«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮРМАТЫЛАР БЕҘ!
+  - 



XIX быуатта йәшәгән билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим һәм яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәр аҫаба башҡорт өсөн үҙенең сығышын - ҡайһы ырыуҙан булыуын иҫтә тотоуҙы, йондоҙҙарҙы исемләп аңлата алыуҙы, хандар тарихына ҡараған риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеүҙе мотлаҡ, тип иҫәпләгән. Ысынлап та, һәр кемебеҙҙең шәхси шәжәрәһе, күк көмбәҙендә балҡыған йондоҙҙар бер бөтөн йыһанды хасил иткән кеүек, һәр беребеҙҙе быуаттар төпкөлөндә көн иткән ырыуҙаштарыбыҙҙың меңйәшәр тормош ағасы менән тоташтырып, башҡорт халҡының ғәжәп бай тарихи мираҫынан бар булған рухи йыһаныбыҙ асылын аңлау мөмкинлеген бирә. Бик тә ышанып әйтәм, ырыуҙарыбыҙ тарихын өйрәнеү өлкәһендә беҙҙе киләсәктә аҫыл асыштар көтә. Ошоларҙы иҫәпкә алып, милләттәштәребеҙ иғтибарына башҡорт ырыуҙары тарихын сағылдырған мәғлүмәттәр тәҡдим итәбеҙ.

Юрматы ырыуы 4 тиҫтәнән ашыу башҡорт ырыуҙары араһында халҡыбыҙҙың иң ҙур этник берләшмәләренең береһе булып тора. Күренекле тарихсы, этнограф Р.Ғ. Кузеев классификацияһына ярашлы, юрматы ырыуы көньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә ҡарай. Уларҙың бөгөнгө вариҫтары башлыса Башҡортостандың Ишембай һәм Ғафури, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарында йәшәй. Татарстанда, Ырымбур һәм Саратов өлкәләрендә лә сығышы менән юрматыларға ҡараған башҡорттар бар.
Тарихсылар юрматы башҡорттарының килеп сығышы хаҡында төрлөсә фекер йөрөтә, бәхәсле фараздар ғилми әҙәбиәттә "башҡорт-венгр ҡәрҙәшлеге" тип аталған проблема менән бәйле. Билдәле булыуынса, XIII быуат урталарында монгол ханлығына сәйәхәт ҡылған Рим папаһы илсеһе Иоан де Плано Карпини һәм Франция короле Людовик IX илсеһе Вилгельм де Рубрук үҙ яҙмаларында башҡорт менән венгрҙарҙы бер үк халыҡ, улар бер телдә һөйләшә, тигән мәғлүмәт ҡалдыра. Уларҙың икеһе лә башҡорт ерендә булмай, башҡа бер сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтте теркәй. Быға тиклем XII быуатта уҡ ғәрәп сәйәхәтсеһе Әбү Хәмит әл Ғарнати ҙа Венгрияла булып, унда йәшәгән халыҡты башҡорт атамаһы менән нарыҡлай. Артабан тап ошо ерлектә венгр-һунгарҙар менән башҡорт этногенезындағы уртаҡлыҡ идеяһы тарала башлай. Әйткәндәй, ошо буталсыҡты файҙаланып, Татарстандың ҡайһы бер ғалимдары боронғо тарихта тик венгрҙар ғына башҡорт атамаһын йөрөткән һәм, йәнәһе, уларҙың Көньяҡ Уралда ҡалғандары тик Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң ғына хәҙерге башҡорт этносына нигеҙ булған, имеш, тип баш вата.
Шул уҡ ваҡытта XIII быуатта йәшәгән ғәрәп авторы Ибн Сәйет әл Мәғриби башҡорт һәм һунгар (венгр) халыҡтарын айырып ҡарай: "…Әл Һункар иле. Улар - төркиҙәр, башкурдтарҙың туғандары… Татарҙар килеп еткәс, унда уларға ҡаршы һункарҙар, башкурдтар, алмандар йыйналды. Һәм улар (татарҙар) еңелде…", - тип яҙа ул. Венгрҙар - христиан (католик) динен тота, башҡорттар - мосолмандар. Тап шул айырманы шул уҡ XIII быуатта ғәрәп энциклопедисы Яҡут әр Руми билдәләй: франктарҙың "әл Hункар" тигән халҡы илендә "әл башгурдийа" ҡәбиләһе мосолмандары йәшәүе хаҡында әйтеп китә ул. Ул Алеппо ҡалаһында "әл башгурдийа" халҡынан булған мосолман хоҡуғын өйрәнеүсе талиптар менән дә осраша. Боронғо башҡорттарҙың венгрҙар төйәк иткән Дунай буйындағы Паннония еренә барып юлығыуының үҙ тарихы бар. Башҡорттарҙың бер өлөшө, IX быуат аҙағында бәшнәктәр менән союзға инеп, уғыҙ, ҡарлуҡ һәм кимаҡтар ҡыҫымына ҡаршы һуғыша, әммә еңелеүгә дусар булып, Ҡара диңгеҙ буйҙарына барып сыға. 932 йылда, ғәрәп тарихсыһы әл Масуди яҙғанса, бәшнәк, яджни, баджгурд, нәүкерд ғәскәре, Византия ҡалаларына һөжүм итеп, уларҙы баҫып ала. 1091 йылда Византия императоры Константинополде ҡамаған бәшнәк-башҡорттарға ҡаршы ҡыпсаҡ хандары Бүнәк менән Туғарҡандың 40 меңлек ғәскәрен йәлеп итеп, уларҙы еңеүгә өлгәшә. Шунан һуң ғына ҡалған бәшнәктәр һәм башҡорттар Венгрия иленә килеп, уның короле ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә алына.
XI быуатта йәшәгән тел белгесе Мәхмүт әл Ҡашғари ҙа "Диван лугат ат-Турк" китабында билдәле төрки ҡәүемдәре иҫәбенә башҡорттарҙы ла индерә. Ул ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ, уғыҙ, тухси, яғма, чигиль, иғраҡ, джаруҡ ҡәбиләләре һөйләшкән телде саф һәм берҙән-бер төрки тел, тип атай ҙа, ямаҡ һәм башҡорт телдәрен шул телгә яҡын, тип яҙа.
Шул уҡ ваҡытта боронғо башҡорт һәм венгр халыҡтары араһында ҡасандыр тығыҙ бәйләнеш булып, улар араһында билдәле бер тарихи ҡатнашлыҡ булыуын бөтөнләйгә инҡар итеп булмай. Юрматы ырыуы тарихы ла ошоға бер дәлилдер. Ошо йәһәттән ғалимдар башҡорттарҙың юрматы һәм йәнәй ырыуҙары атамаларының параллеле рәүешендә венгрҙарҙың дьярмат һәм енё этнонимдарын килтерә. Хәҙерге венгр телендә төрки телдәре менән уртаҡ тамырлы һүҙҙәр осрай, әммә улар күп түгел; был ысынлап та ҡасандыр венгрҙарҙың төрки ҡәүемдәре менән йәнәшә йәшәп, билдәле бер бәйләнештәре булыуына дәлил. Ҡайһы бер ғалимдар "юрматы" этнонимын уғыр халыҡтары теленән ингән, тип иҫәпләй. Ошонан сығып, юрматыларҙың ата-бабалары төркиләшкән уғырҙарҙан булыуы мөмкин, тигән фараз да бар. Билдәле венгр академигы Д. Немет, киреһенсә, юрматы исеме сыуаш теленә яҡын төрки тамырлы атама, тип яҙа.
Р.Ғ. Кузеев юрматыларҙың боронғо төрки тамырҙарын уларҙың шәжәрәләрендәге мәғлүмәт аша күҙаллап булыуына ишаралай. "Һаҡланып ҡалған юрматы шәжәрәләренең барыһында ла ырыуҙың генеалогияһы һәм боронғо тарихы тик төрки донъяһы менән бәйләнә", - тип яҙа ғалим. Шәжәрәләрҙең береһе Библияла атап үтелгән төркиҙәрҙең төп бабаһы Яфес һәм уның улы Төрктән башланып, артабан Тутек, Иджә, Баҡты, Кийек, Илтәзәр, Илбарыҫ, Юлбарыҫ, Аҡъегет, Сулун, Дербеш, Хамат, Амат, Юрматы исемдәренән хасил була. Икенсе бер шәжәрәлә Юрматы бей Бөрйәндең бер туған ағаһы итеп күрһәтелгән.
Р.Ғ. Кузеев юрматыларҙың сығышы боронғо булғарҙар менән бәйле булыу мөмкинлеге тураһында ла фараз итә. Уныңса, юрматы шәжәрәләрендәге Илбарыҫ, Юлбарыҫ, Дербеш исемдәренә параллель Барас, Барс, Дарваш тигән булғар исемдәрен атарға була. Этнограф юрматыларҙың икенсе бер башҡорт ырыуы - юрмыйҙар менән туғандаш булыуы ихтималлығын да билдәләй. Ә Волга булғарҙарының Дунай болгарҙары менән нәҫелдәшлеген иҫәпкә алғанда, һуңғыларының боронғо ырыуҙарының береһе ерми ырыуы тип аталыуы ҡыҙыҡлы. Был атама боронғо болгар сығанаҡтарында осрай, Плиски ҡалаһы янында табылған, IX быуатҡа ҡараған колонналағы яҙыуҙа ермиарис һүҙе бар. Шулай уҡ сыуаштарҙа мәжүсилек осорона ҡараған Юрмет, Юрмекей исемдәре барлығы билдәле. Р.Ғ. Кузеев таулы башҡорттарҙың заманында юрматыларҙы сирмеш башҡорттары, тип атауын да ошо боронғо юрматы-булғар бәйләнеше һөҙөмтәһе итеп күрә.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.19 | Ҡаралған: 652

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru