«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕҢЕҮСЕ - СИБАЙҘАН!
+  - 

Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы еңеүсеһе билдәләнде. Республиканың 10 ҡалаһы һәм 19 районынан, шулай уҡ Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән килгән 324 бәйгесе араһынан Шамил КҮСӘМИШЕВ иң оҫтаһы тип танылды. Ошо уңайҙан Шамил Шакир улы менән әңгәмәләшеп алдыҡ.

Ҡурайсылар араһында иң абруйлыһы иҫәпләнгән бәйгелә еңеүгә юлығыҙ оҙон булдымы?

- 7-се класта ҡурай уйнарға өйрәнеп, унан һуң Сибай сәнғәт колледжын, БДУ-ның Сибай институтын, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында магистратура тамамланым, быйыл диплом аласаҡмын. Йәғни беренсе тапҡыр ҡулыма ҡурай алып, ошо музыка ҡоралын ғүмерлек юлдашым итеп һайлағандан алып, тиер инем. Музыкант та бит, спортсы кеүек үк, көн һайын физик әҙерлеген нығытырға тейеш, шунһыҙ формаңды тиҙ юғалтасаҡһың. Оҫталыҡтың нигеҙендә хеҙмәт ята. Унан һуң, ҡурайсылар араһында үткәрелгән һәр бәйге ҙур яуаплылыҡ талап итә. Унда еңел-елпе генә әҙерлек менән барып тормаһаң да була. Сөнки бәйгенең талаптары ҡаты - 100 башҡорт халыҡ көйөн, уның тарихын, легендаһын белергә тейешһең. Билет буйынса миңә "Юлғотло", "Тәфтиләү" эләкте, баһалама ағзалары, берәй марш уйнап күрһәт, тигәс, "Дим буйы бүртә" көйөн башҡарҙым. Халыҡсан итеп, борондан халыҡ араһында һаҡланып килгәнсә уйнау ҙа талап ителә.

Бәйгенең ҡурайҙы пропагандалау менән бергә һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау тигән маҡсаты ла бар. Үҙегеҙ ҙә уҡытыусы булараҡ, ҡурай сәнғәтенең бөгөнгө торошо менән ҡәнәғәтһегеҙме?

- Был бәйге еңеүселәрҙе үҙе үҫтереп ала, тиергә кәрәк. Ҡатнашып, башҡаларға ҡарап ҡайтыу ҙа ҙур тәжрибә. Өйрәнәһең, сәм уяна. Баһалаусылар составы ла абруйлы һәм талапсан ҡурайсыларҙан, белгестәрҙән тора, быныһы ла үҫтерә. Мин дә 2-3 тапҡыр килеп, быйыл ғына Гран-при алыуға өлгәштем. Быйыл да еңеүсе тигән исемгә лайыҡлы егеттәр күп ине, араларында бик көслөләре бар. Уларҙың барыһы ла алда әле.
Үҙем башлап һөнәри белем алған Сибай сәнғәт колледжында 2007 йылдан бирле уҡытыусы булып эшләйем һәм ошо арауыҡта ҡурай класына кеше йыя алмай ултырған ваҡыттар булманы. Беҙҙең яҡта, Сибай ҡалаһында, ҡурайсыларға иғтибар ҙур, был да үҙ өлөшөн индерәлер. Улай тиһәң, һуңғы йылдарҙа республиканың бөтөн төбәктәрендә лә ҡурайҙа уйнау әүҙемләште. Быйыл бәйгелә сит төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Еңеүемә үҙемдең уҡытыусыларым Мөхәррәм Кәримов, Әхиәт Ғәйетбаев, Йәмил Үтәбаев, Нурғәли Ҡайыҡбирҙиндарҙың да көсө һәм ышанысы һалынғанлыҡтан, киләсәктә үҙемдең уҡыусыларымдан да ошондай шатлыҡлы хәбәрҙәр ишетермен, тип өмөтләнәм. Ҡурайға бит ул бер ғашиҡ булһаң, был һөйөү ғүмерлеккә әйләнә. Мине бар яҡлап аңлаған ғаиләмә - ҡатыныма һәм балаларыма ла рәхмәтлемен.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.19 | Ҡаралған: 1018

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru