«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДЕМОГРАФИЯ КӨҘГӨҺӨНДӘ БАШҠОРТ ЙӨҘӨ
+  - 



2020 йылда сираттағы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙғарыласаҡ. Был дәүләт кимәлендәге мөһим ваҡиға, уның һөҙөмтәләре Рәсәй халыҡтары хаҡындағы статистика мәғлүмәттәрен туплау менән генә сикләнмәйәсәк: улар XXI быуаттың өсөнсө тиҫтәһендә йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләрен дөрөҫ күҙаллау, демографик хәлдең ил иҡтисадына, дөйөм ижтимағи үҫешкә йоғонтоһон алдан уҡ иҫәпкә алыу, киләсәгебеҙгә объектив ҡараш булдырыу өсөн ныҡлы нигеҙ булып торасаҡ. Башҡорт халҡы - бәләкәй этнос түгел, һаныбыҙ буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында торабыҙ. Тап шуның өсөн гәзитебеҙ биттәрендә башҡорт халҡының демографик проблемалары хаҡында мәғлүмәттәр баҫтыра башлауҙы, ошо хаҡта ғалимдарыбыҙҙың, башҡа белгестәребеҙҙең ҡараштарын уҡыусыларыбыҙға еткереүҙе хуп күрәбеҙ. Ошо проблемаға арналған тәүге әңгәмәбеҙҙә БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре - тарих фәндәре кандидаттары Гөлдәр Хилажева, Наилә Шәмсетдинова һәм Гөлфинә Солтанова ҡатнашты.

Әңгәмәбеҙҙе бер ҡыҙыҡлы образ-сағыштырыуҙан башлар инем. Рәсәй халыҡтарын океанға тиңләһәк, башҡорт халҡы ошо океандың бер диңгеҙе булыр ине. Диңгеҙ нисек ҙур булмаһын, ул тамсыларҙан тора. Һәр беребеҙ башҡорт диңгеҙенең бер тамсыһылыр. Әгәр һәммәбеҙ хаҡында киң күләмле һәм аныҡ мәғлүмәт туплаһаҡ, бөтөн халҡыбыҙҙың объектив демографик йөҙө асыҡланасаҡ. Халыҡтың демографик хәле уның тарихи үткәне менән дә бермә-бер бәйле. Бөгөнгө демографик торошобоҙ ниндәйерәк икән, уға ниндәй факторҙар йоғонто яһай?

Г. Хилажева:
Тарихтың иң яңы, һуңғы осоронда, йәғни XX быуаттан алып хәҙерге көндәргә тиклем, барса халыҡтар алдында ла элекке замандарҙа булмаған талаптар, яңы ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килде. Халыҡ үҙен-үҙе һаҡлай алһын, уның үҫеш динамикаһы булһын өсөн ул йәшәйештең яңы шарттарына яраҡлаша алырға тейеш. Ғөмүмән, демографик ситуация күп төрлө факторҙар менән билдәләнә. Глобалләшеү шарттарында халыҡтың үҙ-үҙен, йәшәйешен үҙгәртә алыуы, яңыра, йәғни модернлаша алыуы бик мөһим.
Башҡорт халҡының тарихына күҙ һалһаң, уның көнитмешендә, йәшәү рәүешендә XVI быуатта Рус дәүләтенә ҡушылыу факты һәм ошоға бәйле тарихи ваҡиғалар хәл иткес факторға әйләнә. Башҡорттарҙың арта барыуын, йә ҡырҡа кәмеүен уларҙың эске тормошо, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәренән бигерәк, тышҡы факторҙар - империя сәйәсәте, ихтилалдар, һуғыштарҙа ҡатнашыу һ.б. шундай ижтимағи сәбәптәр билдәләй. XX быуат башында Рәсәйҙең монархик ҡоролошо емерелеүе, революция һәм граждандар һуғышы, аслыҡ башҡорт халҡын иҫ китмәле демографик юғалтыуҙарға дусар итә.
Совет осоронда, бигерәк тә илде индустриялаштырыу башланғас, халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешендә, көнитмешендә ҡырҡа үҙгәрештәр башланды, урбанизация процестары һөҙөмтәһендә ауылдарҙан ҡала мөхитенә күсеп китеүсе башҡорттар һаны артҡандан-арта барҙы. Ә ҡала мөхите демографик ситуацияны үҙгәртмәй ҡалмай.

Һеҙ урбанизация, йәғни башҡорттарҙың ҡалаларға күпләп күсеп китеүе демография йәһәтенән хәл иткес факторға әйләнә, тип фекер йөрөтәһегеҙме?

Г. Хилажева:
Урбанизация - демография мәсьәләләрен тикшергәндә мотлаҡ иҫәпкә алына торған ижтимағи күренеш, әммә этнодемографик процестарға йоғонто яһаусы башҡа факторҙар ҙа байтаҡ. Әйткәнемсә, башҡорттарҙың күпләп ҡалаға китеүе совет дәүерендә башланғайны, ул саҡта мәжбүр итеү ҙә, ауыл мөхитен ихтыяри рәүештә ҡалдырыу ҙа күҙәтелде. Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта башҡорттарҙың байтаҡ өлөшө (2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса - 59,3 проценты) ауылда йәшәүен дауам итә, урбанизация процестары тамамланмаған әле. Билдәле бер сәбәптәр арҡаһында ҡала мөхитендә тыуып үҫкән башҡорттар этник берҙәйлеген юғалта башлай, был хәүефле күренеш. XX быуатта башҡорт халҡының демографик үҫеше тотороҡло булды, уның динамикаһы билдәле сәбәптәр арҡаһында төрлөсәрәк ине. Бында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник берҙәйлеге үҙгәреп тороуы ла сағылыш тапты. Белеүебеҙсә, 2002 йылдан 2010 йылға тиклем Рәсәйҙә башҡорттарҙың һаны 89 меңгә кәмегән, Рәсәйҙең башҡа субъекттарында йәшәүселәр 40 меңгә, Башҡортостанда - 49 меңгә. Быға тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине.

Бында, ҡалалашыуҙан бигерәк, миграция процестарының йоғонтоһон иҫәпкә алырға кәрәктер бит. Ҡалаларҙа йәшәүсе башҡорттарҙың һаны артыҡ ныҡ кәмемәгән - 2010 йылда 5 меңдән ашыуға, ә ауылдарҙа - 44 меңгә тиклем аҙайған... Г. Хилажева: Ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе башҡорттарҙың һаны арта бара, ә бәләкәйҙәрендә бер аҙға кәмей. Бигерәк тә ауылдарҙан, бәләкәй ҡалаларҙан ситкә китеүселәр күбәйә. Был хәлдең сәбәптәре барыбыҙға ла билдәле. Әммә киләсәктә халҡыбыҙҙың демографик торошо тағы ла бер үтә мөһим фактор менән бәйле буласаҡ - ул башҡорттарҙың этник берҙәйлегенең тотороҡло ҡала алыуы. Ҡала мөхитендә башҡорт этник берҙәйлеген һаҡлап ҡалыу өсөн тейешле шарттар етешмәй.

Заман башҡа - заң башҡа, тиҙәр. Заман менән бергә халҡыбыҙҙың үҙаңы, тормошҡа ҡараштары үҙгәрә бара. Элегерәк, мәҫәлән, башҡорт ғаиләһендә күп балалыҡ ҡәҙимге бер күренеш булһа, хәҙер 3 балалы ғаиләләр ҙә бик һирәк. Ижтимағи аңыбыҙҙағы ошондай үҙгәрештәр демографик хәлебеҙҙе яҡшырта алмайҙыр ул?

Н. Шәмсетдинова:
Демография туранан-тура быуындар алышыныу менән бәйле: берәүҙәр тыуа, берәүҙәр китә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башлап Рәсәй демографияһында үтә хәүефле процестар күҙәтелә башланы: тыуым кәмегәндән-кәмей барып, үлем тыуымдан күпкә арта башланы. Был Рәсәйҙә халыҡ һанының йылдан-йыл кәмей барыуына, тәбиғи артымдың юҡҡа сығыуына килтерҙе. Ошондай ауыр демографик хәл публицистар тарафынан "рус тәреһе" тип аталғайны ул саҡта. Бында дәүләттә һәм йәмғиәттә барған киҫкен процестарҙың,үҙәрештәрҙең кире йоғонтоһо сағыла. Мин Башҡортостанда халыҡтарҙың тәбиғи үҫеше күрһәткестәрен барлап, 70-се йылдарҙан 2002 йылға тиклемге этник статистика материалдары буйынса сағыштырмаса тикшеренеү уҙғарҙым. Сағыштырыу өсөн барлығы 8 этнос алынғайны. Рус милләте республикабыҙҙа 90-сы йылдар башынан үҙенең демографик үҫешен туҡтатты, үлем күрһәткестәре тыуымдан арта барҙы. Татар этносында ошо осорҙа тәбиғи үҫеш тә, билдәле бер арауыҡта кәмеү ҙә булды. Фин-уғыр халыҡтарында ла демографик тотороҡлоҡ юҡ, бары мари халҡы үҙенең һанын һаҡлап ҡала алды. Башҡа халыҡтар араһында бары башҡорттарҙа ғына 2002 йылға тиклем тыуым үлемдән күберәк булып, тәбиғи үҫеш һаҡланып ҡалды. Был этностағы йәш нисбәтенән дә тора: халыҡ йәшерәк икән, тыуым өсөн мөмкинлектәр ҙә һаҡлана. Башҡорттар башҡа халыҡтарға ҡарағанда йәшерәк этнос, сөнки халыҡтың йәш структураһында балалар һәм йәштәр күберәк. Репродуктив йәштәгеләр күберәк булған хәлдә демографик үҫеш потенциалы ла һаҡланып ҡала. Әлбиттә, айырма әллә ни күп тә түгел, әммә халҡыбыҙҙың һанын ныҡ кәметмәү йәһәтенән был ыңғай күренеш.
Әйтергә кәрәк, совет дәүерендә башҡорттар араһында эске миграция ныҡ үҫешә. 1926 йылдан 1989 йылға тиклем Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар һаны 7 тапҡырға арта. Башҡорттарҙа ул осорҙа тыуым бик юғары булғас, ул демографик яҡтан Рәсәй төбәктәре өсөн донорға әйләнә, башҡа өлкәләргә күсеп китеүселәр күбәйә. Әлбиттә, миграция башҡа халыҡтарға ла хас күренеш, әммә башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттар бары 90-сы йылдарҙа ғына Башҡортостанға кире ҡайта башланы.

Бынан 10 йылдар самаһы элегерәк Дүртөйлө районының Аҡанай ауылында булғайным. Кисен ауылдың олораҡ быуын кешеләре менән аралашҡанымда улар ауыл егеттәренең кәләшһеҙ ҡалыуы, шуның арҡаһында йәштәр араһында эскелектең артыуы, инде ни хәл ҡылырға ла белмәүҙәре хаҡында зарланып һөйләгәндәр ине...

Н. Шәмсетдинова:
Ысынлап та, ул йылдарҙа ҡалаларға китеүсе ҡатын-ҡыҙҙар күбәйҙе, ә ауылдарҙа, киреһенсә, ир-егеттәр күберәк ҡала ине. Бындай дисбаланс демографик хәлгә кире йоғонто яһай. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа егеттәребеҙ күпләп үҙҙәренә эш таба алған төбәктәргә китә башлағас, ауылдарҙа йәшәүсе ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар нисбәтендә әллә ни ҙур тигеҙһеҙлек тойолмай. Әммә ир-аттың сит төбәктәргә вахта ысулы менән эшкә йөрөүе лә ғаилә тотороҡлоғона, демографик үҫешкә кире йоғонто яһай.
Г. Хилажева: Әле Наилә Ғәзим ҡыҙы аңлатма биреп үткән социологик тикшеренеүҙәр ҙә, тормошобоҙҙа үҙебеҙ күреп белгәндәр ҙә халҡыбыҙҙың демографик торошоноң тотороҡлораҡ булыуына дәлил. Тормош нисек кенә ҡатмарлаша бармаһын, башҡорт халҡы үҙенең демографик потенциалын һаҡлап ҡала алды, һуңғы осорға тиклем, аҙ булһа ла, үҫеш тә күҙәтелде. Миграция яғынан да ошолай: рус халҡы ауыл ерлеген тиҙерәк ташлап китә, татарҙарҙа миграция кимәле уртасараҡ булһа, башҡорттарҙың үҙенең тыуып үҫкән ерендә йәшәргә теләүе көслөрәк. Ауылдарыбыҙҙан ситкә китеүселәр булған хәлдә лә, улар бөтөнләйе менән юҡҡа сыҡмаһын өсөн мөмкинлектәр бар әле.

Бер яҡтан ҡараһаҡ, башҡорт мөхитендә тыуым-үлем нисбәтендә хайран булырлыҡ айырма юҡ та һымаҡ. Икенсе яҡтан, беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ, һәм унда күҙәтелгән ижтимағи хәл-күренештәр халҡыбыҙҙы ла ситләп уҙмаясаҡ. Ошо көндәрҙә киң матбуғат сараларында Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова сығыш яһап, илдәге демографик ситуацияның катастрофик йүнәлеш алыуын билдәләп үтте. Баҡтиһәң, 2019 йылдың 4 айында ғына ла Рәсәй халҡы 149 меңгә кәмегән икән. Был бөгөнгө демографик хәлебеҙҙең Рәсәй дәүләте етәкселәрен дә хафаға һалыуына бер дәлил. Ошо фактҡа нисек ҡарайһығыҙ?

Г. Солтанова:
Теге йәки был халыҡтың республикабыҙ сиктәрендәге демографик хәлен төп 3 фактор билдәләй: тыуым, үлем һәм миграция торошо. Гөлдәр Фәрит ҡыҙының әле әйткәндәре хаҡ: халҡыбыҙҙың демографик потенциалы уның киләсәгенә өмөт менән ҡарарға ерлек бирә. Әммә барлыҡ демографик проблемаларҙан беҙҙең өсөн үлем күрһәткестәренең юғары булыуы хәүефле. Башҡорттарҙың күпселеге ауылдарҙа йәшәй һәм, билдәле сәбәптәр арҡаһында, унда был проблема байтаҡҡа көсөргәнешлерәк.
Билдәле булыуынса, кеше ғүмеренең оҙайлығы уның сәләмәтлеге менән бәйле. Төрлө сир-ауырыуҙар кешеләрҙең тәбиғи йәшәү ресурстарын кәметә, ваҡытынан күпкә алда үлемгә алып бара. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үлем күрһәткестәрен кәметеү менән бәйле "эпидемиологик күсеш", тип аталған феномен бар, ул 3 этаптан тора. Был теге йәки был илдең социаль үҫеш кимәленән тора. Иң тәүге этапта инфекцион-паразитар ауырыуҙарға ҡаршы көрәш алып барыла, сөнки үҫешмәгән илдәрҙә тап ошо сирҙәр киң таралып, халыҡтың күпләп үлеүенә килтерә. Бындай ауырыуҙарҙан бала-саға ныҡ ҡырыла, ә был көтөлгән ғүмер оҙайлығын үтә ныҡ кәметә. Был эште тик дәүләт үҙе генә башҡарып сыға ала, илдәге санитария һәм гигиена торошо, вакциналаштырыу аша хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеп була. Уҙған быуат урталарында Рәсәй ошо этапты уңышлы үтеп сыға алды.
Икенсе этапта тышҡы сәбәптәр арҡаһындағы үлем осраҡтарын кәметеү проблемаһын хәл итергә кәрәк. Бында һүҙ бәхетһеҙлек осраҡтары, ағыуланыу, үлтереш, суицидтан үлеү һ.б. шундай сәбәптәр хаҡында бара. Шулай уҡ ошо этапта хроник ауырыуҙарҙы профилактикалап, ғүмер оҙайлығын арттырыу мәсьәләһе лә бик мөһим. Өсөнсө этапта медицинала яңы технологиялар булдырып, бигерәк тә онкология, йөрәк-ҡан системаһы ауырыуҙарын да, йәшәү сифатын да күтәрә алыу маҡсаты ҡуйыла. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ үткән быуаттың 70-се йылдарынан бирле икенсе этапта тотҡарланып ҡалдыҡ. Европа һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә әле күрһәтеп үтелгән проблемаларҙы уңышлы хәл итеп, үҙ халыҡтарына оҙайлы һәм сифатлы йәшәү мөмкинлектәрен бирҙе. Беҙ уларҙан ныҡ артта ҡалғанбыҙ. Уртаса ғүмер оҙайлығы ла саҡ-саҡ 70 йәшкә етте, ә ир-аттың унан да түбәнерәк. Ирҙәрҙең ғүмер оҙайлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан 10 йылдан ашыуға кәмерәк - был бик аяныслы күрһәткес. Ғөмүмән, республикабыҙҙа һәр 1000 кеше иҫәбенә тура килгән үлем күрһәткесе лә юғары ҡала, 2018 йылда ул 12,4 промилле булды (сағыштырыу өсөн: 1970 йылда - 7,3, 1990 йылда - 9,7). Үлем Башҡортостандың депрессив райондарында күпкә артығыраҡ. Алкоголь менән ағыуланыуҙан, суицидтан, юл фажиғәләрендә үлеүселәр бик күп. Иң аяныслыһы - ваҡытынан алда, хеҙмәткә яраҡлы йәштә үлеүселәр барлыҡ үлем осраҡтарының 25 процентын тәшкил итә.

Ни өсөн беҙ ошо үкенесле статистиканы яҡшырта алмайбыҙ һуң?

Г. Солтанова:
Әйткәнемсә, халыҡтың һаулығын нығытыу буйынса эшмәкәрлектең икенсе этабында күп нәмә илдең социаль-иҡтисади кимәленең тотороҡло, үҫешкән булыуы менән бәйле. Иҡтисади яҡтан юғары кимәлгә еткән илдәрҙә дәүләт тә, матди яҡтан етеш йәшәгән граждандар ҙа сәләмәт тормош булдырыу өсөн сығымдарын һис кәметмәй. Ә беҙҙә һаулыҡ һаҡлауға бюджеттан алынған сығымдар арта барһа ла, улар хәҙерге медицина технологияларын һәр кешегә ҡуллана алырлыҡ кимәлдә түгел. Икенсе яҡтан, беҙҙең граждандарыбыҙҙың күпселеге сәләмәтлегенә тейешле иғтибар менән ҡарамай, ғәмәлдә, үҙенең шәхси тормошонда сәләмәт йәшәү рәүешен ҡабул итмәй. Кеше үҙенә-үҙе ҡарашын үҙгәртмәһә, ул йыш ҡына йәш сағынан уҡ хроник ауырыуҙарға дусар була, ә был уның йәшәү сифатына ла, ғүмеренең оҙайлығына ла кире йоғонто яһай.

Ысынлап та, беҙҙә пенсия йәшенә лә етмәйенсә үлеп ҡалыусылар уғата күп бит. Бигерәк тә ир-ат затынан булғандар иртә үлә. Эскелек, тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау ҙа төрлө ауыр сирҙәргә дусар итә уларҙы. Был аяуһыҙ тенденцияны бер нисек тә үҙгәртеп булмаймы ни?

Г. Солтанова:
Мин башҡорттар күпләп йәшәгән (65 проценттан ашыу), социаль-иҡтисади яҡтан төрлө кимәлдәге 8 район буйынса махсус тикшеренеү уҙғарҙым. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарынан, төньяҡтан Илеш, Асҡын һәм Салауат райондарынан статистик мәғлүмәттәр алынды. Төп һығымта шунан ғибәрәт: социаль-иҡтисади яҡтан депрессив райондарҙа халыҡтың һаулыҡ торошо һәйбәт түгел, үлем күрһәткестәре лә күпкә юғарыраҡ. Тимәк, бындай негатив ситуацияны бары дәүләт власы, муниципаль идаралыҡ органдарының урындарҙағы иҡтисади проблемаларҙы уңышлы хәл итә алыуы аша үҙгәртеп буласаҡ. Башҡортостан социаль-иҡтисади яҡтан 7 зонаға бүленгән, шуларҙың өсәүһе - көньяҡ-көнсығыш (Урал аръяғы), төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ зонаһы иҡтисади яҡтан үҫешмәгән, артта ҡалыусы райондарҙан тора. Иҡтисади яҡтан тотороҡло зоналарҙа үлем күрһәткестәре түбәнерәк, был үҙенән-үҙе депрессив зоналарҙа демографик хәлде нисек яҡшыртып була икәнен асыҡтан-асыҡ күрһәтеп тора. Шуның өсөн демографик проблеманың киҫкенләшеүенә кешеләрҙең үҙҙәрен, уларҙың йәшәү рәүешен төп сәбәпсе итеп ҡарап булмай.

Психологияла "йәшәргә ынтылыш", тип аталған төшөнсә бар. Ул тәбиғәттән һәр кешегә һалынған. Йәшәргә ынтылыш айырым кешегә генә түгел, ә тотош этносҡа ла хас сифат, тип уйлайым. Юғиһә, халҡыбыҙ үҙ тарихында күп тапҡырҙар ҡабатланып торған трагик осорҙарҙы бер нисек тә йырып сыға алмаҫ ине. Бөгөн ошо сифат халҡыбыҙҙа һаҡланып ҡалдымы икән?

Н. Шәмсетдинова:
Ҡәҙимге тормош тәжрибәһе лә, социологик тикшеренеүҙәр ҙә халҡыбыҙҙың үҙаңында патриархаль ҡиммәттәрҙең хәҙерге осорға тиклем һаҡланып ҡалыуын күрһәтә. Ул этностың күп быуатлыҡ ижтимағи тәжрибәһенән хасил булып, уның йәмғиәт ҡанундарына ярашлы йәшәргә тырышыуында күренә. Был, бер яҡтан, яҡшы сифат, икенсе яҡтан - хәҙерге заман талаптарына яраҡлаша алыуҙы тотҡарлай, этностың тиҙ арала модернлаша алыуына ҡамасаулай. Совет осоронда күп нәмә ана шул патриархаль аңға нигеҙләнгән ине, ул халыҡты туплап, уны власҡа яраҡлы һәм кәрәкле йүнәлештән тайпылдырмайынса идара итеү мөмкинлеген бирҙе.

Ысынлап та, элек халыҡ дәүләткә ышанып йәшәне, ниндәй булһа ла ауыр хәлдән дәүләт ярҙамында ҡотолоп булырына инаныс көслө ине...

Н. Шәмсетдинова:
Хәҙер заман талаптары үҙгәрҙе - кеше үҙ көсөнә, үҙ мөмкинлектәренә таянып йәшәргә тейеш. Әммә бының өсөн шул уҡ ауылдарҙа, шул уҡ депрессив райондарҙа яҡшыраҡ, сифатлыраҡ йәшәргә тырышыусыларға ла билдәле бер шарттар булдырылыуы мотлаҡ. Ә быны бары дәүләт кенә эшләй ала. Ниҙер эшләргә, булдырырға тырышып та, социаль-иҡтисади инфраструктура үҫешмәгәнлектән, билдәле ҡаршылыҡтарға осрап, кеше төңөлөп тә ҡала. Ауылдарҙа әлегә тиклем колхоз тормошон һағынып һөйләйҙәр, элек тормошобоҙ матур ине, ә хәҙер йүнле тормош бөттө инде, тиҙәр. Әммә барыбер элекке патриархаль йәшәү рәүешен үҙгәртеп, кешеләрҙә заманға яраҡлаша алыу, үҙ-үҙеңдә яңыса эшмәкәрлек итеү һыҙаттарын үҫтерә алыу мотлаҡ. Шунһыҙ бер нисек тә алға китеш булмаясаҡ.

Башҡорттар араһында ир-аттың иртә үлеүе хаҡында әйтеп үттек. Уның сәбәбе - һаулыҡҡа зыянлы йәшәү рәүешенән азат булмау, бигерәк тә алкоголле эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу. Йәмғиәтебеҙ киләсәктә ошондай кире күренештәргә ҡаршы тора алырмы?

Г. Солтанова:
Алкоголь кешенең һаулығына, ғаиләһенә туранан-тура зыян килтерә, ваҡытһыҙ үлем осраҡтары йыш ҡына спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыу менән бәйле. Совет дәүерендә "мәҙәни эсеү" тип аталған күренеш халыҡта ныҡ таралып өлгөрҙө. Был совет кинофильмдарында ла сағылыш тапты, ошондай "культуралы" эскелек йәмғиәттә хатта норма һымаҡ ҡабул ителә башлай. Башҡортостанда ирҙәр араһында эскелек Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ныҡ таралып китә. Эскелекте араҡыны тыйып ҡына бөтөрөп булмаясаҡ, иң элгәре халыҡты ана шул "мәҙәни эскелек" тоҙағынан ҡотҡарыу юлын һайлау зарур. Бына контрафакт, йә булмаһа суррогат араҡы менән көрәш алып барыла, әммә был ғына көтөлгән һөҙөмтәне бирмәйәсәк. Бындай эсемлектәр менән ағыуланыусылар 4 процент, ҡалған 96 проценты шул уҡ "законлы"этанол менән ағыулана, сөнки самаһыҙ араҡы эсеүсе кеше үҙен-үҙе белә-күрә тороп ағыулай. Әммә бына ошо фактты улар бер нисек тә аңларға теләмәй, сөнки уларҙың организмында алкоголгә бәйлелек барлыҡҡа килгән була. Ҡайһы берәүҙәр даими рәүештә эсмәүҙәренә һылтанырға тырыша. Әммә йыш ҡына бер ултырғанда ла саманан тыш күп эсеп, үлемесле дозанан вафат булыусылар ҙа бар бит. Шуның өсөн иң тәүҙә араҡы кеүек ныҡ алкоголле эсемлектәрҙән арыныу юлына баҫыу, уны спирты аҙ булған эсемлектәр, башҡорт ҡымыҙы, буҙа менән алыштырыу кеүек саралар уңышлы булыр ине.

Кешенең үҙ тормошонан билдәле бер мәғәнә табыуы ла мөһим бит. "Ташландыҡ" булып ҡалыу һәр кемгә лә ҡыйындыр. Психологтар "пенсионер синдромы" тураһында бына нисек яҙа: пенсияға сығып, башҡа эш менән мәшғүл булмағандар үҙҙәрен бер кемгә кәрәге булмаған кешеләй тоя башлай. Был хроник депрессияға килтерә, улар йышыраҡ сирләй, физик әүҙемлектәре ныҡ кәмей.

Н. Шәмсетдинова:
Кешеләр үҙҙәрен инде бер кемгә лә кәрәктәре ҡалмағандай тоймаһын ине. Элекке аграр система емерелгәс, был ауыл кешеләре тарафынан бик ауыр кисерелде. Әммә ауыл ерлегендә барыбер яуаплылыҡ әле лә көслө булып ҡала. Һәр кем үҙенең мөмкинлектәрен барлап, ошо шарттарҙа ни эшләй алыуы, кемдәр менән хеҙмәттәшлек, партнерлыҡ мөнәсәбәттәренә инә алыуы хаҡында уйлана һәм аныҡ эштәргә тотона алһа, социаль яраҡлашыу (адаптация) процестары ауыл ерлегендә лә көсәйәсәк. Һуңғы ваҡытта Стратегик тикшеренеүҙәр институты депрессив райондарҙа тап ошо тема буйынса проекттар башланы, улар беҙгә яҡшы һөҙөмтәләр бирер, тигән ышаныс бар.

Бәлки, халҡыбыҙҙы айыҡ тормош юлына алып сығыу өсөн киң матбуғат сараларында, бигерәк тә радио һәм телевидение аша өгөт-нәсихәт алымын киңерәк ҡулланыу кәрәктер?

Г. Солтанова:
Килешәм, беҙҙә алкоголгә ҡаршы пропаганда етерлек түгел, уныһы ла ҡоро мораль уҡыуға ҡоролған була. Әлбиттә, балаларға, мәктәп йәшендәге үҫмерҙәргә алкоголдең кеше һаулығына зыянлы булыуы хаҡында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Ә ололарға килгәндә, һәр осраҡта ла аныҡ мәғлүмәттәрҙән торған, ышаныслы күрһәткестәргә нигеҙләнгән материалдар менән таныштырыу файҙалы. Ғөмүмән, айыҡ тормошта йәшәү рәүешен норма ғына итеп ҡарауҙан уны билдәле бер модаға әйләндерә алыу фарыз беҙгә. Быны тиҙ арала эшләп булмай, әммә йәмғиәт алдында шундай маҡсат ҡуйырға кәрәк. Бындай эш Польшала бик һөҙөмтәле булды. Бынан 25 йыл элек поляктарҙа алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу структураһында 70 процент юғары градуслы эсемлектәргә тура килһә, әлеге көндә ошо яңы моданы ғәмәлләштереү һөҙөмтәһендә араҡы кеүек эсемлектәргә 30 процент ҡына урын бирелә. Бында дәүләт сәйәсәте бик ҙур роль уйнай: көслө алкоголле эсемлектәргә хаҡ ныҡ күтәрелә, ә башҡа эсемлектәр хаҡы элеккесә ҡала. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа алып барылған пропаганда бер ни тиклем һөҙөмтә бирә башланы: алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙан тыйылған йәштәребеҙ күбәйә бара, быны төрлө йәштәге төркөмдәр араһында уҙғарылған социологик тикшеренеүҙәр ҙә раҫлай.

Минеңсә, йәштәребеҙ араһында йәш егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың үҙ башланғысы менән айыҡ тормош мәҙәниәтенә юл ярыуы бик күркәм күренеш. Ваҡытында ошо юҫыҡта Марат Абдуллин, Роберт Дәүләтшин кеүек йәш лидерҙар күп эш башҡарҙы.

Н. Шәмсетдинова:
Әлбиттә, ундай лидерҙарҙың эшмәкәрлеге хуплауға лайыҡ. Шулай ҙа ошондай яңыса йәшәү образын һайлау, айыҡ тормош алып барыуҙы модаға әйләндереү күмәкләп һәм берҙәм эш алып барыусы йәштәр төркөмдәре тарафынан ғәмәлгә индерелә. Йәштәр араһында ошондай хәрәкәт башланған, ул бары тик хуплауға һәм өлгө алыуға лайыҡ. Ундай төркөмдәребеҙ күп хәҙер, улар барса байрамдарҙы, күңел асыуҙарҙы алкоголһеҙ ойошторорға өйрәнде. Өгөт-нәсихәт менән түгел, ә шәхси ғәмәлдәре, үҙҙәренең яңыса йәшәү тәртибе аша улар башҡаларҙы ла үҙҙәре кеүек тормош ҡорорға өйрәтә. Шул уҡ Яңы йыл байрамында уларға шараптың да, шампандың да һис бер кәрәге ҡалмаған. Бына ошолай яңыса мәҙәнилеккә нигеҙ һалына, айыҡ байрамдар модаға инә башлай.

Демография темаһын дауам итеп, башҡортлоҡ мәсьәләһендәге бер сетерекле һорауға ла иғтибар итеү кәрәктер. Бер кем өсөн дә сер түгел, ҡайһы бер милләттәштәребеҙ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙҙәренең этник берҙәйлеген үҙгәртә, был халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрендә сағылмай ҡалмай. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

Г. Хилажева:
Алдараҡ башҡорттарҙың демографик торошонда урбанизация, йәғни ҡалалашыу процестарының сағылышы булыуы хаҡында әйтеп үткәйнем. Уның икенсерәк яғы ла бар бит әле. Ауылдан ҡалаға күсеп килеүсе башҡорттарҙың икенсе быуыны ҡала мөхите йоғонтоһонда үҫә. Ҡалала рустар күпселекте тәшкил итә, һәм доминант булып торған этнос аҙ һанлы халыҡ балаларында үҙенә хас булған сифаттарҙы барлыҡҡа килтерә. Бындай ситуацияла ассимиляцияға бирелеү күренештәре арта бара, һан яғынан аҙсылыҡта булған этносҡа ҙурыраҡ халыҡ тарафынан йотолоу хәүефе янай. Унан һуң, ҡалаларҙа рус мәҙәниәте өҫтөнлөк итә, уның йәш быуын өсөн тәьҫирле көс булыуын инҡар итеп булмай. Шул уҡ рус теле ҡалала төп аралашыу теле булып ҡалыуын да иҫәптән сығарып булмай. Тап шуның өсөн ҡала башҡорттарына үҙҙәренең этник берҙәйлеген һаҡлап ҡала алыу мөһим һәм ҡатмарлы бурысҡа әйләнә. 90-сы йылдарҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында социологик тикшеренеүҙәр уҙғарғанда ундағы ҡала башҡорттары балаларының руслаша барыуын күреп, ныҡ аптыраған инем. Бындай ситуацияла ошо быуында башҡортлоҡ тойғоһо кәмей башлауы менән уларҙың этник берҙәйлегенең дә ҡаҡшауы мөмкин. Был - объектив процесс. Шуның өсөн уларға ҡарата яңы ҡараш, улар менән эш итеүҙә яңы, заманса инструментарий булдырыу зарур. Был иң беренсе телгә ҡағыла. Үҙ телен яҡшы үҙләштерә алмаған башҡорт балаларын ситләтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Уларҙың башҡортлоғон һаҡлап ҡалыр өсөн төрлө юлдар табып була. Был турала ғалимдарыбыҙ 90-сы йылдарҙан бирле иҫкәртә килде. Әйтергә кәрәк, һуңғы осорҙа ҡалаларҙағы йәштәребеҙҙең милли үҙаңы көсәйә бирҙе, улар үҙ милләтенән ситкә тайпылмаясаҡ. Бында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән сағыштырыу урынлы булыр ине. Улар, башҡорт әҙәби теленән ситләтелгәс, үҙҙәрен татар милләте вәкиле итеп күрһәтә башланы. Әммә этник сығыштарын, шәжәрәләрен өйрәнгәс, күптәре яңынан башҡорт берҙәйлегенә күсә алды.

Демографик проблемаларҙа никахҡа инеү, ғаилә мөнәсәбәттәре сағылыш табамы?

Г. Хилажева:
Никах, ғаилә институттары бар донъяла ла үҙгәреш кисерә, һәм ул демографтар тарафынан етди өйрәнелә. Хәҙерге осорҙа никахҡа инеү олораҡ йәшкә күсә бара, балалар һаны аҙая, ғаиләләр тиҙерәк тарҡала һ.б. Ғаилә мөнәсәбәттәренә килгәндә, мин бер ҙур проблемаға иғтибар итер инем. Хәҙер ауылдарҙан сит өлкәләргә вахта ысулы менән йөрөп эшләүселәр күбәйҙе. Башҡорттар араһында вахтаға йөрөп эшләүселәр өлөшө башҡа халыҡтарҙыҡына ҡарағанда күберәк. Быны ваҡытлыса хеҙмәт миграцияһы, тип тә нарыҡлайҙар. Элегерәк, башлыса, ир-ат вахтаға йөрөһә, хәҙер шундай ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ. Был ғаилә мөнәсәбәттәрендә бөтөнләйгә яңы ситуация барлыҡҡа килтерҙе: оҙайлы ваҡыт дауамында ғаилә ағзалары бергә була алмай. Ғалимдар хатта махсус терминдар ҙа ҡуллана башланы, улар транслокаль ата-әсәлек, транслокаль хәстәрләү, тип атала. Йәнәһе, айырым йәшәп тә, ата-әсә бурыстарын үтәргә тырышыу була инде. Әлбиттә, был балалар тәрбиәләүгә ҡамасаулай, улар менән мөнәсәбәттәр сифатын насарайта. Ғаилә тотороҡлоғон һаҡлау, һаулыҡ торошоноң насарайыуы, башҡа ауырлыҡтар ҙа барлыҡҡа килә. Республика етәкселеге был юҫыҡта вахтасылар менән диалогҡа инеп, ниндәйҙер саралар планлаштырыу тураһында иғлан итте. Был бик ваҡытлы булыр ине.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Халҡыбыҙҙың демографик проблемалары хаҡында башҡорт ғалимәләре менән әңгәмәбеҙ тамамланғас, кинәт кенә А.С. Пушкиндың бер шиғри әкиәтендәге үҙенә-үҙе ғашиҡ батшабикә образы иҫкә төштө. Ул һәр көн үҙенең тылсымлы көҙгөһөнән былай тип һорай торған була: "Минме донъяла иң гүзәле, иң алһыуы, аҡ йөҙлөһө?" Бер саҡ ул үгәй ҡыҙын үҙенән гүзәлерәк булыуын хәбәр иткән тылсымлы көҙгөнө селпәрәмә килгәнсе ватып ырғыта. Беҙ ҙә, демография көҙгөһөнә ҡарап, халҡыбыҙҙың ниндәй һүрәттә булыуын күрәбеҙ. Ошо көҙгө беҙҙе күркәмерәк күрһәтһен, тиһәк, йәшәйешебеҙҙе ысын башҡортлоҡ өлгөһөндә ҡора алыу фарыздыр.

Бәҙри ӘХМӘТОВ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.19 | Ҡаралған: 880

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru