Өфө ҡала округы хакимиәтенең сираттағы кәңәшмәһе, ғәҙәттәгесә, ҡалалағы оператив хәл-торош буйынса ҡыҫҡаса отчеттар тыңлауҙан башланды. Ә инде дөйөмләштереп әйткәндә: аҙна эсендә ғәҙәттән тыштар рәтенә индерерҙәй хәл-ваҡиғалар күҙәтелмәгән.
Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров иғтибар йүнәлтелергә тейешле көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән. Шулар иҫәбендә республика район-ҡалаларында ағастар ултыртыу эшен дауам итеү. Көҙгөһөн ағас ултыртыу акцияһы ҡабатланасаҡ, шуға күрә Өлфәт Мансур улы ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтарына, Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына ағас ултыртыу, аллеялар булдырыу урындарын бөгөндән үк билдәләргә ҡушты һәм буласаҡ аллеяларға матур, үҙенсәлекле атамалар уйлауҙы йөкмәтте.
Кәңәшмәнең көн тәртибенә бер нисә мәсьәлә сығарылһа ла, төп урында сығарылыш синыф уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыуҙы, "Яҙғы бал"ды үткәреүҙе ойоштороу темаһы торҙо. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова сығыш яһаны. Билдәләнеүенсә, 11-се синыфтар өсөн йомғаҡлау аттестацияһы - Берҙәм дәүләт имтиханы, 9-сы синыфтар өсөн төп дәүләт имтиханы формаһында үткәрелә. Уларҙың йомғаҡтары юғары һәм һөнәри белем биреү уҡыу йорттарына инеү һынауы сифатында ҡабул ителә. Быйыл баш ҡалала 10799 - 9-сы, 5067 - 11-се синыф уҡыусыһы, белем усаҡтарын башҡа йылдарҙа тамамлаған 609 граждан имтихан тапшыра. 11-се синыфтарға аттестат алыу өсөн рус теле һәм математиканан - мотлаҡ, башҡа предметтарҙан теләк буйынса имтихан тапшырырға кәрәк. Юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн минималь балл күләме былтырғы кимәлдә ҡала, ә 9-сы синыфтар өсөн исемлектәге мотлаҡ дүрт предметты кәм тигәндә өс балға тапшырырға кәрәк.
Имтихандарға индереү шартының береһе булып йомғаҡлау иншаһын йәки изложениены уңышлы яҙыу тора. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар изложение яҙа. Быйылдан башлап 9-сы синыфтар ТДИ-ға инеү өсөн рус теленән йомғаҡлау әңгәмәләшеүе үтә. Дөйөм белем биреү учреждениеларында БДИ тапшырыу өсөн - 25, ТДИ өсөн 50 пункт эшләйәсәк. 24 пунктта ике имтиханды ла тапшырыу мөмкинлеге булдырыла. Барлыҡ пункттар рамкалы йәки күсмә металл эҙләү ҡорамалдары, видеокүҙәтеү һәм кеҫә телефондары шылтыратыуҙарын баҫтырыу системаһы менән йыһазландырылған. Быйыл был маҡсатта өҫтәмә 94 ҡорамал һатып алынған.
25 майҙа 11-се синыфтар өсөн традицияға әүерелгән дөйөм ҡала "Яҙғы бал" үтәсәк. Шул маҡсаттан 24 майҙа сәғәт киске 10-дан 25 майҙа киске 9-ға тиклем ҡала үҙәгендә ҡайһы бер урамдарҙа транспорт хәрәкәте ябыласаҡ. Был дөйөм ҡала байрамы Өфө ҡала хакимиәте һәм "Уфанет" компанияһы менән берлектә һигеҙенсе йыл ойошторола. Сара барышында кисәге уҡыусыларҙың фотолары ҡуйылған "Сығарылыш уҡыусылары аллеяһы" булдырыласаҡ, уҡыу йорттары майҙансыҡтары эшләйәсәк. Унда уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар аласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, һуңғы ҡыңғырау байрамдары көндәрендә сауҙа нөктәләрендә алкоголь продукцияһын һатыу тыйыла.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|