бит, киреһенсә, балалар үҙҙәрен шундай аңлы, белемле һәм күп белергә теләгән итеп һанай. Автор уларҙы үҙе менән типә-тиң итеп, хатта аҡыллыраҡ, күпте күрә, аңлай, тоя белгәнерәк итеп күрһәтә. Был осраҡта уҡыусы бала тап үҙенә хас булған кисерештәрҙе, тойғоларҙы таба ала.
Башҡортса йәнһүрәттәрҙе телгә алып әйтә лә алмайым. Бармы ни улар? "Сәңгелдәк"те ҡарайбыҙ. Бына ул тапшырыу ысынлап балалар өсөн. "Тамыр"ға ҡуйып китһәм, ҡыҙым ипләп кенә икенсе каналға күсереп ала, ҡарап йөрөйөм дә кире ҡуям, юҡ, барыбер "Даша и ее друзья", "Фиксики" тигән йәнһүрәттәрҙе эҙләп таба.
Нәсимә Ғиззәтуллина: 4 йәшлек балаға уҡырға башҡортса әҙәбиәт табып булмай! Русса аңламай әле, ә башҡортса әүрәтерлеге юҡ. Китаптар бар ул, тик уларҙы бала төшөнә алмай. Шундай ҡатмарлы тел! Беҙҙең башҡорт теле ни өсөн яҙма әҙәбиәттә улай аңлайышһыҙ булып китте ул? "Йәшәгән, ти, батырҙар"ҙағы әкиәттәрҙе уҡып ҡарайым, тыңламай китә лә бара. "Золушка"ны тотһам, йүгереп килеп етә. Рәсимә Ураҡсина, Зөһрә Фәйзуллинаның китаптарына ла бер аҙ туҡталып ултырып алырға мөмкин. Тағы ла бер нәмә күҙгә салына, башҡорт китаптарында һәм кескәйҙәр өсөн сыҡҡан башҡорт журналдарында ла балаларҙы табаҡ битле, ҡыҫыҡ күҙле, ҙур башлы итеп һүрәтләй ҙә ҡуялар. Ҡыҙым шундай һүрәттәрҙән ҡурҡа, "былар ямаҡай, уҡымайыҡ уларҙы" тип ситкә этә. Был нимә ул, карикатурамы, әллә артыҡ "миллилекме"? Ана, япон йәнһүрәттәрендә балалар ҡурсаҡ кеүек, ҡарап туйғыһыҙ. Беҙҙә лә бит балалар матур, ни өсөн уларҙы йәмһеҙ иргәйел формаһына ултырталар? Ҡыҫҡаһы, күп китаптарҙың һүрәтләнеше оҡшап етмәй кескәйҙәргә.
Зилә Ниғмәтуллина: 6 йәшлек ир балаға "Башҡорт халыҡ әкиәттәре"н уҡыйым. Хан заманғы том бар, шуны ҡат-ҡат уҡыйбыҙ инде. Мәрйәм Бураҡаеваның "Донъя әҙәбиәте"н дә ҡыҙыҡ күрә. Унда әкиәттәр артыҡ бөҙрәләтелмәй, диалогтар аша еңел итеп бирелә. Китап нәшриәте сығарған 7-8 әкиәттәр китабын да алдыҡ, шулай уҡ оҡшаны. "Доктор Айболит", "Ҡаҙҙар-аҡҡоштар", "Ҡыҙыл кәләпүш"тәрҙе шул китаптарҙан белдек. Башҡа телгә алып әйтерлек китапты белмәйем. Шиғырҙарға килгәндә, улар бик наҡыҫ. Мәҫәлән, баҡсала төркөмдә утыҙ башҡорт балаһы Яңы йыл, әсәләр көнө кеүек байрамдарҙа дүрт-биш матур шиғырҙы ҡабатлап-ҡабатлап ятлайҙар. Сөнки уларға шул шиғырҙар ғына оҡшай. Һөмһөҙ, ритмһыҙ, рифмаһыҙ шиғырҙы хатта бәләкәс бала ла ятларға теләмәй бит ул.
Г. Юнысованың "100 йыр"ын, М. Сәлимовтың "Ямғыр уйнарға саҡыра"һын яратабыҙ. Тик улар бит инде ҡасанғы баҫмалар! Ә тәржемәләрҙе бөтөнләй ҡабул итә алмайбыҙ, бала ла, үҙем дә. Ундағы тел башҡорт теленән биҙҙереү өсөн генә уйлап сығарылған һымаҡ. Был шулай уҡ йәнһүрәттәр тәржемәһенә лә ҡағыла. "Фиксики"ның тәржемәһен ҡарап көлә генә, унан "Әсәй, ниңә улай итеп һөйләшәләр улар? Нисек һөйләшәр ул? Башҡортсамы ни?" тип аптырай.

Шулай итеп...
Бына ошондай фекерҙәр ишетергә тура килде башҡорт балалар әҙәбиәтен күҙәтеп барыусы һәм уларҙы ҡулланыусыларҙан. Күребеҙсә, ҡыуанырлыҡ йәки маһайырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Бары шул асыҡлана: беҙ үҙебеҙ ниндәй авторҙарҙы уҡып үҫкән булһаҡ, бөгөнгө балалар ҙа шуларҙы уҡ ярата икән. Мәҫәлән, Агния Бартоның шиғырҙарын үҙем дә, егермене үткән ҡыҙҙарым да яттан белә. Һәм бөгөн бәләкәстәрҙең кемеһенән һораһаң да беләлер. Йырлап, үҙенән-үҙе күңелгә һыланып тора бит улар. Ганс Кристан Андерсендың әкиәттәрен, башҡорт халыҡ әкиәттәрен инде нисәнсе быуын уҡып үҫәлер? Данлыҡлы "Гарри Поттер"ҙы ла бит Джоан Роулинг балаларын әүрәтеү өсөн һөйләнә торған мажара итеп яҙа башлай. Башта беренсе ҡыҙының, унан бер-бер артлы тыуған ике балаһының эргәһендә ултырып, уларҙың ҡыҙыҡһынып янған күҙҙәрен күреп, теге йәки был яңылыҡҡа реакцияларын тикшерә-тикшерә үрелдерә хәл-ваҡиғаларҙы. Һәм беренсе китабын да малайҙар донъяһы ҡабул итмәй ҡуйыр тип шөбһәләнеп, ирҙәр исеме менән сығара. Бына нисек яуаплы ҡарай, ҡарай ғына түгел, ә ошо китап донъяһы менән йәшәй автор. Һәм бөгөн был китаптарҙы ла, улар буйынса төшөрөлгән фильмдарҙы ла балалар ҙа, ололар ҙа ҡарай. Ундағы кескәй геройҙарҙың аңына, тапҡырлығына, ҡыйыулығына хайран ҡалырлыҡ. Ә мажараларҙың төрлөлөгөнә һәм мөғжизәлегенә һушың китер.
Сит әҙәбиәтте лә, сит авторҙарҙы ла әллә күпме маҡтарға була. Ә бит үҙебеҙҙекеләрҙе лә маҡтағы, күккә күтәрге килә. Ҡарап торһаң, интернетта ла "Шундай-шундай балалар китабы сыҡты", "Тәржемә ителде", "Балалар әҙәбиәте буйынса ҡулъяҙмалар тикшерелде" тигән яҙмалар, фотоһүрәттәр йылҡылдап ҡына тора. Нимәләр яҙыла, нимәләр баҫыла, нимәләр тәржемә ителә һуң улай булғас? Был китаптар уҡыусыһын тапмай һәм бала күңелен арбай алмай икән, ни өсөн донъя күрә? Бөгөнгө башҡорт балалар әҙәбиәте йәш быуынды тәрбиәләүҙә бер ниндәй ҙә роль уйнамай, беҙ һаман да был өлкәләге 5-6 автор елкәһендә хәрәкәт итәбеҙ икән, бында саң ҡағыр урын бар.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.19 | Ҡаралған: 775

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru