«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨЙ ТЫҢЛА ЛА ДАУАЛАН ҺӘМ РУХЫҢДЫ НЫҒЫТ
+  - 



Күңелде йомшарта торған музыка төрҙәре медицина өлкәһендә быуаттар дауамында ҡулланыла килә. Ошоноң менән бәйле үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә музыка белгестәре һәм ғалимдар төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыр өсөн музыка өлгөләренә мөрәжәғәт иткән: депрессиянан - яман шешкә, юғары баҫымдан - хроник сирҙәргә тиклем.

Медицина хеҙмәткәрҙәре, тәү сиратта, мосолман медицина хеҙмәткәрҙәре, музыка өлгөләрен дауалау маҡсатында ҡулланғандар. Ислам донъяһында психик ауырыуҙар өсөн махсус дауаханалар булған, мәҫәлән, Фес, Бағдад, Дамаск, Алеппо ҡалаларында. Уларҙа ауырыуҙарҙы музыка менән дауалағандар. Боронғо төркиҙәрҙә музыка менән дауалаған кешеләрҙе "баҡшы", йәиһә "ҡам" тип йөрөткәндәр. 1284 йылда Әл Мансур Сәйфетдин батша Ҡаһирә ҡалаһында Мансуриә исемле дауахана төҙөтә. Был дауаханала ауырыуҙар инструменталь музыка тыңлаған, табиптар фекеренсә, ул кешеләргә ыңғай тәьҫир иткән. Унан тыш, ялланған профессиональ хикәйәселәр сирлеләргә төрлө юморескалар һөйләп, кәйефтәрен күтәргән. Был да ауырыуҙың хәлен яҡшырта торған ысул һаналған. Шул уҡ дауаханаға моңло тауышлы мәзиндәрҙе саҡырғандар - улар дини китаптарҙы көйләп уҡыр булған. Был дауаханала ошо ысулдар һаман да ҡулланылып килә. Бөгөн ҡайһы бер заманса дауаханаларҙа алдан телгә алынып үтелгән дауалау ысулдары теле-, радио-, компьютер-, ҡулайламалары аша тормошҡа ашырыла. Сельджук һәм Осман дәүләтендә лә музыканы дауалау ысулы булараҡ ҡулланғандар. Был дәүләттәрҙең дауаханаларында махсус сәхнәләр булған - унда ҙур булмаған сәхнә әҫәрҙәре ҡуйылған. Дауаханалағы фонтандан тирә-яҡҡа тигеҙ күләмдә һыу һибелгән. Осман территорияһында психик ауырыуҙарҙы шул рәүешле дауалаһалар, Мысырҙа бындай кешеләрҙе утта яндырғандар - кешеләр уларға шайтан оялаған, тип уйлаған. Был йәһәттән Осман дәүләтенең ауырыуҙарға ҡарата кешелекле мөнәсәбәтенең ниндәй кимәлдә икәнлеген тойомлап була. Дауаханала теге йәки был ауырыуға ниндәй тондағы музыка ҡайһы сиргә яҡшы тәьҫир иткәнлеге билдәләнгән. Шулай уҡ теге йәки был көйҙө кис, йә иртән тыңлау ҙа ҙур мәғәнәгә эйә булған.
Һуңғы 500 йылда Көнбайышта ла, Көнсығышта ла музыка менән дауалау ысулы инҡар ителеп килә. Ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ тауыштар һәм көйҙәр иһә кешенең психик һәм физик һаулығына насар тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә иммун системаһы ҡаҡшай. 90 децибелға еткән тауыштар кешелә стресс тыуҙырыуы ихтимал. Табиптар фекеренсә, бындай көйҙәр кешегә алкоголь эсемлек кеүек тәьҫир итә. Тәүҙә был көйҙәр кешелә дөйөм хәлһеҙлек, унан һуң өйрәнеү тойғоһон тыуҙыра. Тауышты әсә ҡарынындағы 16 аҙналыҡ яралғы ла ишетә, ти табиптар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: Моцарт, йәки Вивальди музыкаһы яралғының йөрәк тибешен көйләй. Рок-н-ролл, поп музыканы тыңлаған бала яралғыһы йылдамыраҡ тибешә һәм көйһөҙләнә башлай.
Кеше тауышы - үҙе үк дауалау көсөнә эйә булырлыҡ күренеш. Кешеләр уның ҡиммәтен әле һаман аңлап бөтмәгән. Кеше тауышына теләһә ҡайһы ағзаға һәм күҙәнәккә йоғонто яһау көсө бирелгән. Ошо йәһәттән Ҡөрьән аяттарын тыңлау кеше организмына яҡшы йоғонто яһай. Ғалимдар һүҙҙәренсә, әсә ҡарынындағы яралғы тәүҙә ишетеү, унан һуң күреү һәләттәренә эйә була. Ишетеү һәм күреү этаптарын үткән эмбрионда мейе эшмәкәрлеге ныҡлап үҫешә башлай һәм интеллект, төрлө хис-тойғолар гаммаһы барлыҡҡа килә. Тимәк, Ҡөрьәндә яралғының үҫеш этаптары дөп-дөрөҫ, эҙмә-эҙлекле бирелгән. Америка ғалимдары һүҙҙәренсә, ыңғай атмосфера, матур тауыштар донъяһында йәшәгән кешеләр күпкә сәләмәтерәк була. Талғын, матур көйҙәр кеше мейеһенә тәьҫир итеп, унан эндорфин, экситосин, энкефалин кеүек матдәләрҙең бүленеп сығыуына булышлыҡ яһай. Был факт мейелә матур музыканы ҡабул итеүгә һәм организм өсөн ыңғай тәьҫир итә торған матдәләр бүлеп сығарыуға көйләнгән махсус үҙәктәр барлығы тураһында һөйләй. Музыканың бөтә матурлығын тулы кимәлдә аңлауға һәләте булмаған кешеләргә лә гармоник музыка ыңғай тәьҫир итә.
Музыканың кеше организмына булған ыңғай тәьҫир көсө молекуляр кимәлдә әле яңы-яңы өйрәнелә башланы ғына. Тәрән һәм күп яҡлы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә иһә шул асыҡланды: талғын, матур көйҙәр кешенең йөрәк тибешен көйләй, ҡурҡыуҙарын юҡҡа сығара, юғары ҡан баҫымын төшөрә һ.б. Йәнә шул факт билдәле: музыка өлгөләре кортизолдың - стресты булдырыусы гормондың - түбәнәйеүенә килтерә. Шулай уҡ операциянан һуңғы сирлеләргә лә музыка бик яҡшы тәьҫир итә - яраларҙың тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә, ялҡынһыныуға юл ҡуймай һәм А гемоглобинын 14 процентҡа күтәрә - был организмдағы иммунитеттың нығыныуын да тәшкил итә. Даими рәүештә талғын, кәйефте көйләүгә һәләтле музыканы тыңлаған ауырлы ҡатындар менән бала тапҡанда ҡатмарлылыҡтар тыумай, ти музыканың ыңғай тәьҫирен өйрәнеүсе табиптар. Унан тыш, матур музыка хәтерҙе нығыта, һыҙланыуҙарҙы баҫа, кардиобалансты көйләй, ваҡытынан иртә тыуған балаларҙың ыңғай үҫешенә йоғонто яһай ала...
Стенфорд университетының медицина факультетында тәжрибә үткәргәндәр: һигеҙ аҙна буйына бер төркөм ауырыуҙарға улар яратҡан музыка өлгөләрен тыңлатҡандар. Икенсе төркөмгә бындай мөмкинселек бирелмәгән. Билдәле бер ваҡыт үткәс, беренсе төркөм ауырыуҙарҙың депрессия хәленән тулыһынса сыҡҡанлығы асыҡланған. Икенсе төркөмдә иһә хәл ыңғай яҡҡа бөтөнләй үҙгәрмәгән. Химиотерапия алыусы сирлеләрҙең күңеле болғаныуы кәмеүе күҙәтелә. Табиптар фекеренсә, йоҡоһоҙлоҡ менән сирләүсе кешеләрҙең күпселеге классик музыка өлгөләрен тыңлаһа, тиҙерәк йоҡоға тала.
Хоҙай Тәғәлә беҙгә ишетеү һәм һөйләү һәләтен биргән һәм был илаһи бүләк менән кеше мөмкин тиклем һағыраҡ эш итергә тейеш: матур һүҙҙәр һөйләргә, ыңғай, талғын музыка тыңларға, рухи, физик яҡтан гармоник үҫешергә...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.19 | Ҡаралған: 629

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru