«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЫЛ БЕҘ ТҮГЕЛ!
+  - 

Күҙемә П.П. Свиньиндың "Башҡорт кибеткәһе (тирмәһе) эсе" тигән картина салынды һәм мин ундағы ят күренештәргә оҙаҡ итеп текләп ултырҙым.

"П.П. Свиньиндың Рәсәй буйлап сәйәхәте" тигән альбомынан икән, 1820 йылғы һүрәт. Унда тирмә уртаһында, йәнәһе лә, башҡорт ире оҙон һаплы төрөпкә тартып ултыра, ер өҫтөндә усаҡ яғылған да, уның янында ике шәрә бала төтөн туҙҙырып ут менән уйнай, усаҡ өҫтөндә көршәк ҡайнай. Ситтәрәк шаршау артындағы ҡатындың асыҡ йөҙө һәм муйыны күренеп тора. Шулай уҡ уртаға оҙон ботло, нәфис муйынлы ҡомған ҡуйылған. Тирмә ситтәрендә ҡаралты һәм аңлайышһыҙыраҡ мебель йыһаздары ла бар.
Аптырап ҡараным мин был картинаға. Күпме генә ҡараһам да, ундағы милли һыҙаттарҙы таный алманым. Тапманым мин бында башҡорт мөхитен. Был көнсығыш стилендәге аңлайышһыҙ халыҡтарҙы төшөргән һүрәт ине. Беренсенән, ир кешенең башында әллә ниндәй нәмә? Хатта индеецтарҙың һалам, йөн һәм тауарҙан ҡушып яһалған баш кейеменә лә оҡшап китә. Ә ҡулындағы төрөпкәһенә ҡарап, башта ҡурай микән был, тип уйлағайным, ныҡлабыраҡ ҡараһам, ул төрөпкә булып сыҡты. Быныһы ла иран, пакистан ир-егеттәренең оҙон төрөпкә тартып, төтөн эсендә ултырыуына оҡшаш. Эргәһендәге кувшин да тик шул яҡтарҙа ғына һүрәтләнә, көнсығыш музейҙарында күҙгә салына торған әйбер. Шаршау ситендә күренә биреп торған ҡатын да көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары стилендә төшөрөлгән, хатта ҡаралтылар ҙа, башҡа ваҡ деталдәр ҙә беҙҙең халыҡҡа хас түгел. Кемдәр һуң улайһа был картинала? "Башҡорт тирмә эсе" тип яҙып ҡуйылған бит! Ошо урында мин бер ҡыҙыҡ хәлде иҫләнем. Ноғайҙар шундай уҡ бер урыҫ рәссамының ноғай яугирҙарын усаҡ янында төшөргән картинаһын үҙҙәре хаҡында түгел икәнен иҫбатлаған. Улар яҙыуынса, унда бөтөнләй ят кейемдәге һәм ят ҡорал тотҡан әллә кемдәр ултыра икән. Шундай уҡ боронғо картина. Ни өсөн улай булып сыҡҡанын тикшерә башлағандар икән, баҡтиһәң, был урыҫ рәссамы бер ваҡытта ла ноғай илендә булмаған, уларҙың яугирҙарын да, ҡоралдарын да яҡшылап белмәгән. Бары башҡаларҙан ишеткәнен, сәйәхәтселәр һөйләгәнен һәм уйҙырмаларға таянып ҡына төшөргән был картинаны...
Ошо тәңгәлдә әлеге беҙгә ҡағылышлы картина тураһында ла "П.П. Свиньин тигән рәссам башҡорттар араһында булдымы ла, уларҙың тирмәһендә ултырҙымы икән?" тигән һорау тыуа. Әллә ул да башҡортто яҡынса күҙ алдына килтереп, имеш-мимештәргә таянып, көнсығыш халҡы һымағыраҡтыр тип уйлап яһаны микән? Борон бит башҡорттоң тарихын, көнкүрешен, фольклорын да күп осраҡта контораларҙан сыҡмаған белемселәр яҙған, белгәндәрен дә төрлөсә үҙгәртеп, яһалмаландырып бөтөргән.
Әйткәндәй, шундай картиналар аҙ түгел. "Башкирский эскадрон" тигән картинала өс Тарас Бульба тора. Тимәк, был рәссам да картинаһындағы кешеләргә үҙе белгән һәм үҙенә хас булған йөҙ-төҫтәрҙе биргән. Башҡорттоң төҫөн күргәне лә булмаған, тимәк. Нисек итергә икән бындай сәнғәт өлгөләре менән? Белгән-белмәгән бар, кемдәрҙер ысынлап ошолай икән тип ҡарай. Бына шундай күҙәтеүҙәрем бар...

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 875

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru