Өфөлә барған "Евразия йөрәге" V Халыҡ-ара сәнғәт фестивале бөгөн ҙур гала-концерт менән тамамланасаҡ. 2013 йылдан алып үткәрелгән "Евразия йөрәге" өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының иң яратҡан мәҙәни сараһына әүерелеп өлгөрҙө. Тәүге йылда 10 мең тамашасы йыйылһа, былтыр 130 мең кеше Өфө амфитеатрында тамаша ҡылған. Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл тәүге кистә генә лә асыҡ һауала барған был байрамға 45 меңдән ашыу кеше килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, All fests порталы мәғлүмәтенә ҡарағанда, "Евразия йөрәге" фестивале Рәсәйҙә популярлығы буйынса икенсе урында тора.
Фестивалдең тәүге көнө Милли кейем парады менән хәтерҙә ҡалды. Былтыр Өфө ҡалаһы милли кейемдәрҙәге иң ҙур әйлән-бәйлән менән рекорд ҡуйғайны. Унда 1192 кеше теркәлгәйне. Быйыл милли кейемдә урамға сығыусылар тағы ла күберәк булды, махсус теркәлеү үткәндәр иҫәбе генә лә 2700-ҙән ашып китте. Сағыу кейемдәрҙәге колонналар Зәки Вәлиди урамынан Өфө амфитеатрына тиклем йәйәү үтте. Унда республика райондары һәм ҡалалары вәкилдәренән тыш, Мәскәүҙән, Ырымбур өлкәһенән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономлы округынан башҡорт ҡоролтайҙары ағзалары ҡатнашты. Төп сәхнә алды ҙур бейеү майҙансығына әүерелде.
Был көндө концерт программаһын Санкт-Петербургтан килгән "Ingervala" төркөмө асты. Уларҙы Надежда Бабкинаның "Рәсәй йыры" XII Бөтөн Рәсәй фестиваль-марафоны дауам итте. Әйткәндәй, быйыл был фестиваль-марафон бары тик Башҡортостанда ғына үтә һәм республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышлана. Һуңынан эстафета "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнә тапшырылды.
13 июндә "Симфоник төн"дә Башҡортостан Республикаһының Милли һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары билдәле яҡташыбыҙ Асҡар Абдразаҡов, "Яңы опера" Мәскәү театры солистары Ольга менән Елена Терентьевалар, шулай уҡ Япониянан килгән ҡунаҡтар Сэйити Фурукава менән Наталья Юрканова өсөн уйнаны. Был көндө шулай уҡ ижади коллективтар, шулай уҡ Эске эштәр министрлығы Юридик институты курсанттары, Өфө мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашлығында бейеү байрамы - Беренсе бал үтте.
14 июндә "Алға, Башҡортостан!" тип аталған концерт ойошторолдо. Унда Алсу, Рушана Вәлиева, Софья Бугера, Элвин Грей, "Бүреләр", "Заман" төркөмдәре, Роберт Юлдашевтар сығыш яһаны. Әйткәндәй, был концерттың ҙур өлөшө "Ҡурайфест" форматында үтте. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алдан уҡ сараға 500 ҡурайсы киләсәге тураһында хәбәр иткәйне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|