«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЙӘНЛЕ БӨРЙӘНДӘР БЕҘ!
+  - 



Бөрйән ырыуының килеп сығышы ифрат ҡыҙыҡлы, ул башҡорт халҡының этногенезында айырым урын биләй. Бөрйәндәрҙең боронғо тарихи тамырҙары Урта Азия, Кавказ һәм Көнсығыш Европа тарафтарынан Көньяҡ Уралғаса таралып китеп, этнографик һәм тарихи тикшеренеүҙәр өсөн күп төрлө мөмкинлектәр ҡалдырған. Яҙма сығанаҡтар, мифология (легенда-риүәйәттәр), археология, палеогенетика һәм геногеография материалдары бөрйән тарихын асыҡларға, уның дөйөм башҡорт тарихындағы урынын билдәләргә ярҙам итә.

Беҙҙең өсөн, бәлки, иң ҡыҙыҡлыһы һәм уйландырғысы бына ниҙәлер ул: бөрйән атамаһы, башҡорт атамаһы кеүек үк, бик боронғо тарихи сығанаҡтарҙа теркәлеп ҡалған, улар төрлө яҙма сығанаҡтарҙа параллель рәүештә ҡулланылған. Башҡа бер башҡорт ырыуҙары атамаларынан айырмалы рәүештә, бөрйән этнонимы Алтай һәм Көньяҡ Себерҙә йәшәгән төрки-монголдарҙың ырыу-ҡәбилә исемдәрендә осрамай. Тимәк, бөрйәндәрҙең ата-бабалары башҡорттарға ҡушылғанға тиклем үк айырым этник берләшмә исемен йөрөткән.
Бөрйән атамаһы ғәрәп яҙма сығанаҡтарында "бурджан", фарсыларҙың XI быуаттағы "Худуд аль Алам" географик трактатында "бурчан" формаһында телгә алына. Яҙма төрки телендә "бөржән" варианты ла осрай. Ғалимдар был атаманың этимологияһын төрлөсә аңлата. Уның составын "бур" һәм "джан" (кеше) тамырҙарынан тора, тип, ошо этнонимдың иран йәиһә сармат-алан сығышлы булыуын фараз итеүселәр бар. Халыҡ этимологияһына ярашлы, ырыу исемен "бүре" һәм "йән" һүҙҙәре менән бәйләп аңлатыуҙа бөрйәндәрҙең "бүре йәнле" зат булыуы хаҡындағы мифик ҡараштар сағыла. Бында төрки ҡәүемдәре араһында киң таралған бүре тотемын, башҡорттарҙың Көньяҡ Уралға аҡ бүре артынан эйәреп килеүе тураһындағы легендаларын иҫкә алырға була.
Бөрйәндәр тураһындағы мәғлүмәттәр урта быуаттарҙа йәшәгән Бируни, Масуди, Гардизи, Идриси һәм башҡа билдәле ғәрәп ғалимдары яҙмаларында теркәлгән. XIV быуатта йәшәгән ғәрәп ғалимы, Хама (Сирия) әмире Әбу-ль Фида бөрйәндәрҙең бер нисә ҡәүемдән торған ҙур һәм буйһонмаҫ (яугир) халыҡ икәнлеге тураһында яҙып ҡалдырған. Беҙҙең эраның VI быуатынан алып XIV быуатҡа тиклем бөрйәндәр йәшәгән, йәки улар менән бәйле ерҙәр ғәйәт киң географик ареалды тәшкил итә: Урта Азияның Бохара тарафтары, Сырдаръя үҙәненән Каспий диңгеҙенәсә, Кавказдан Дунай йылғаһына тиклемге территорияла бөрйән ҡәүеме иҫкә алына. Ибн әл Асир (XII б.) бөрйәндәрҙең 588 йылда Төрки ҡағанаты ғәскәрҙәре составында Иран шаһы Ануширванға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы хаҡында яҙа. Был саҡта Төрки ҡағанаты фарсыларҙың дошманы булған Византия менән союзға инә. Күрәһең, бөрйәндәр ҡағанаттың билдәле һәм көслө ҡәүемдәренән һаналған. Һуғышсан бөрйәндәр һәм башҡорттар фарсыларҙың Хорасан тауҙарына, Мургаб йылғаһы үҙәненә тиклем барып еткән. XI быуатта йәшәгән ислам теологы, Хорасан имамы Әс Самани "Китаб әл ансаб" тип аталған әҫәрендә Мервтан 3 фарсах алыҫлыҡта Бурсанжирд исемле ауыл булыуы хаҡында яҙа. VI быуат аҙағынан башлап, бөрйәндәр һәм башҡорттар Бохара тарафтарына үтеп инә, күпмелер ваҡыт бик уңдырышлы булған Бохара оазисында көн итә. Был башҡорт риүәйәттәрендә лә сағылыш тапҡан. Таджик тарихсыһы Б.Ғафуров башҡорт этнонимы менән бәйле топонимик атамалар хаҡында былай тип яҙа: "Башкурт тауҙары" Памир тауының көнбайыш һырттарында, Бохара оазисынан көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан, ә Вашгирд тип аталған урын - уларҙан бер аҙ төньяҡ-көнсығышҡараҡ, Вахш үҙәнендә".
Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, IX быуат урталарында бөрйәндәр Каспий диңгеҙе буйҙарына һәм унан көнбайыштараҡ ятҡан ерҙәргә күсенә. Бында уларҙың яңы - Европа менән бәйле тарихы башлана. Уларҙың Урта Азияла ҡалғандары, артабан уғыҙ-ҡыпсаҡ мөхитендә йәшәп, ошо территорияла формалашҡан халыҡтар составына ҡушылып китә. Был бөрйән ырыуына ҡараған монаш һәм яғалбай боронғо ырыу бүлемдәре атамаларының башҡа төрки халыҡтарҙа ла булыуы менән аңлашылып тора. Ҡырғыҙҙарҙың мунғуш ырыуының жағалмай төркөмө, тываларҙың монуш, ҡараҡалпаҡтарҙың жағалтай, ҡаҙаҡтарҙың жағалбайлы тигән этнонимик атамалары тап ошо хаҡта һөйләй. Урта быуаттарға ҡараған тарихи яҙмаларҙа Дунай булгарҙарын бер үк ваҡытта "бурджан" исеме аҫтында биреүсе мәғлүмәттәр байтаҡ. Рәсәй тарихсыһы Абраам Гаркави ҙа " Ғәрәптәр бурджандарҙы Дунай булгарҙары тип белә ине", - тип яҙа. XIX быуатта йәшәгән француз тарихсыһы Этьен-Марк Катрмер ошо фекерҙе раҫлаусы дәлил рәүешендә Масудиҙың "Китаб танбих вә-л-ишраф" әҫәрендә яҙғандарҙы килтерә: тәхетенән ҡолатылған Византия императоры Юстиниан II Ринотмет (685-695, 705-711 йылдар) тәүҙә хазарҙарға ҡаса, һуңынан "Бурджан батшаһы Т.р.ф.л-ға" һыйына. Бында Дунай булгарҙары ханы Тервель тураһында һүҙ бара, ул Юстинианға тәхетен яңынан яуларға ярҙам итә. Әммә бурджандарҙы Дунай булгарҙары менән бер үк ҡәүем тип иҫәпләү дөрөҫ булмаҫ ине, һәм был турала тарихсы-этнолог Р.Ғ.Кузеев та асыҡлыҡ индерергә тырыша. Ул булгар-бурджан проблемаһын, тарихи процестар барышындағы бәйләнештәргә һылтанып, билдәле бер тарихи үҫеш һөҙөмтәһелер, тип белдерә, бөрйән һәм булгарҙарҙың туғандаш, әммә айырым этник төркөмдәргә ҡарауы хаҡында яҙа.
VII быуатта Төньяҡ Кавказда бик көслө дәүләт - Хазар ҡағанаты барлыҡҡа килә. Уның составында Бурджан батшалығы булыуы хаҡында мәғлүмәттәр бар. XIII быуатта йәшәгән ғәрәп энциклопедисы Йаҡут әр Руми үҙенең "Илдәр һүҙлеге" лексиконында былай тип яҙа: "Бурджан: "джим" хәрефе менән; әл Хазар өлкәләренән булған ил; ...мосолмандар Усман ваҡытында - Аллаһ уның менән ҡәнәғәт булһын инде! - Бурджанға һөжүм иттеләр". Усман 644 йылдан 656 йылға тиклем хәлиф булған, был саҡта Дунай булгарҙары дәүләте булмаған әле. Тимәк, Йаҡут яҙған Бурджан Дунайҙағына бер нисек тә тура килмәй. Ысынлап та, 652-653 йылдарҙа хәлифәт ғәскәрҙәре сардар Әбд ар-Рахман һәм уның туғаны Сәлмән етәкселегендә Хазар иленә баҫып инеп, Әл Куфи яҙғанса, Йаргу ҡалаһын ала. Ғәмәлдә был ҡала Таргу тип аталған, Махачкала янындағы Тарки ауылы бар. Йаҡут мәғлүмәтенә ярашлы, Бурджан батшалығы ерҙәре хәҙерге Дағстан территорияһында, Дербент ҡалаһынан төньяҡтараҡ була.
Кавказдағы Бурджан иле хаҡындағы мәғлүмәттәр байтаҡ ҡына ғәрәп авторҙары - Яҡуби, Ибн Хаййат, Ибн әл Асир, әд Димашки, Ибн Хордадбех, әт Табари, Ибн әл Факих, Ибн Мискавейх әҫәрҙәрендә урын алған. Уларҙың ҡайһылары Бурджан иленең Иран шаһы Хосров Ануширван (531 - 579 йылдар) заманында Баб әл Абваб (хәҙерге Дербент) крепосына яҡын ерҙә йәшәүе, әлеге шаһтың Бурджанға ҡаршы хәрби поход ойоштороуы хаҡында иҫкә ала.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.19 | Ҡаралған: 640

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru