«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДУҪТАРСА МӨНӘСӘБӘТ ТӘ СИРҘӘРҘЕ ДАУАЛАЙ
+  - 



Һуңғы ваҡытта республикала башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, медицина тармағының торошо ла етәкселектең күҙ уңында. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, журналистар өсөн был өлкә ниндәйҙер кимәлдә "ете ҡат йоҙаҡ аҫтында" ҡала килә - табиптар менән әңгәмәләшеү өсөн дә рәсми хат яҙыу кәрәк. Ирекһеҙҙән, күңелдә төрлө уйҙар, шик тыуа башлай. Әммә бер һүҙһеҙ әңгәмәләшергә ризалашыусылар ҙа юҡ түгел. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - баш ҡалалағы 51-се поликлиниканың баш табибы Раян МИҺРАНОВ тап шундайҙарҙан һәм уның менән медицинаның бөгөнгө хәл-торошо хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.

Һеҙ - уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанһығыҙ. Атайығыҙ Нурулла Миһранов - республика матбуғатында көнүҙәк проблемалар менән даими сығыш яһаған, йөкмәткеле мәҡәләләре менән дә үҙ аудиторияһын тапҡан кеше. Ә һеҙ атай юлын һайламай, ни өсөн медицинаны үҙ иттегеҙ?

- Бәләкәй ваҡытта бер кинола табиптың пациентҡа пистолет менән укол ҡаҙағанын күрҙем. Бала күңелендә шул эпизод тәрән эҙ ҡалдырҙы: пистолетты беҙ һәр ваҡыт үлем илтеү ҡоралы тип өйрәнгәнбеҙ, ә бында табип уның ярҙамында кеше ғүмерен ҡотҡара. Шул бер күренеш барлыҡ яҙмышымды хәл итте. Ауылдан Өфөгә килеп, уҡыуымды Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының медицина йүнәлешле класында дауам иттем, һуңынан Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Әммә эшкә шунда уҡ Өфөлә ҡалманым, тәүҙә - тыуған Белорет районында, һуңынан Йылайырҙа эшләнем. Шуға, ҡалалағы ғына түгел, ауыл ерендәге проблемаларҙы ишетеп түгел, күреп беләм.

Табип - ул дөйөм төшөнсә, медицинаның тармаҡтары бик күп, һеҙ белемегеҙ буйынса ниндәй өлкә белгесе?

- Һөнәрем буйынса терапевмын. Эшемде яратам һәм бик оҡшай ине. Ғөмүмән, яратып, күңел һалып эшләһәң, бар эш тә оҡшайҙыр инде ул. Хәҙер баш табип булғас, күберәк хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнергә тура килә, сөнки медицина заман менән бергә атлай, тиҙ үҙгәрә, административ эштәрҙе лә алып барырға кәрәк. Элек табиптар 5 йылға бер тапҡыр белемен камиллаштырһа, хәҙер йыл һайын уҡып торорға тейештәр.

Халыҡҡа иң яҡын профессиялар - ул уҡытыусы һәм табиптар. Тап ошо ике һөнәр әһелдәренә бөгөн ниңәлер дәғүәләр күп. Уларҙың нисә проценты ысынбарлыҡҡа тура килә, тип уйлайһығыҙ?

- Ысынлап та, пациенттар табиптарға йыш зарлана. Табиптарҙан да күп нәмә тора, әммә улар уртаҡ тел табырға тейештәр, сөнки пациент табипҡа ярҙам өмөт итеп килә. Пациенттар менән дөрөҫ әңгәмә ҡорғанда, аңлатыу эше алып барғанда, низағ сыҡмай. Миҙал бер яҡлы ғына булмағандай, утһыҙ төтөн дә сыҡмай. Тик бер яҡты ғына ғәйепләп, икенсеһен яҡлау ҙа дөрөҫ түгел. Хатта тәү ҡарашҡа табиптың ғәйебе булмаған кеүек тойолһа ла, әгәр ул пациентҡа дөрөҫ аңлатһа, эшен дөрөҫ ҡорһа, пациенттар барыһын да аңлай. Бер сирле лә, өйҙә ятҡансы, барып, табип менән әрләшеп ҡайтайым әле, тип сығып китмәйҙер, моғайын. Шулай уҡ табиптарҙан да, пациенттарҙан да тормаған осраҡтар ҙа була. Мәҫәлән, льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү - дәүләттең бурысы. Әммә, күреп тороуығыҙса, ул үҙе ауыр хәлдә. Шуға күрә, күп осраҡта табиптар менән пациенттар аңлашып, килешеп эшләргә тейеш.
Пациенттар ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итмәһен, уларҙың һәр береһен: беҙгә мөрәжәғәт итәләрме, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынамы, башҡа тикшереү органдарынамы - барыһын да ҡарайбыҙ һәм һәр тәнҡитте файҙалы кимәлгә сығарырға тырышабыҙ, сөнки пациент күҙлегенән ниндәйҙер етешһеҙлектәребеҙҙе әйтеп тормаһалар, беҙ уларҙы күрмәҫкә лә мөмкинбеҙ. Шуға мин ялыу яҙыусыларға, киреһенсә, рәхмәтлемен. Уларҙың ярҙамы менән күп мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, ҡайһы берҙәрен ҙур бәләгә барып еткәнсе кисектерә алабыҙ. Ә инде табиптарҙың күрәләтә ғәйепле тигәндәре 100-ҙән бер осраҡ ҡына булыуы мөмкин, әммә алдан белеп, яуыз ниәттән зыян килтерер өсөн эшләгән бер генә табип та юҡ.

Күптәрҙе хәҙерге электрон теркәлеү, терминал аша теркәлеү мәсьәләһе ҡәнәғәтләндермәй: сәғәттәр буйы буш ваҡыт булғанын көтөп ултырмаһаң, теркәлеп булмай, тигән зарланыуҙар ишетергә тура килә. Ә кемдер ҡапыл сирләп китһә?

- Эйе, табипҡа алдан яҙылыу тигән күренеш бар, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылғандары ла осрай. Беҙ нормативтар буйынса эшләргә тырышабыҙ, мәҫәлән, кеше терапевҡа 24 сәғәт эсендә эләгергә тейеш. Махсус белгестәргә - 4-7 көндә. Ҡиммәтле тикшереүҙәр үтеүгә - 14-30 көн. Һәр белгестең үҙенең мөҙҙәте бар. Алдан яҙылыу, бер яҡтан, яҡшы, икенсе яҡтан, йәмғиәт уға тулыһынса әҙер түгел, күрәһең. Быға табиптарҙың етешмәүе лә зыян килтерә. Беҙ бит поликлиникаға барып, регистратурала яҙылып, шунда уҡ табипҡа инеп өйрәнгәнбеҙ. Ғәҙәттә, бер табип эш ваҡытында норма буйынса бер пациентты 15 минут ҡарап, 20 пациентты ҡабул итеүе мөмкин. Ғәмәлдә улар күберәк ҡабул итә. Ә инде яҙылыуға килгәндә, ул дүрт төрлө башҡарыла: регистратура, коллцентр, терминал, "Дәүләт хеҙмәттәре" сервисы аша. Һәр төргә уртаса бишәр кеше бүленгән. Халыҡ регистратуралағы шул биш урынға килә лә, талон ала алмай, аптырай ҙа ҡала. Шул уҡ ваҡытта интернет аша колл-центрҙы ла, "Дәүләт хеҙмәттәре" сервисын да, регистратура эргәһендәге терминалды ла ҡарарға кәрәк.
Әлбиттә, кеше уйламағанда ҡапыл сирләп китеүе лә ихтимал. Был осраҡта махсус табипҡа тиклемге ярҙам кабинеты бар. Температура, йөрәк өйәнәге, башҡа ауыртыуҙар борсоһа, уларҙы фельдшер ҡабул итә, ярҙам итә алһа, ярҙам итә, табип кәңәше кәрәк булһа - шунда уҡ табипҡа сиратһыҙ индерәләр һәм сиратһыҙ күренәләр. Һәр хәлдә, пациент килгән икән, ул күренмәй ҡайтырға тейеш түгел, бүлек мөдиренә, начмедҡа, баш табипҡа мөрәжәғәт итеп, проблеманы урында хәл итергә була.

Һуңғы ваҡытта пациенттар ҙа ҡаты бәғерлегә әйләнә бара түгелме?

- Әйтәләр бит, кеше ниндәй яҙмышҡа лайыҡ - шулай буласаҡ, тип. Шунан сығып фекер йөрөткәндә, әлеге йәмғиәтебеҙ ошо хәл-торошҡа лайыҡтыр, тип уйлайым. Элек һәр кем бер-береһенә ярҙам итергә, хәленә инергә тырыша ине. Хәҙер ҡаты бәғерлелек, тәкәбберлек даими осрай. Пациенттар үҙҙәре шулай агрессив булып, рухи яҡтан шуға әҙерләнеп ултырғас, табиптарҙы ла агрессив тип ҡабул итәлер, бәлки. Саҡ ҡына тауышын күтәреп әйтһә - ҡысҡырҙы, ҡатыраҡ әйтһә - ҡыуып сығарҙы, тиҙәр. Шуға бер яҡты ғына ғәйепләп булмай.

Бөгөн мәғариф системаһында уҡытыусылар шундай проблема алдында тора: шул тиклем күп отчеттар яҙа, ҡағыҙ эшенән бушамай. Медицина учреждениеларына килеүселәр ҙә, һөйләгәнде тыңламай ҙа табип, ҡағыҙ яҙып тик ултыра, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә...

- Беҙ бер илдә йәшәйбеҙ. Компьютер заманы булһа ла, ҡағыҙ эше медицинала ла бик күп. Йылдан-йыл төрлө отчеттар артҡандан-арта. Был дәүләткә кәрәктер, моғайын, кәрәкмәһә, отчет яҙҙырмаҫтар ине. Иң мөһиме - ошо ҡағыҙ тултырыуҙың файҙаһы, аҙағы хәйерле булһын. Бәлки, бөгөнгө эшләүебеҙҙең һөҙөмтәһен алдағы яҡын киләсәктә күрербеҙ.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып Радий Хәбиров килгәс, төрлө тармаҡтар буйынса эшлекле сәғәттәр үткәрә башланы. Шуларҙың береһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә ҡағыла, унда бөгөнгө проблемалар күтәрелә, уларҙан сығыу юлдары эҙләнә. Ә бит был проблемалар ошоға тиклем дә булған, улар бөгөн генә килеп тыумаған. Ни өсөн улар элек күтәрелмәне лә, әле генә ҡалҡып сыҡты?

- Элек иғтибар булманы тип әйтмәҫ инем, был проблемалар күптәнән килә. Бары тик быға тиклем улар ведомство эсендә генә күтәрелһә, тикшерелһә, хәҙер иһә Хөкүмәт кимәленә һәм киң йәмәғәтселеккә сығарыла. СССР тарҡалғандан бирле беҙ һаман да яңы рельсҡа ныҡлап баҫа алмайбыҙ, бер туҡтауһыҙ реформалар яһала. Үҙгәрештәр йылдам бара, ә система бындай тиҙлеккә әҙер булмай сыҡты. "Янғын иҡтисады" тиҙәр бит, шул беҙҙең бәкәлгә һуғыңҡырай. Радий Фәрит улы башлаған эштәр үҙгәрештәрҙе системалаштырыуҙы талап итә. Дәүләт күҙлегенән ҡарағанда, шулай яҡшыраҡтыр ҙа. Хәҙер бына "Ауыл табибы" тигән программаға ныҡлап тотондолар. Уға федераль бюджеттан 50 кешелек кенә аҡса бүленһә, республика ҡаҙнаһынан тағы ла 120-нән ашыу белгескә аҡса бүленәсәк. Электән дә Хөкүмәткә мөрәжәғәттәр була торғайны, әммә мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышыу тойолманы. Финанс, методик ярҙам, күп эштәрҙе эшләр өсөн закондар, хөкүмәт ҡарарҙары кәрәк. Элек һәр ведомство үҙ алдына эшләһә, хәҙер көстәр берләштерелде. "Сәләмәтлек сәғәте"ндә бер өҫтәл артында Хөкүмәт, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, баш табиптар ултыра - шунда уҡ мәсьәләне күтәрәләр һәм унан сығыу юлдарын эҙләйҙәр. Ниндәйҙер проблема бер урында бар икән, башҡа урында юҡ, тигәнде аңлатмай - ул башҡа ерҙә ла бар, бөтөн урында бер проблема. Шуға күрә уларҙы системалы рәүештә хәл итергә кәрәк.
Кадрҙар мәсьәләһе лә электән килә, күп осраҡта ауыл ерҙәрендә торлаҡ юҡлығы бер бәлә. Йылайырҙа баш табип булып эшләгәндә шундай хәл булды: бер ауылда, фельдшер кәрәк, тинеләр. Фельдшер таптыҡ, торлаҡ проблемаһы килеп тыуҙы. "Исмаһам, берәйегеҙ фатирға индерегеҙ, аҡсаһын дауахана түләй", - тием. Бер кем ризалашманы. Табип кәрәк, әммә ул ҡайҙа йәшәй, нисек йәшәй - бер кемде борсомай. Шуға, килгән табиптарға ауыл халҡы ла, ҡала халҡы ла мөмкин тиклем ярҙам итһен ине. Икенсе мәл - ауылдан табип һөнәрен һайларға теләүселәр булһа, махсус йүнәлтмәләр бар. Шуларҙы барып һораһындар ауыл балалары. Улар йүнәлтмә алып уҡып, ауылына, районына эшкә ҡайта ала бит. Әлбиттә, был, тырышып уҡымаһам да ярай, йүнәлтмә буйынса барыбер ҡабул итәләр ул, тигәнде аңлатмай, сөнки медиктар ҡулында - кеше ғүмере, кеше яҙмышы, шуға күрә, киреһенсә, биология, химия, физика фәндәренән өҫтәмә дәрестәр алып, тырышырға кәрәк.

Беҙҙең медицина торошон гелән сит илдәр менән сағыштырырға тырышалар: Германия, Израиль һ.б. Ә белгестәр Рәсәйҙә, Башҡортостанда йәки башҡа республикала-өлкәлә дауаланыу сит илдәрҙәгенән һис тә ҡалышмай, ти. Ни өсөн халыҡ хатта картала ҡайҙа икәнлеген дә белмәгән илдәргә нығыраҡ ышана?

- Кемдер сит ил медицинаһы яҡшы, ти, бәғзеләр түләүле медицина ойошмаларын маҡтай. Ысынбарлыҡта, уларҙа ла, беҙҙә лә яҡшырағы ла, насарырағы ла бар. Мәҫәлән, күптән түгел бер танышым Германиянан ҡайтып, беҙҙә дауаланып китте. Сит илдә эшләнгән операциялар бик ҡиммәт, күптәр йылдар буйы страховка суммаһы тупланғанын көтә. Беҙҙә операцияны бер айҙан артығыраҡ көтһәләр - ғауға ҡуба. Рәсәйҙә генә түгел, Башҡортостанда ла медицина алға киткән тиер инем: барлыҡ ағзаларҙы донор ағзаһына алыштырып ҡуялар хатта. Белгестәр ҙә насар түгел, йыһаздар булһа, бөтөн нәмәне эшләргә мөмкин. Шулай уҡ шәхси медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән кешеләр, уларҙа яҡшыраҡ, тиһәләр ҙә, күп осраҡта дәүләт медицина ойошмаларында эшләгән табиптар шәхси клиникаларҙа өҫтәмә эшләй. Түләүле яҡшыраҡ тигәнде аңлатмай, бары тик кешеләр табиптарҙы тыңларға һәм уларҙың ҡушҡанын еренә еткереп үтәргә өйрәнһен ине.

Ошо үҙгәрештәрҙән һуң ҡасан да булһа халыҡ, йәғни пациенттар һәм медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре араһында сит илдәрҙәге кеүек, йәғни табипҡа проблема алҡымыңдан алғас түгел, ә ярты йыл һайын ҡаралып тороу, үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыу - аңлашып, килешеп йәшәү барлыҡҡа килер тип өмөтләнәһегеҙме?

- Ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр элек тә булған, бар һәм буласаҡ. Улар бөтөргә лә тейеш түгел, сөнки улар беҙгә лә ниндәйҙер етешһеҙлекте әйтеп тора һәм әйтергә тейеш. Беҙҙең эске контроль хеҙмәттәре, комиссиялар булһа ла, ҡайһы ваҡыт бит күҙҙәге сүпте күрмәйбеҙ, ә кешенең яурынындағы саң бөртөгөн дә күрәбеҙ. Әммә бергәләп эшләргә кәрәк, сөнки һаулыҡ - ул халыҡтың үҙенә кәрәк. Шуның өсөн ваҡытында тикшерелеп тороп, диспансеризация үтеп, табип кәңәшенә ҡолаҡ һалһалар - ул ваҡытта ыңғай үҙәгәрештәр тиҙерәк булыр ине. Аяҡтан йығылғас, бына хәҙер табип килә лә, бер төймә дарыу ҡаптырып ебәрә лә, мин 18 йәштәге сағымдағы кеүек һикереп төшөп бейейем, тип, мөғжизәгә өмөт итергә ярамай, әлбиттә. Халыҡ үҙе тырышмаһа, дәүләт һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күпме генә аҡса сарыф итмәһен, алға китеш булмаясаҡ.
Беҙ барлыҡ шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ, шул уҡ диспансеризация үтә алһындар өсөн айырым кабинет булдырҙыҡ. Алдан яҙылмайынса, сиратһыҙ-ниһеҙ килеп, бер көн эсендә үтеп ҡайта алалар. Әммә күптәр ут ҡапҡас ҡына йүгерә башлай ҙа, диспансеризация файҙаһыҙ булды, бер нәмә лә тапманылар, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта, мотлаҡ тултырылырға тейешле тест һорауҙарын уҡып та тормайынса, бар ергә лә "юҡ", тип яҙалар ҙа сығалар. Ә бит ундағы бер генә һорауға "эйе" тигән яуап булһа, терапевт шунда уҡ ул кешене икенсе белгескә ҡабул итеүгә яҙа, уны артабан тикшерәләр. Шул бер генә "эйе" лә өҫтәмә тикшерелеүгә сигнал булып тора. Пациенттар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын йәшерә, ауырыуҙарын әйтмәй, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирмәй икән, табип уларҙың сирен асыҡларға телепат түгел бит. Шуға пациенттар табипҡа исем өсөн килеп ҡайтыуҙы ғына табипта булдым тимәһен, ә үҙен борсоған барлыҡ проблемаларын асыҡтан-асыҡ әйтһен, асыҡ һөйләшеү алып барһын ине. Пациент менән табип араһында үҙ-ара ышанысҡа ҡоролған, дуҫтарса мөнәсәбәт булырға тейеш, шул мөнәсәбәт кенә сирҙәрҙе дауалай.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.19 | Ҡаралған: 653

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru