«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘКӘТИН ВАРИҪЫНЫҢ ӘЙТКӘНЕ
+  - 

27 - 29 июндә үткән V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында миңә Төмән өлкәһенең "Себер татарҙары милли-мәҙәни автономияһы" ("Национально-культурная автономия сибирских татар") йәмәғәт ойошмаһы исеменән саҡырылған ҡунаҡ булараҡ ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Башҡортостанға өсөнсө тапҡыр килеүем булды был. Тәүгеһендә республика дәүләт архивына тыуған ауылым Бәкәтин (Бегетино) тураһында мәғлүмәт эҙләп юлланған инем. Икенсе тапҡыр "Рәсәй төркиҙәре: бөгөнгө заман һәм тарихи оҡшашлыҡ мәсьәләләре" исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе. Һәр килеүемдә лә ихлас күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ менән осраштым. Шулай уҡ башҡорт милли аш-һыуының тәмлелеген билдәләп үтмәйенсә мөмкин түгел. Ә иң оҡшағаны - ҡымыҙ булды. Өфөгә килгән һайын халыҡтарыбыҙҙың туғандаш булыуын тоям. Был телдә лә, шулай уҡ мәҙәниәт һәм йолаларҙа ла асыҡ сағыла. Мәҫәлән, мин башҡорт телен яҡшы аңлаһам, башҡорттар минең сыбыр телен (себер татарҙары телен) тәржемәһеҙ ҙә төшөнә.
Ҡоролтайҙа ҡатнашыуым да бары тик яҡшы яҡтары менән хәтеремдә ҡаласаҡ. Оло сараға килгән ҡунаҡтар ҡоролтайға тиклем ҡала буйлап сәйәхәттә лә булып өлгөрҙө, башҡорт халҡының милли эпосы буйынса ҡуйылған "Урал батыр" спектаклен дә ҡараны. Спектаклдә ҡулланылған лазер технологиялары, үҙенсәлекле битлек һәм костюмдар художестволы новаторлыҡ тураһында һөйләй. Шулай уҡ актерҙарҙың юғары оҫталығы ла һоҡландыра.
Ҡоролтай барышында әлегә тиклем тик социаль селтәрҙәр аша ғына таныш булған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, журналистар һәм артистар менән шәхсән күрешеүемә һәм танышыуыма бик шатмын. Айырыуса, үҙҙәре мине танып, яныма килеүҙәре күңелемде үҫтереп ебәрҙе. Шулай уҡ "Тарих һәм оҡшашлыҡ (идентичность)" секцияһында тыңлаусы булараҡ үҙем өсөн фәһемле һәм мөһим мәғлүмәт алдым. Башҡорт халҡының артабанғы үҫеш стратегияһын күҙаллаған ултырыштағы докладтарҙа яңғыраған проблемалар беҙҙең себер татарҙарына ла хас. Шуға күрә, үҙем өсөн күп нәмә алдым һәм халҡым алдында торған мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын күрҙем. Төрки халыҡтарының бер төптән булыуы уларҙың һәр береһе үҫеше өсөн ыңғай этәргес булып тороуына ышанам. Ошо уҡ көндә башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич һәйкәлен асыу тантанаһында ҡатнаштым. Бөйөк шағир ғына түгел, ә үҙ халҡының милли үҙаллылығы өсөн ҙур эштәр башҡарған шәхесте ҙурлауҙары башҡорт милләттенең үҙ тарихына ихтирамын күрһәтә.
Ә Торатау итәгендә үткән фольклор байрамының масштаблылығы иҫте китәрерлек. Төрлө ярыш һәм уйындар, милли күренештәр, ҡаласыҡтар, башҡорт халҡының элекке йәшәйешен, кейемен, шөғөлөн күрһәткән экспозиция менән биҙәлгән тирмәләр - барыһы ла юғары кимәлдә булды.
Шулай ҙа минең күңелемдә иң ҙур тойғо ҡалдырғаны - башҡорттарҙың изге тауы Торатау булды. Күпселек кеше кеүек үк, мин дә уның башына менеп, тирә-яғына күҙ һалдым. Тау башынан асылған матурлыҡҡа һоҡланып бөтөү мөмкин түгел. Ә ошо төбәктә, бәлки, нисәлер быуат элек бәкәтин ырыуынан булған башҡорт ата-бабаларым йәшәгәндер һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса бөгөн килеп мин, уларҙың вариҫы, ошо ерҙә баҫып торам... Һүҙ менән генә аңлатып булмаған тойғолар кисерҙем мин Торатау башында, боронғо тарихыбыҙға барып урап ҡайтҡандай булдым.
Башҡортостандан мин тик яҡшы тәьҫораттар һәм йыйын барышында тыуған күп уй-фекерҙәр менән ҡайттым. Киләсәктә, Алла бирһә, туғандаш халыҡ менән тағы ла осрашырға, эшләргә насип булһын, тип теләйем.

Фәрхәд ШАМУРАДОВ,
Төмән ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.19 | Ҡаралған: 751

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru