«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТКӘ ҺӨЙӨҮ КЕШЕ ИТТЕ УЛАРҘЫ
+  - 



Быйыл 15 майҙа билдәле тарихсы-ғалим, тарих фәндәре докторы, профессор, БР фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаты Әнүәр Әсфәндийәровтың тыуыуына 85 йыл тула. Ошо уңай менән ғалимдың ҡатыны - тарих фәндәре кандидаты Клара Әсфәндийәрова "Киске Өфө" гәзите редакцияһына Әнүәр Закир улының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Баймаҡ районы 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа төшөрөлгән фотоһүрәте менән уның бала сағы хаҡындағы яҙмаларын алып килде. Материалды гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

Дәүләт һәм хөкүмәт һуғыштың тәүге көндәренән үк, хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, балалар тураһында ҡайғыртыуҙы мөһим мәсьәлә итеп күтәрә. Ҡарауһыҙ ҡалғандарҙы балалар йорттарына һәм интернаттарға урынлаштыралар. Унда беренсе сиратта фронтовик балаларын, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, эвакуацияланып килгән, әсәләре эштән бушамаған балаларҙы урынлаштыралар. Башҡортостанда 1941 йылдың башында 28 балалар йорто булып, унда 4103 бала йәшәһә,1945 йылда 133 йортта 16 338 бала тәрбиәләнә. Бынан тыш, 1941-1942 уҡыу йылдарында илебеҙҙең һуғыш барған өлкәләренән һәм ҡалаларынан эвакуацияланып килгән 16 балалар йортонда 1697, 20 балалар баҡсаһында, интернаттарҙа 1800 бала тәрбиәләнә.
Илебеҙгә һуғыш күп юғалтыуҙар, ауырлыҡтар килтереүгә ҡарамаҫтан, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә ҙур иғтибар бирелә. Ул ваҡытта "Правда" гәзитендә ошондай һүҙҙәр баҫылып сыға: "Әгәр кемдер, хәҙер балалар ҡайғыһы юҡ, тип уйлай икән, тимәк, ул кеше һуҡыр. Былай уйлау - ул илдең алдағыһын уйламау һәм күрмәү, тимәк, илебеҙ тормошо менән йәшәмәү, тигән һүҙ. Беҙ барлыҡ балаларҙы ла яҡшы итеп тәрбиәләргә һәм уҡытырға тейешбеҙ. Һуғыш ваҡытына һылтанырға ярамай". Шулай итеп, партия һәм дәүләтебеҙ уҡытыусыларҙан, тәрбиәселәрҙән тырыш хеҙмәт талап итә.
1944-1945 уҡыу йылында республикала балалар йорттарының һаны тағы ла арта. Хәҙер мәктәпкә балаларҙы элекке кеүек 8 йәштән түгел, 7 йәштән ҡабул итеү башлана. Бында уларҙың өҫтө бөтөн, тамаҡтары туҡ була. Балалар йорттарында тәртип юғары кимәлдә ҡуйыла. Балаларҙың тормошо һәр ваҡыт хеҙмәт менән бәйләнгән була һәм шуға ла улар иҫ китмәле эш һөйөүсән булып үҫәләр. Уҡытыу-тәрбиә эшендә хеҙмәткә өйрәтеү беренсе урында тора. Балаларҙың 8-12 йәшкә тиклеме хеҙмәттең ябай төрө менән шөғөлләнһә, 12 йәштән өлкәндәре оҫтаханаларҙа, колхоз-совхоз баҫыуҙарында, фермаларҙа һәм үҙҙәренең ярҙамсы хужалыҡтарында шөғөлләнә. Ҡыш көндәре ир балалар мастерскойҙарҙа мебель йүнәтеү, үҙҙәренең аяҡ һәм өҫ кейемдәрен рәтләү, тегеү менән шөғөлләнә, төрлө түңәрәктерҙә киномеханик, фотограф, хисапсы эштәре менән танышып, кәрзин, сабата үреү менән мәшғүл була, ҡыҙ балалар сигеү, ойоҡбаш-бейәләй, селтәрҙәр бәйләү, матрастар, ҡурсаҡтар тегеү, йыуғыстар эшләү һ.б. шундай эштәр менән шөғөлләнә.
Тормош иптәшем - күренекле тарихсы-ғалим Әнүәр Закир улының рухын иҫкә алып, уның ошо ауыр дәүергә тура килгән бала сағы хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китмәксемен. Әнүәр Закир улына өс йәш кенә булғанда, әсәһе үлеп китә. Үкһеҙ етемлектең әсеһен етерлек татып, унда-бында һуғылып тигәндәй йөрөй торғас, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында асылған балалар йортона барып эләгә. Атаһы һуғыштың тәүге көнөндә үк фронтҡа алына һәм ете йәшлек Әнүәр ҡартәсәһе ҡарамағында тороп ҡала, әммә ул да ошо йылда мәрхүм булғас, бала бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡала. "Ауылдан ауылға ризыҡ эҙләп йөрөргә тура килде, мөмкинлеге булған кешеләр картуфтың сей ҡабығын булһа ла бирәләр ине, шуны кимерә инем. Ахырҙа, һыуыҡ ноябрь баштарында балалар йортона ялан аяҡ, йыртылып, туҙып бөткән йәйге кейемдә генә барып индем", - тип иҫкә ала торғайны Әнүәр Закир улы. Унан Баймаҡ балалар йортона күсерелә, унда 8 класты тамамлағас, 1951 йылдың көҙөндә Иркутск ҡалаһына ФЗО-ға ебәрер өсөн Өфөгә алып киләләр. Шунда нисектер Себергә китмәй тороп ҡала. Бында ул 9-сы һанлы мәктәпкә уҡырға алына, әммә йәшәргә урыны булмай, ике-өс ай буйына вокзалдарҙа, ҡайҙа етте, шунда йоҡлап йөрөй торғас, Өфөнөң 5-се һанлы балалар йортона урынлаша һәм 1953 йылда мәктәпте тамамлап, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға юллана. Шулай итеп, ул ун йыл буйына балалар йортонда тәрбиәләнә. Шуға күрә ул йыш ҡына: "Рәхмәт партияға һәм хөкүмәтебеҙгә, мине аслыҡтан, үлемдән ҡотҡарып, кеше булырға ярҙам итте", - тиер ине.
...Бер саҡ уға, 75 йәшен билдәләгән осорҙа, "Башҡоростан ҡыҙы" журналы редакцияһы хәбәрсеһе "Һеҙҙең өсөн бәхет нимә?" тигән һорау менән мөрәжәғәт иткәйне. Ул былай тип яуап бирҙе: "Ғаиләмдә үҙемде бәхетле тоймаһам, хеҙмәтем дә емешле булмаҫ ине. Әлеге йәшемдә лә университетта лекциялар уҡыу, көн һайын архив-китапханаларҙа мәғлүмәттәр туплау, төнгө икеләргә-өстәргә тиклем уларҙы эшкәртеү - тиҫтәләгән йылдар буйы килгән ошондай көн тәртибе һаҡланыуы бәхет тигән ғиллә түгелме? Бала сағымда мин тешем-тырнағым менән нисек тә иҫән ҡалырға, йәшәргә ынтылдым. Әлбиттә, ул һәр кешегә хас ынтылыштыр. Әммә аслыҡтан шешенеп, хәрәкәтһеҙ ятҡан ярым һуҡыр етем малайҙың иҫән ҡалыуы үҙе үк ҙур мөғжизә - бәхет булған бит. Балалар йортона барып эләгеп, шунда йәшәп-уҡый башлауым яҙмышымда ҡырҡа боролош яһаған икенсе бәхетем ине. Артабан илдең иң ҙур уҡыу йортона уҡырға инеүемде йәнә лә бәхет тимәй, нимә тип атайһың? Һуңынан халҡымдың тарихи яҙмышын билдәләүҙә мөһим һәр асышым, уны халҡыма ҡайтарыуым, ошо хеҙмәтемдең кешеләр, дәүләт тарафынан баһаланыуы - бәхеттең дә бәхете. Әле тамамланып ятҡан китабым (һүҙ "Миңзәлә башҡорттарының ауылдары" тигән хеҙмәте тураһында бара - К.Ә.), уны яҙғандағы кисерештәрем дә - минең өсөн, һис шикһеҙ, оло бәхет". Шулай булды уның яуабы.
Бик тә үкенесле бер хәл тураһында ла әйтеп китәйем. Әнүәр тиҫтәләгән йылдар буйы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнеп йөрөгән атаһының ҡәбере табылыуын белә алмайынса китеп барҙы. Ҡайным 1943 йылда ҡаты яраланып, май айында Воронеж фронтынан Өфөнөң Пушкин урамы 85-се йортонда урынлашҡан 1740-сы һанлы госпиталгә килтерелеп, 4 августа ошонда, 30 ғына йәшендә, ауыр яранан вафат булып ҡала һәм Сергиев зыяратында ерләнә. Был хаҡта Әнүәр белмәне. Уның вафатынан һуң ғына юллап йөрөп асыҡланым уны. Зыяраттағы плитәгә Закир Әлмөхәмәт улының исем-шәрифтәрен уйып, иҫтәлеген мәңгеләштереүгә өлгәштем...

Шулай итеп...
Ауыр осорҙар булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш ваҡытында балалар йорттары илебеҙҙә меңәрләгән етем балаларҙы үлем тырнағынан ҡотҡарып ҡала алды, ҡараусыһыҙ урамда йөрөгән берәҙәк балалар булманы. Балалар йорттары бик күп етемдәргә илебеҙҙең күренекле шәхестәре булып үҫешергә ярҙам итте. Бына Баймак районының 1-се Эткол балалар йортонда тәрбиәләнеп, аҙаҡ халҡыбыҙҙың ҙур шәхестәре дәрәжәһенә күтәрелгән кешеләрҙең балалар йортонда төшкән фотоһы: 3-сө рәттә уңдан беренсе бала - Әнүәр Әсфәндийәров; 1-се рәттә уңдан 4-се - һуңынан үҙешмәкәр композитор булып киткән Нәбиулла Мөстәҡимов; 3-сө рәт һулдан 1-се - Зәкәриә Аҡназаровтың ҡустыһы Ҡотдос Аҡназаров - урман хужалығы белгесе; 4-се рәттә һулдан 1-се -профессор Эрнест Ишбирҙин; шул уҡ рәттә 2-се - БАССР-ҙың халыҡ артисы, йырсы Рамаҙан Йәнбәков һәм башҡалар. Был фотонан ҡарап, гәзит уҡыусылар араһында үҙҙәрен йә туғандарын таныусылар ҙа булыр әле, бәлки?..

Клара ӘСФӘНДИЙӘРОВА,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.05.19 | Ҡаралған: 767

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru