«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИ ӨСӨН МАТУР БУЛЫРҒА?
+  - 

Һеңле тейеш кешем менән интернет аша йыш бәйләнешкә инәм, хәл белешеп, яңылыҡтар бүлешеп һәм төрлө фотолар менән алмашып торабыҙ. Йәғни, "аралашып" йәшәйбеҙ инде. Тормошҡа иртә сыҡҡас, балалары ла иртә үҫеп бөттө һәм шул ҡатын 42 йәшендә ике ейәнгә өләсәй булды. "Йәш өләсәй" тип әйтер инем, уға был һүҙ тура килмәй, "йәш әбей" тиеү (әбейҙәр үпкәләп ҡуймаһын) дөрөҫөрәк булыр. Хатта әбейҙәр ҙә үҙ стилендә үтә лә ҡупшы, ҡараулы була ала. Ә бына урта йәштәрҙәге ҡайһы бер ҡатындарҙы ниндәй зат тип атау ҙа урынһыҙ һымаҡ.

Беренсенән, туғаным йәмһеҙ булып һимергән. Юҡ, ауырымай, ашауҙы самалай алмауы арҡаһында ғына киңлеккә йәйелгән ул. Икенсенән, сәсен ҡып-ҡыҫҡа итеп ҡырҡтыра ла ҡуя. Уға был барыбер, елкәһенә, күҙенә төшөп тормаһа, булды. Өсөнсөнән, өҫтөндә һәр ваҡыт алама халат йәки үзбәк баҙарынан алынған футболка-ыштан. Ул костюмдың йоҡо кейеме икәнендә эше юҡ, йыуан балтырҙарын, эсен бүҫелдереп кейеп тик йөрөй. Дүртенсенән... бишенсенән... Ҡыҫҡаһы, ул үҙенең ҡатын-ҡыҙ икәнен онотҡан. Ул көҙгөгә ҡарамай ҙа. Ул бит-ҡул йыуыу һәм мунса төшөүҙән башҡа матурланыу ысулдарын онотҡан. Ул осһоҙло шәкәр йәки дөгө ҡайҙа һатылғанын белә, әммә бит кремы ҡайҙан алырға икәнен белмәй. Интернеттан үҙенә һис кәрәге булмаған кешеләрҙең ғәйбәтен көндәр буйына уҡып ултыра ала, ә берәй ҡатын-ҡыҙ сайтына юлыға алмай. Ул сумка-сумка итеп аҙыҡ түлек ала ла, шуларҙы кәштәләренә теҙеп һала. Алғандарының әле ике ай элек булғандары ла асылмағанында эше юҡ, иттәре һыуытҡысты тултырып, ярмалары шкаф тулып ятырға тейеш. Ә кейемгә аҡса йәлләй! Байрамға кейә торған бер күлдәге бар ине, уныһы ла хәҙер һыймай, шуға алмашҡа күлдәк һайлап, икәү-ара бәхәсләшеп бөттөк. Кейемде тик хаҡтары төшкән ерҙән генә эҙләй. Нимәлер аңлатыу һәм өйрәтеү урынһыҙ, сөнки кеше бындайҙы үҙ башында етлектереп кенә аңлай ала, күрәһең. Эшкә кейгәндәре лә иң осһоҙло һәм сифатһыҙ әйберҙәр. Ә бит ул аҡсаһыҙ әҙәм түгел. Һөнәре бар, ире лә, улы ла аҡса килтереп тора. Аҡсалары "ҡара көндәрҙе" көтөп, ҡайҙалыр йәшеренеп ята. Аҡ көндәренең иң ҙур ләззәте ашау-эсеүгә генә ҡайтып ҡала булып сыға. Аңлатырға теләһәң, уның яуабы бер: "Миңә нимәгә ул? Мин бит инде өләсәй! Миңә бара... "
Ни өсөн ҡатын кеше матур булырға, матурланырға һәм матурлыҡҡа ынтылырға тейеш? Тейеш! Сөнки тәбиғәт шулай итеп яралтҡан: сәскәләр нәфислеге менән һоҡландыра, хуш еҫен бөркә, ҡояш йылыта, ҡоштар һайрай, һыу һыуһынды ҡандыра, ҡатын-ҡыҙ илһамландыра. Йәш ҡыҙҙар ҙа, урта йәштәге ҡатындар ҙа, оло апайҙар ҙа, инәйҙәр ҙә ир енеслене, эргә-тирәләгеләрен илһамландыра, уларҙа реакция уята алһын. Урамда осраған егетме, иреме, ҡустыһымы, улымы, ейәнеме - янындағы ҡатын-ҡыҙға яратып баҡһын. Ә уны буш урын, аңлайышһыҙ формалағы йән эйәһе итеп ҡабул итмәһен. Бында бит йөҙ-төҫ гүзәллеге тураһында ғына бармай һүҙ, ә үҙеңде ҡарау һәм матур итеп тоя белеү үҙенсәлеге тураһында бара.
Әхирәтемдең йәш ҡыҙын нисә йылдар инде тик джинсыла ғына күреп өйрәнгәнмен дә, бер мәл уйламағанда күлдәктә күреп шаҡ ҡаттым. Бығаса мин уны хатта аңғармай ҙа торғайным, бармы бала - бар, ә был юлы эргәмдән үткән һайын һөйөп, һоҡланыуымды белдереп торғо килде. Ҡатын-ҡыҙҙы ҡатын ҡыҙ кейеме генә шулай күркәмләндерә ала инде ул. Йәлпелдәк итәкле күлдәктәргә ни етә? Бына ошо ҡиммәттәрҙе ҡыҙҙарға бәләкәйҙән өйрәтергә, һалырға кәрәк икән ул. Ҡиммәтле булмаһа ла, бөхтә кейенергә, сәсте мөмкин булған тиклем ҡыҫҡартмаҫҡа, кәүҙәне формала тоторға һәм иң мөһиме үҙеңде яратырға! "Матур ҡатын йәшәй! Ә матур булмаған тереклек итә", тип яҙып ҡалдырған бер билдәле шәхес. Һәм ул дөрөҫтө әйткән. Ҡатын-ҡыҙға матурланыу һәм биҙәнеү бер илдә лә, бер ниндәй ҡанундар аҫтында ла тыйылмаған. Матурлыҡ салондарҙа һәм ҡиммәтле косметикала ғына түгел. Матурлыҡ модалы кейемдә һәм брендлы әйберҙәрҙә түгел. Мин, мәҫәлән, өйҙә матур булыуҙы ҡәйнәм миҫалында күрҙем. Ябай ауыл ҡатыны, пенсияла, мал, ҡош-ҡорт араһында ғына бутала. Шунда ла өҫтөндә һәр ваҡыт ябай тегелешле сәскәле күлдәк, шул төҫтәге биҙәкле яулыҡ, бөхтә, ҡараулы, таҙа. Баҡсала картуф күмеп йөрөһә лә, сәй артына сынъяһау булып килеп ултыра, магазинға сыҡһа, кеше араһына барһа, нәскиенә тиклем алыштырып кейеп сыға. Бөтә нәмәлә лә самалы, шул иҫәптән аҙыҡты ла мәлендә һәм сикләп кенә ҡуллана. Һәм балалар уға йыш ҡына: "Өләсәй, һин ҡалай матур! Һинең алҡаң матур, яулығың, күлдәгең..." тип һоҡланып урап ҡарап сыға.
Матурлыҡҡа өйрәнеү бер йәштә лә һуң түгел. Был тәңгәлдә ҡул эше ярҙам итә, тип яҙа белгестәр. Төҫлө ептәр, бисерҙар менән эш итеү, тегенеү фантазияны, ҡатын-ҡыҙ асылына ынтылышты уята икән. Ижади эшләү, китаптар уҡыу, концертҡа йөрөү ҙә рухи үҫеш ул.Үҙеңде матурлап, һылап-һыйпап, тәрбиәләп, һин бит тик үҙеңде генә ҡайғыртмайһың, шул уҡ эргәләгеләреңдең, яҡындарыңдың тормошон да яҡтыраҡ итәһең. Мәҫәлән, үрҙә телгә алған геройым бер көн килеп күлдәк кейһә, аҙыраҡ ауырлығын ташлаһа һәм сәсен үҫтерә төшһә, унан да сибәр ҡатын булмаҫ ине. Ә бит йәш сағында ер һылыуы ине шул ханым. "Матур булыу ҡатын-ҡыҙҙың бурысы, - тигән юлдар бар аҡыллы яҙмаларҙа. - Әгәр ҡатын матур булыу өсөн аҡса, ваҡыт һәм көс бүлмәй икән, ул үҙ бурысын үтәмәй һәм йыһан да уға тейешле өлөшөн бүлмәй".

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.19 | Ҡаралған: 884

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru