«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠУТ КҮЛЕ БУЙЫНДА
+  - 



Ағинәйҙәрҙең йыш осрашырға, аралашырға, саралар үткәрергә яратҡанын беләһегеҙ. Әгәр ҙә улар алдына:"Һеҙ ниндәйҙер байрамдар ваҡытында, бер датанан икенсе датаға тиклемге арауыҡта ғына осраша, аралаша торғандарҙан түгел. Һеҙ көн һайын, сәғәт һайын ағинәйлек бурысын үтәргә тейешһегеҙ. Ағинәйлек һеҙҙең йәшәү рәүешегеҙ булырға тейеш", - тигән бурыс-маҡсат ҡуйылған икән, уларҙың әле бер, әле икенсе районда үткән йыйындарына аптырарға ярамай. Улар шулай аралаша, бер-береһенең эш тәжрибәһен өйрәнә, үҙе белгәнде башҡаларға өйрәтә һәм йәмәғәт эшен артабан тағы ла дәртләнеп дауам итеү өсөн йөрәктәренә ҡуҙ, ялҡын өҫтәй. Һәр эштә лә шулай теге йәки был саралар, күрһәтмәләр, бойороҡтар ярҙамында ялҡынды дөрләтеп торорға кәрәк бит. Бына әле генә 20-ләгән район ағинәйҙәре Баймаҡ һабантуйы сиктәрендә осрашып, бер-береһенең хәлен белешеп, алыҫ араларҙы яҡын итеп йөрөп ҡайтҡайны. Ошо арала Көйөргәҙе районы ағинәйҙәре 12 райондағы әхирәттәрен бер ҡорға йыйҙы. Ғәҙәттәгесә, үҙҙәре тегеп кейгән матур милли күлдәктәрҙә, милли биҙәүестәрҙә, йөҙҙәр яҡтылығы, күңел киңлеге менән Яҡут күле буйында ҡаршы алдылар көйөргәҙеләр Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Мәләүез, Ишембай, Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Бөрйән, Белорет, Күмертау ағинәйҙәрен. Был күл буйында ҡор йыйыу юҡтан түгел ине: Яҡут күле батҡағының дауалау үҙенсәлектәрен аяҡ-ҡулы һыҙлап килеп, ошонда дауаланғандан һуң сиренән арынған кешеләр яҡшы белә булыр. Һәр хәлдә, уның шифаһы Ырымбурҙағы тоҙло күлдән бер нисек тә ҡайтыш түгел, тиҙәр. Яҡут күлен тергеҙеүсе, уның батҡағының дауалау үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Рәжәп Рамазан улы Юлбарисов йыйылыусылар алдында ошо турала сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, Яҡут күленең батҡағы менән быуын, һөйәк ауырыуҙарын, мускулдарҙы, хатта артрит, люмбаго, артроз, ревматизмды, һынған урындарҙы дауаларға мөмкин. Шуға ла бында йәйге көндәрҙә, ниндәйҙер уңайлы шарттар булмауына ҡарамаҫтан, дауаланырға килеүселәр бик күп була. Көйөргәҙе район хакимиәтенең элекке башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов әйтеүенсә, күл батҡағының дауалау үҙенсәлектәрен бик күп ғалимдар өйрәнеп, һығымталар яһағандан һуң, ул республика етәкселәре алдында бында шифахана төҙөүҙе күп тапҡырҙар юллап ҡараған, әммә әлеге көнгә тиклем быға иғтибар итеүсе табылмаған. Көйөргәҙе ағинәйҙәренең "Өләсәйҙәр дауаханаһы" тип атап, осрашыуҙы Яҡут күле менән таныштырыуға арнауы шуға ла бик урынлы булды: республикабыҙҙың тағы ла бер тәбиғи дауаһы миҫалына, бәлки, битараф ҡалмаҫ уларҙы ишетеүселәр. Был туралағы фекерҙе ағинәйҙәр йыйынға йөкмәтке өҫтәп, ағинәйҙәргә хөрмәт күрһәтеп килгән махсус ҡунаҡҡа - РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа ла ишеттерҙе. Уға үҙҙәрен борсоған башҡа һорауҙарын да яуҙырҙылар, ҡәнәғәтләнерлек яуаптар ишеттеләр. Зариф Закир улы, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡулынан рәхмәт хаттары алыу ҙа күңелдәренә хуш килде ағинәйҙәрҙең. Ағинәйҙәр шулай уҡ был йыйынды үткәреүгә матди ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, "Яҡут" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Рәмил Юлбарисовҡа, Мораптал ауылы эшҡыуары Рәмил Туҡаевҡа, Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Дамир Байгилдинға рәхмәтле булды. Ә республиканың башҡа райондарынан ҡунаҡ булып килгән ағинәйҙәр тағы бер аралашыу, күрешеү, фекер һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге биргән Тамара Малбаева етәкселегендәге Көйөргәҙе районы ағинәйҙәренә рәхмәт яуҙырҙы.

ТАҠМАҠ ӘЙТТЕ БӨРЙӘНДӘР



Беҙ ниңәлер таҡмаҡтарға йыр сәнғәтенең еңел-елпе төрө тип ҡарайбыҙ икән дә ул. Бөрйән районы Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауылы ағинәйҙәре ойошторған таҡмаҡ бәйгеһендә шул турала уйланылды. Әйтәләр ҙә инде, башҡорттар йылға буйында йөрөһә - йылға тураһында, тауҙарҙа йөрөһә - тау тураһында йыр сығара, тип. Йылға-тауҙарҙа йөрөгәндә, күңел һоҡланыу, әҫәрләнеү йә һағыш менән тулғанда, әлбиттә, еңел таҡмаҡ сығарып булмай, унда йырҙы күңел торошоңа тап килтереп, "Уралыыыыым" тип, оҙон итеп һуҙырға кәрәк бит инде. Тәбиғәт балаһы, ана шул йылға-күлдәренән айырылғыһыҙ башҡорттоң йырҙары шуға ла оҙон көйҙәргә ҡоролғандыр, күрәһең.

Ә таҡмаҡты ул ҡайһы ваҡытта, ниндәй шарттарҙа сығарған? Әбделмәмбәттәге әлеге район ағинәйҙәре йыйылған сарала ветеран-уҡытыусы Зәкиә Муллағолова бәйге башланыр алдынан ошо һорауға матур итеп яуап еткерҙе: "Ниндәй генә заманда ла ауырлыҡтар алдында бөгөлмәгән халҡым, ҡурай уйнап, оҙон көйҙәрен һыҙҙырып, мөнәжәттәр әйтеп, шуның араһында таҡмаҡтар, ҡара-ҡаршы әйтештә ярышып та күңел асҡан, эсендәге һары һағышын сығарған. Таҡмаҡ әйтеп өсмөйөш уйнауҙар, ахрита һуғыуҙар, түңәрәктә әйләнеүҙәр, яңғыҙ һәм күмәк бейеүҙәр әле беҙҙең быуындың йәшлегенең онотолмаҫ хәтирәләренә барып тоташа..." Беҙ күберәк колхозлашыу идеяһын күтәрмәләүсе, халыҡты бергә туплау, берләштереү, ойоштороу, ауыр эштән һуң дәртләндереү маҡсатын сағылдырған "Үҙән буйы", "Наза", "Косилка-молотилка" кеүек көйҙәр менән оҙатылған совет осоро таҡмаҡтарын тыңлап үҫтек. Был таҡмаҡтарҙы бәйгелә Яңы Мөсәт ағинәйҙәре йырлап ишеттерҙе.
Таҡмаҡтар йөкмәткеһе буйынса бик күп төрлө, әлбиттә. Әбделмәмбәт, Һарағы, Байназар, Иҫке Монасип, Иҫке Собханғол, Мораҙым таҡмаҡсыларынан уларҙың төрлөһөн һәм төрлө көйгә һалынғанын ишеттек. Кешенең етешһеҙлеген, кәмселеген хәҙер генә урынында эләктереп алыусы төртмә таҡмаҡтар кемгәлер махсус бағышланып, ғәҙәттә, "Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң исемдәре фәлән-фәлән" тип башланып китә торғанын районда ғына түгел, республикаға билдәле ауыҙ-тел ижады оҫтаһы, гармунсы Гүзәл Сырлыбаева ишеттерҙе. Оло йәштәге Зәлифә Дауытованың да һүҙлек запасы һәм хәтер һандығы бик бай булып сыҡты. Байназар ауылы таҡмаҡсыһы Фәнүзә Ишбаеваның сығышы таҡмаҡ жанрын хас боронғоса башҡарыуы, орсоҡ кеүек әйләнеп, бейеп-бейеп китеп, тетмәһен тетеп әйтеүе менән бик үҙенсәлекле булды һәм ысын таҡмаҡсы шулай булырға тейештер, тигәнгә инандырҙы. Бөрйәндә Әлфиә Мөхәмәтғәлина, Таңһылыу Нурғәлина, Сәрүәр Ишемғужина-Йыһангирова, Хәсибә Ибәтуллина, Зифа Вәлиева, Тәнзилә Бәшәрова атлы дәртле таҡмаҡсылар ҙа бар икәнен белдек.
Әйткәндәй, таҡмаҡтарҙың күбеһе төрттөрөүгә, еңелсә, юмор аша тәнҡитләүгә ҡорола бит. Ошондай таҡмаҡ әйтеүселәрҙең башы төрмәгә киткән дәүерҙәр ҙә булғанын иҫкә төшөрҙө ағинәйҙәр. Шуға ла, заманына-ерлегенә күрә төрлө күренеш-ваҡиғаларға бағышланған, шаян да, фәлсәфәүи фекерле лә булған таҡмаҡ жанрын ҡулланылыштан сығармаҫҡа, ошондай саралар аша ауылдарҙағы оло инәйҙәрҙең күңел һәм хәтер дәфтәрендә йөрөп тә, һаман ҡағыҙға теркәлмәгән гәүһәрҙәй тел өлгөләрен, фәһемле һүҙҙәрен йәш быуынға еткерергә ине, тигән фекер ҙә ишетелде. Тормошобоҙҙағы кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә етешһеҙлектәрҙе туранан-тура атап, хәлде ҡырҡыулаштырыуҙан һаҡланып, дөрөҫлөктө кинәйә һүҙ менән уратып әйтә белеү отошлораҡ бит.
Әйткәндәй, был йыйында оло быуын вәкилдәренә ҡағылышлы әҙәп-әхлаҡ талаптары тураһында әңгәмәләшеп алыу, ауылдың хозур тәбиғәтенә сығып әйләнеү, Ҡараташ шишмәһенең шифалы һыуынан ауыҙ итеү, ошо ауылдың Зиннур Боҫҡонов атлы уҙаманының ағинәйҙәргә фотосессия ойоштороуы - барыһы ла кәйефтәрҙе көйләп, йәшәү дәртен күтәреүгә, үҙ-ара ҡәҙер-хөрмәт аша ойошоуға булышлыҡ итте. Ойошманың бик ваҡытлы барлыҡҡа килеүенә, маҡсаттарының изге булыуына тағы ла бер тапҡыр инанып таралышты ағинәйҙәр.

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.19 | Ҡаралған: 853

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru