«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСАНЫ ҮТЕСКӘ БИРҺӘҢ - САУАП, ПРОЦЕНТҠА БИРҺӘҢ - ОЛО ГОНАҺ
+  - 



Ростовщиклыҡ һәм проценттарҙан килем алыу менән шөғөлләнеүҙән дә ҙур гонаһ юҡ. Ҡөрьәндә: "Әгәр һеҙ¦ быны эшләмәһәгеҙ¦ (йәғни, Алла язаһынан һаҡланмаһағыҙ, өҫтәмә хаҡ алыуҙың хәрәмлегенә ышанмаһағыҙ йәки ышанып та унан баш тартмаһағыҙ), Алланан һәм Уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ, әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең төп малығыҙ - үҙегеҙгә!" (Әл-Баҡара сүрәһе. 2-279).

Бәйғәмбәр, өҫтәмә хаҡ ҡуйыу менән шөғөлләнеү кешелекте бәхетһеҙлеккә килтерә, шунан да ҙур гонаһ юҡ, унан ҡасырға кәрәк, тигән. Проценттарҙан өҫтәмә килем алыуға килешеүҙәр төҙөүҙе тыйыу - ул, тимәк, кешеләрҙең үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәүенә булышлыҡ итеү. Уны тыйып һәм зәкәт индереп, динебеҙ байҙар менән ярлыларҙы яҡынайта, кешеләрҙе сабырлыҡҡа, бер-береһен ихтирам итергә саҡыра. Зәкәткә ярашлы, аҡсаны өҫтәмә килем алыу өсөн түгел, ә үтескә биреү сауаплы эш, был осраҡта кешеләр бер-береһе өсөн ғибәҙәт ҡыла, күңелдәренә тыныслыҡ һәм ҡыуаныс алыуға өлгәшә.
Проценттан килем алыу хәләл көс менән эш хаҡы алыуға, йәғни кәсепселеккә, сауҙагәрлеккә һәм башҡа эштәргә кәртә ҡуя, кешенең эшкә теләген һүндерә. Аҡсаны хәләл йә хәрәм юл менән табыуҙың айырмаһын аңламаған, проценттар ярҙамында аҡсаһын арттырып, байлыҡ туплау мөмкинлеген күргән кеше ялҡаулыҡҡа һалыша. Был мауығыуы, иртәме-һуңмы, иҡтисади йәһәттән уның хәле мөшкөлләнеүгә алып килә. Ул процент кредиты ярҙамында алынған аҡсаһына ниндәйҙер эш аса икән, табышының күп өлөшө шул процентты ҡаплауға ғына китеп торасаҡ. Шулай итеп, кредитҡа аҡса алыусы кредит биреүсегә (айырым кеше булһынмы ул, йә юридик шәхесме) бойондороҡло булып ҡала. Бындай хәл социаль йәһәттән кешеләрҙең үҙ-ара килешеп тыныс йәшәүенә, ғөмүмән, бөтөн донъя именлегенә хәүеф-хәтәр менән янай. Икенсе Бөтә донъя һуғышы тоҡанып китеүҙең бер факторы ла ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Көнбайыш илдәрен ялмап алған иҡтисади кризисҡа бәйле була бит. Был иҡтисади кризистың иң төп сәбәпсеһе, әлеге лә баяғы, процентҡа кредит биреүҙең киң таралыуы ла инде.
Ябай кеше аҡсаһын үҙенә 40 процент килем вәғәҙә иткән банкҡа һала. Банк үҙ сиратында был аҡсаны кредит сифатында эшҡыуарға, һатыусыға йәки етештереүсегә йылына 60-70 процентҡа бирә. Һатыусы һәм етештереүсе был процентты тауар хаҡына индерә. Шулай итеп, ҙур процент түләүе менән алынған кредит аҡсаһына сығарылған тауарҙың хаҡы күҙгә күренеп арта. Һөҙөмтәлә, тауарҙы һатып алыусылар зыян күрә.
Проценттар килешеүенең тағы бер кире яғы - капиталдың фәҡәт байҙар ҡулында ғына булыуы. Байҙар байлығына сумып, кинәнеп йәшәгәндә, ярлыларҙың бурысҡа аҡса алып йәшәүе уларҙың хәлен ауырлаштыра. Процент ярҙамында өҫтәмә табыш алыу берәүҙәрҙе әхлаҡһыҙлыҡҡа, ялҡаулыҡҡа алып килһә, икенселәрҙең ҡәнәғәтһеҙлеге, нәфрәте, башҡаларға ҡаршылығы көсәйә. Шуның өсөн донъяла тыныслыҡҡа, тәртипкә һәм үҙ-ара килешеп йәшәүгә ынтылыусы кешелек бөтөн көс менән ошондай финанс мөнәсәбәттәренә ҡаршы көрәшергә тейеш. Процентҡа кредит биреү нигеҙенә ҡоролған учреждение һәм ойошмаларҙың хеҙмәтенән файҙаланмай, эш хаҡы табыуҙың икенсе юлдарын табырға тырышыу йәмғиәтебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр мосолмандың ғына түгел, һәр намыҫлы кешенең төп бурысы.

Фәхри Разиҙың әйтеүе буйынса, процент юлы менән өҫтәмә табыш алыуҙы хәрәм тип иҫәпләүҙең өс сәбәбе бар:
1. Процент, тимәк бушлай тауар алыу йәки бер ниндәй сәбәпһеҙ хаҡты арттырыу ул.
2. Проценттар халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейешле сауҙала бик күп проблемаларға һәм дефицитҡа алып килә, намыҫлы хеҙмәттең абруйын төшөрә.
3. Йәмғиәттә киң таралған процентһыҙ ссуда биреү, уны яйлап процентлыға әүерелдереү кешеләр араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына алып килә.

Эскелек эскесенең генә гонаһы булмаған кеүек, проценттар ҙа уның менән кинәнеп файҙаланыусының ғына гонаһы түгел. Мөхәммәт бәйғәмбәр: "Кем табыш аҡсаһын ала, кем уны түләй, кем процент килешеүҙәрен теркәй, кем уларҙың шаһиты - ләғнәт шунда", тигән. Процент килеме алып, капиталымды арттырам, тиеүселәр төптө хаталана. Был күренештең тышҡы яғы менән генә алданырға ярамай. "Алла рибаны һәләк итә, ә саҙаҡаны үҫтерә" (Әл-Баҡара сүрәһе, 2-276). Проценттар тауар етештереүсенең эшен ҡорт һымаҡ кимерә һәм тора-бара уның капиталын тулыһынса һурып бөтөрә. Саҙаҡа иһә - ихтирамлыҡ, именлек, тормош сығанағы.
"Алланың һәм Бәйғәмбәренең һуғышы" тигән төшөнсәнең ҡайһы бер осраҡта ысынлап та һуғыш булараҡ ҡаралыуын оноторға ярамай. Икенсе осраҡта ул гонаһ ҡылыусыға уның ни тиклем ҙур енәйәт ҡылыуын аңлатыу өсөн бирелгән яза булараҡ ҡарала. Әлеге осраҡта быны ике мәғәнәлә лә аңларға мөмкин.
Проценттар килешеүе төҙөүҙә ҡатнашҡан теләһә ҡайһы кешенең Алланың асыуынан ҡаса алмауын аңлауы мөһим."Ислам дине хәрәмгә илтеүсе теләһә ниндәй юлды тыя" принцибына ярашлы, гонаһҡа батырыусы бөтә төр проценттарға тыйыу киң таратыла. Хәҙистә Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең шәхси өлгөһө менән яҙыҡ эштәргә юл ҡуймауы күренә. Билал бәйғәмбәргә яҡшы сортлы финиктар тәҡдим иткәс, Алла илсеһе унан был финиктарҙы ҡайҙан алдың, тип һорай. "Беҙҙең финиктар бигүк яҡшы түгел ине, Алла илсеһен һыйлар өсөн бер үлсәм насар финикты ике үлсәм яҡшыһына алыштырҙым", тип яуаплай Билал. "Һин процент алыу менән эш иткәнһең. Башҡаса бер ваҡытта ла улай эшләмә. Финиктарыңды һатырға теләһәң, хаҡын финиктар менән алма һәм аҡсаһына теләһә ҡайһы сорттан финик һатып ал", тигән. Сөнки бәйғәмбәр насар тауарҙы яҡшыһына алмаштырыу ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләгән.
Был миҫалдан күренеүенсә, әгәр бер үк тауарҙы алыштырырға кәрәк булһа, улар сифаты һәм күләме менән дә бер иш булырға тейеш. Әгәр сифаты насар булһа, алыштырырға тәҡдим ителгән тауарҙың хаҡы аҡса менән түләнергә тейеш. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышып эш итеүҙең икенсе бер үҙенсәлеген Ислам дине "Алты тауар тураһында"ғы хәҙистә сағылдыра: "Алтынды алтынға, көмөштө көмөшкә, бойҙайҙы бойҙайға, финиктарҙы финиктарға һәм тоҙҙо тоҙға алыштырыу күләме, сифаты һәм хаҡы менән бер иш булырға һәм алыштырған саҡта улар ҡулда булырға тейеш. Әгәр тауарҙар сорты, сифаты һәм тышҡы йөҙө менән бер-береһенән айырылһа, уларҙы алыштырмаҫҡа, ә һатырға кәрәк" (Бохари, Буйу. 77-81). Был хәҙистә үҙ-ара килешеп эш иткәндә, тауарҙы алыштырыуҙың оҙайлы ваҡытҡа һуҙылыуына юл ҡуймау маҡсатында, аҡсаны шунда уҡ ҡулға биреү тураһында ла әйтелә. Бәйғәмбәр бер заман мохтаждар үтескә алған бер килограмм арпа урынына, уны аҙаҡтан өс-дүрт килограмм итеп ҡайтарып бирергә лә ризалашҡан. Тауар алмашыуҙың был күренеше эксплуатацияға, йәғни байҙарҙың ярлыларҙы буйһондороуына алып килгәс, ул Бәйғәмбәр тарафынан ҡәтғи тыйылған.
Хәҙистә йәнә лә Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тауарҙар төрлө булғанда ирекле тауар алышыуға, мәҫәлән, 10 килограмм бойҙай өсөн 20 килограмм арпа бирергә рөхсәте бәйән ителгән. Иң мөһиме, тауарҙар менән алыш-биреш итеү ҡасан да булһа берәй ваҡытта түгел, ә килешеү ваҡытында уҡ бойомға ашырылырға тейеш. Тауарҙың берәүһе йә икеһе лә оҙайлы ваҡыттан һуң тәҡдим ителеүе лә мөмкин, тигән раҫлауҙар төптө хата.
Мөхәммәт бәйғәмбәр килешеү төҙөгәндә оҙаҡҡа һуҙылған бурыс йөкләмәләрен тыйыуына ҡарамаҫтан, тауар хаҡтарының айырмаһын билдәләргә рөхсәт иткән. Заманса термин менән әйткәндә, ирекле сауҙаға рөхсәт бирелгән. "Алты тауар тураһында"ғы хәҙис процент килешеүҙәрен тыйыуҙың ғәмәлдә ҡулланылыуын, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең иҡтисад һәм финанс мәсьәләләрендә компетентлы булыуын да күрһәтә. Алла бәйғәмбәре 14 быуат элек үк социаль ғәҙеллек принциптары боҙолмаған баҙар иҡтисады принциптарын урынлаштырған. Ул һатыу-алыуҙа аҡсаның мөһим урын тотоуын билдәләгән, тауар алмашыу системаһының камил булмауына, ваҡыты менән аҡсаның ҡиммәте үҙгәреренә лә иғтибар иткән.
Хушлашыу хажы ваҡытында Мөхәммәт бәйғәмбәр: "Һаҡ булығыҙ. Джахилия осорондағы ростовщиклыҡтың бөтөн төрҙәре лә ысын түгел. Төп капитал ғына һеҙҙеке. Шул рәүешле, һеҙ кемгә ҡарата булһа ла ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан ҡотолоп, үҙегеҙгә ҡарата ла ғәҙелһеҙлектән арына алырһығыҙ", тип иҫкәрткән.
Был күренеш нисек тыйылған? Йәмғиәттә тәрән тамыр йәйгән зарарлы традицияларҙы, ғәҙәттәрҙе, ышаныуҙарҙы бер һелтәүҙә юҡ итергә ынтылыу - ауыр эш. Уны хатта абруйлы бер шәхестең йә төркөмдөң ихтыяры һәм тырышлығы менән дә юҡ итеп булмай. Бәлки, бер мәлгә ул тамырынан бөтөрөлгән һымаҡ та тойолор, ләкин мөмкинлек булыу менән йәмғиәт үҙе үк уға әйләнеп ҡайтасаҡ. Шуға ла динебеҙҙә теге йәки был зыянлы традицияларҙан арыныу өсөн күпкә йоғонтоло, ныҡлы, оҙайлы барһа ла, файҙалы ысулдар ҡулланыла.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.19 | Ҡаралған: 649

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru