«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘК УТРАУЫНДА
+  - 

Баш ҡаланың бихисап балалар баҡсалары араһында башҡорт мөхите булдырылған учреждениелар башҡорт теле, милли рух, халҡыбыҙҙың киләсәге йәшәгән утрау булып айырылып тора. Шундай утрауҙарҙың береһе, Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан 308-се башҡорт балалар баҡсаһында ошо көндәрҙә "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтте. Учреждение хеҙмәткәрҙәре ярышты Башҡортостандың 100 йыллығына арнап ойошторҙо. Күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәрен балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе малай-ҡыҙҙар атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре менән бергәләп һөйләне.

308-се башҡорт балалар баҡсаһында "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе беренсе тапҡыр үткәрелде һәм унда алты команда ике һайлап алыу турында һынау тотто. Тәүҙә ҡатнашыусылар Башҡортостан, тыуған ил, Ватан тураһындағы шиғырҙарҙы яттан һөйләне, һуңынан Мостай Кәрим ижады менән таныштырҙы. Йәмғеһе алты команда ярышты: әсәһе Зөлфиә менән Салауат Абдуллиндар, атаһы Руслан менән Ләйсән Биккининдар, әсәһе Луиза менән Ибраһим Мәзитовтар, өләсәһе Татьяна менән Виктория Виноградовалар, олатаһы Салауат менән Усман Кәримовтар, әсәһе Нурзилә менән Ильяс Кейекҡужиндар. Һәр команда ныҡлы әҙерләнеп килгәйне һәм жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булманы. Балаларҙың бөтәһе лә дөрөҫ интонация менән хисле, күңелдәргә үтеп инерлек итеп, һис тә хаталанмай һөйләне шиғырҙы. Иң бәләкәй ҡатнашыусы Усман Кәримовҡа 4 йәш, ул бәйгелә олатаһы менән шиғыр һөйләне. "Мин шиғыр һөйләргә яратам, тағы ла машина, конструктор һәм пластилин менән уйнай беләм", - тине малай әңгәмәләшкәндә. Ә бына 5 йәшлек Ләйсән Биккинина, конкурсҡа әҙерләнеүе ауыр булманы, шиғыр һөйләргә атайым өйрәтте, ти. Әйткәндәй, Биккининдар командаһы беренсе урынға лайыҡ тип табылды. Ә бына шиғриәт бәйгеһенең гран-приһын Ильяс Кейекҡужин һәм әсәһе Нурзилә яуланы. Ильясҡа биш йәш, ул шиғыр ҙа һөйләй, бейей ҙә.
"Йөрәк һүҙе"ндә өләсәһе менән килгән Виктория Виноградованың саф башҡортса тасуири итеп шиғыр һөйләүе тағы бер үҙенсәлекле күренеш булды. "Беҙгә балаларына башҡорт телен өйрәтергә теләгән атай-әсәйҙәр килә. Ҡайһы бер милләттәштәр үҙ туған телен белмәй, әммә балаларының белеүен теләй. Бына бөгөн конкурста ҡатнашыусы өләсәй Татьяна Виноградованың атаһы башҡорт булған, ул үҙе, ҡыҙғанысҡа күрә, телде белмәй, әммә ейәнсәре Викторияны беҙгә алып килде, - ти 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Мосабирова. - Баш ҡаланың Октябрь районында башҡорт балалар баҡсаһы берәү генә, бөгөн беҙҙә 11 төркөмгә 425 бала йөрөй. Балаларға башҡорт халҡының йолалары, байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында өйрәтеп, күрһәтеп үҫтереү ниәтендә төрлө саралар ойоштороп торабыҙ. Ә был "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһен беренсегә үткәрҙек һәм балаларға нәфис һүҙ оҫталығына эйә булыуҙан тыш, тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә лә ярҙам итер, тип ышанабыҙ".
Әйткәндәй, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре менән ата-әсәләр ҙә фекерҙәш булып сыҡты. "Был сара балалар күңелендә бәләкәйҙән шиғриәткә, туған телгә, тыуған илгә ҡарата һөйөү тыуҙырырға ярҙам итә. Бала менән аралашырға ваҡыт тапмаған атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәргә яҡшы мөмкинлек бирә, ғаилә ағзалары араһында мөнәсәбәттәрҙе нығыта. Беҙ ошондай матур байрамдар ойошторған балалар баҡсаһы етәкселегенә һәм тәрбиәселәргә рәхмәтлебеҙ", - тине Руслан Биккинин. Уның һүҙҙәрен өс балаһын да ошо балалар баҡсаһына йөрөткән Луиза Мәзитова ла ҡеүәтләне, балаларҙың таланттарын асыуға бында ҙур иғтибар бүленеүенә лә шат ул. Бына шулай, милләтебеҙҙең киләсәге тәрбиәләнгән, күңелдәр ял иткән урын ул 308-се башҡорт балалар баҡсаһы.

Шулай итеп...
"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе башланырҙан алда был баҡсала тәрбиәләнеүсе алты йәшлектәр Ильяс Ғибаҙуллин, Мөхәмәткәрим Мәзитов, Самира Ғилманова, Миләүшә Иҫәнғолова менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡороп алдым. Улар бында нимә эшләүҙәре, ни өсөн балалар баҡсаһын яратыуҙары, үҙҙәренең көндәлек мәшәҡәттәре тураһында һөйләне, "Салауат", "Ирәндек" йырҙарын йырлап, "Ебегән" уйынын уйнап, хатта "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсына әҙерләгән сәхнәнән өҙөк күрһәтеп тә өлгөрҙө. Вайымлы атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән яҡшы педагогтар, тәрбиәселәр булғанда, балаларыбыҙ бына шулай талантлы ла, рухлы ла булып үҫә, тигән ышаныс нығынды күңелдә.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 799

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru