«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘП ТУҒАН ТЕЛ МӨҒЖИЗӘҺЕ ТЫУҘЫРҘЫЛАР
+  - 



Балалар күңелендә тылсымға, мөғжизәгә, яҡшылыҡҡа ышаныс уятыусы башҡортса әкиәт һөйләүселәрҙең "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы ошо көндәрҙә баш ҡалала оло байрам булып үтте. Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант аҡсаһына ойошторолған конкурс быйыл төбәк-ара кимәлгә күтәрелде һәм Башҡортостандан ғына түгел, ә күрше республика һәм өлкәләрҙән бик күп конкурсанттарҙы берләштерҙе.

"Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһы быйыл кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡлы ла, тынғыһыҙ ҙа сысҡандар иленә сәйәхәт иттерҙе. Күршеләш йәшәгән аҡ һәм һоро сысҡандар ғаиләһе татыу түгел, "Евромаус" конкурсына әҙерләнгәндә лә ирешеп-талашып китәләр. Атай-әсәйҙәрен мәңгелеккә дуҫлаштырыу өсөн Аҡыя менән Һороҡай Бөйөк тылсым батшаһы Бесәйҙән ярҙам һорарға мәжбүр. Дуҫлыҡ тылсымын оҙаҡ эҙләргә лә түгел, әлбиттә, ул нәҡ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында барлығын Бесәй белә һәм сысҡандар шунда юллана. Ошондай изге ниәт менән йөрөгән сысҡандарға балалар ҙа ихласлыҡ күрһәтмәй ҡалманы: конкурсҡа тип әҙерләгән әкиәттәрен тасуири итеп һөйләне, сәхнәләштереп тә күрһәтте. Һәр һөйләнгән әкиәттән һуң күктән һибелгән тылсымды йыйып мәж килгән сысҡандарҙы күҙәткән ололар ҙа, балалар ҙа ошо минуттарҙа ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған әкиәттәрҙе туған телдә һөйләүҙең оло мөғжизә тыуҙырыуына инанды. Конкурстың әкиәтте яттан һөйләү, әкиәтте фольклор коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү номинациялары буйынса иң-иңдәр тип танылған балаларҙың сығышын күреү бәхете тейҙе беҙгә. Тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһы 293-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Рәсүл Абдрахманов "Тылсымлы моң" әкиәтен һөйләп ишеттерҙе. Уның көр тауышы үҙ-ара тартҡылашҡан сысҡандарҙы һиҫкәндереп ебәрҙе, үҙ эше менән булған залдағы кескәйҙәрҙе үҙенә ҡаратты һәм бөтәһен дә әсир итте. Алты йәшлек Рәсүл конкурстың балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында яңғыҙ башҡарыусы булараҡ абсолют еңеүсе тип табылды. Ә бына мәктәп уҡыусылары араһында М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы 3-сө синыф уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов Гран-при яуланы. "Был конкурста 6 йәшемдән алып ҡатнашам, шуға әкиәттәрҙе күп кенә беләм. Быйыл "Арыҫлан менән ҡуян" башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләнем, уны хайуандарҙы бик яратҡан өсөн һайланым. Бүләккә самокат бирҙеләр!" - тип тәьҫораттары менән бүлеште әкиәтсе малай. Беҙҙең балалар татыу эш һөҙөмтәле булыуын күптән белә. Шуға улар йыл да әкиәтте коллективтары менән сәхнәләштерә. Конкурстың төп еңеүсеһе тип табылған Өфө ҡалаһы 308-се башҡорт балалар баҡсаһының Рәмилә Әбдрәхимова етәкселегендәге фольклор коллективы "Ни өсөн Төлкө хәйләкәр булған?" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштергән. Балалар үҙҙәренә бирелгән ролде килештереп уйнауы, оригиналь кейемдәре менән айырылып торҙо. Мәктәп уҡыусылары араһында Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының Наилә Байымова етәкселегендә эшләгән фольклор коллективы "Һоросай менән Ҡарасай" башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереп, Гран-при яуланы. Фольклор төркөмдәрендә уйнаған балалар менән аралашып йөрөгән арала, 51-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе 5 йәшлек Сәлиә Йәнтүрина менән таныштыҡ. Ул "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының 2015 йылғы еңеүсеһе булған апаһы Фаягөл кеүек булырға хыяллана, әлегә дуҫтары менән "Ете кәзә бәрәсе" тигән әкиәтте сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан. Бына шулай тиҫтерҙәрҙе берләштереүсе, быуындарҙы бәйләүсе лә был конкурс.
Конкурс балалар баҡсаһы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең генә эш емеше түгел, был сара һәр башҡорт ғаиләһендә булдырылған милли мөхиттең сағылышы. Шуға күрә, әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү номинацияһында халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләп, рухлы, тәртипле, туған телен һыу кеүек эскән балалар тәрбиәләгән Белорет районынан Түләбаевтар, Йосоповтар ғаиләһе, Баймаҡтан Хәсәновтар һәм Өфөнән Абдуллиндар ғаиләһе призлы урындар алды. Ә бына Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Әлиә менән Әлфир Юлсуриндар ғаиләһе "Тирмәкәй" урыҫ халыҡ әкиәтен сәхнәләштереп, иң төп еңеүсе тип табылды. Юлсуриндар ғаиләһендә дүрт һылыу ҡыҙ үҫә: Луиза, Эльвина, Диана һәм Алина. "Бөгөн тышта төрлө уйындар уйнаныҡ, башҡаларҙың әкиәт һөйләүен дә тыңланыҡ, бүләктәр ҙә алдыҡ. Был конкурс минең кеүек малай-ҡыҙҙарға сәхнәнән ҡурҡмаҫҡа, матур һөйләшергә, ә әкиәттәр - насарлыҡтан һәйбәтте айырырға, насар булһа, сәхнәләге күренеште ҡабатламаҫҡа өйрәтә", - тип һөйләне 10 йәшлек Луиза.
Конкурста шулай уҡ "Йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар" номинацияһында беренсе урынды Баймаҡ ҡалаһының "Күбәләк" балалар баҡсаһынан Рәмзил Хәсәнов яуланы. Донъя халыҡтары әкиәттәре күргәҙмәһе, башҡорт халыҡ әкиәттәре геройҙары номинацияһында Әбйәлил районынан Альбина Фәхрисламова һәм Өфө ҡалаһы 308-се башҡорт балалар баҡсаһының педагогик коллективы иң юғары баһаға лайыҡ булды. Ойоштороусылар быйыл тәүге тапҡыр "Йәш әкиәтсе" тигән номинация булдырҙы һәм балалар үҙҙәре ижад иткән әкиәттәрҙе тикшереп, беренсе урынды "Ҡуян ниңә ҡурҡаҡ?" тигән әкиәте өсөн Бишбүләк 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Булат Ғатауллин менән "Һыу һаҡсыһы ҡондоҙ" әкиәте өсөн Өфө ҡалаһы 114-се айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе белем биреү үҙәге уҡыусыһы Азалия Сәмиғуллинаға бирҙе. Бөтә йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең ижад емештәре "Борон-борон заманда" тип аталған йыйынтыҡҡа индереләсәк, тинеләр. "Үҙҙәре әкиәт яҙған балалар күп, улар хатта үҙҙәренең хыялдарын әкиәт эсенә яҙа. Мәҫәлән, кем менән дуҫлашырға теләүе, йәки кемделер өйрәтергә, хатта кәрәген биреп әҙерәк аҡылға ултыртырға, берәү алдында үҙенең аҡыллы, көслө булыуын иҫбат итергә теләүе, кемделер яратыуы тураһында яҙғандар. Балалар ижад иткән әкиәттәрҙә күбеһенсә үҙ-ара мөнәсәбәт, тормошҡа үҙ ҡарашын раҫлау темалары ята, - ти конкурстың жюри ағзаһы, журналист Сәрүәр Сурина. - Конкурсты башлап ебәргән Әлмира Ҡыуатова һәм уның ҡыҙы Алтынай Буринаның ойоштороу мәшәҡәттәре менән нисек янып-көйөп йөрөүҙәре хәтерҙә. Уларҙың башланғысы бөгөн ошондай ҙур байрамға әүерелеүен күреүе ҡыуаныслы, балаларҙың туған телебеҙҙә матур һөйләшеүе, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын белеүе күңелдәрҙе йыуата. Был улар өсөн иң ҙур тормош һабаҡтары биргән байрам, уға киләсәктә киң ҡолас менән эшләп китергә яҙһын".

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.19 | Ҡаралған: 684

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru