«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҒИҘӘ ТЕЛ ҺЫНДЫРАМЫ?
+  - 

Башҡорт әҙәби теленең хәҙерге алфавиты һәм орфографияһы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ҡарары менән 1981 йылдың 22 октябрендә раҫланған. Орфографик ҡағиҙәләр башҡорт теле ҡанундарына ярашлы итеп төҙөлөп, барсабыҙҙан да уларҙы теүәл үтәүҙе талап итә. Бындай мөһим документтар, барыһы өсөн дә мотлаҡ булғас, уларҙың объективлығына, тап шулай булырына инанғанбыҙ. Ни тиһәң дә, орфография ҡағиҙәләре абруйлы ғалим-ғөләмә тарафынан әҙерләнә бит. Ғәмәлдә беҙ, аҙмы-күпме зыялы заттар, хатаһыҙ яҙырға тырышабыҙ. Әҙәби телдә хатаһыҙ яҙыу ғына түгел, хатаһыҙ һөйләү ҙә фарыз.

Аралашҡанда, радио һәм телевидение тапшырыуҙарын тыңлаған саҡта, бына нимәгә иғтибар иткәнем бар: байтаҡ ҡына милләттәштәребеҙ Вәли, ваҡыт, вәзир, вәкәләт кеүегерәк һүҙҙәрҙе Үәли, уаҡыт, үәзир, үәкәләт тип уҡымай, әлеге лә баяғы, рус һүҙҙәрендәге кеүек, в өнө менән әйтә. Һис арттырмайым, килешһеҙ, хатта тупаҫ булып ишетелә ошолай һөйләү. Күрәһең, беҙ нисек яҙыла, шулай уҡырға ла, һөйләргә лә күнегеп киткәнбеҙ. Ә орфография ҡанундарын ҡабул иткәндә, бындай һүҙҙәрҙе у – ү хәрефтәре менән яҙыу ҡаралған хәлдә, ошондай боҙоҡ һөйләш булмаҫ ине.
Уныһына ғына түҙергә лә мөмкин булыр ине. Әммә рус теленән ингән һәм үҙгәртелгән орфографик ҡағиҙәләргә ярашлы яҙылған бәғзе бер һүҙҙәрҙе уҡығанда, образлы итеп әйтһәк, тел һынғандай була. Буш һүҙ түгел был. Йә әле, уҡып ҡарағыҙ ошо һүҙбәйләнеште: өлкә комитет секретары. Һуңғы һүҙгә иғтибар итегеҙ – секретары һүҙенең аҙаҡҡы ижеге ҡалын итеп уҡыла, ә башҡорт телендә бер нисек тә улай әйтелмәй был һүҙ (рус телендә секретар һүҙе юҡ). Элекке ҡағиҙәләр буйынса секретаре, тип яҙылып, һуңғы ижек нәҙек итеп уҡыла ине. Ә хәҙер яңы ҡағиҙә: ҡаты яҙабыҙ ҙа йомшаҡ әйтәбеҙ!
Ғөмүмән, орфоргафия ҡағиҙәләре буйынса рус әҙәби теленән ингән, аҙаҡҡы өндәре -рь, -сь, -чь, шулай уҡ -сть менән тамамланған һүҙҙәргә ҡалын ялғау ҡушылып яҙылыуы үҙе бер мәрәкә – был рус теленән ингән һүҙҙәрҙе боҙоп уҡырға өйрәтә. Мин шул уҡ секретары һүҙен бер нисә башҡорт балаһынан уҡытып ҡарағаным булды, барыһы ла ҡап-ҡалын итеп әйтә ошо һүҙҙе.
Рус телендәге ч өнө һәр саҡ нәҙек әйтелә, ә беҙ, башҡортсалатып, “Керчҡа киттем”, тип яҙып-уҡып йөрөргә мәжбүрбеҙ. Элекке орфография буйынса Керчкә рәүешендә яҙылып (был дөрөҫ!), йомшаҡ итеп әйтә торғайныҡ, хәҙер автоматик рәүештә Кершҡа, тип, ауыҙ тултырып һөйләйбеҙ. Юғиһә, башҡаса уҡып булмай, йә иһә Керчь өлөшөн айырым, бүлеп әйтеп, уға ҡалын -ҡа ялғауын ҡушып әйтергә була – әллә һүҙ, әллә тел һындырыла. Ишеү етмәһә, ғалимдарыбыҙ, күҙ йомоп, тигәндәй, әле һүҙ барған документҡа аҙағы -шь хәрефтәренә (һәм бер ш өнөнә, ул һәр осраҡта ла ҡалын тартынҡы) бөткән һүҙҙәрҙе йомшаҡ тартынҡыға бөткән (!) һүҙҙәр төркөмөнә индергән. Эйе, ниндәй генә вазифа-дәрәжә биләгән хәлдә лә яңылыш яҙыу хилафтыр ул.
Һуҙынҡы өнгә бөткән рус һүҙҙәрен ҡулланған һәр осраҡта ла ҡалын ялғау ҡушып яҙыу талабы ошондай һүҙҙәрҙе уҡыған саҡта тел һындырыу әкәметен хасил итә. Үҙегеҙ яҙып, уҡып ҡарағыҙ әле, мәҫәлән, училище һүҙенә ҡалын ялғауҙар ҡушып! “Училище-һында” килеп сыға бит. Был рус һүҙенең беренсе ижегенән башҡалары нәҙек әйтелә, ә щ өнө һәр саҡта ла йомшаҡ яңғырай. Заманында (ул осорҙа ла орфография ҡанундарын башҡорт ғалимдары төҙөп биргән бит!) “училищеһендә”, тип яҙа инек, һәм был дөрөҫ булған. Тора килеп, нигеҙендә нәҙек ижектәр булған һүҙгә ҡалын ялғау ҡушырға ҡушылды. Был шул уҡ башҡорт сингармонизмы ҡанунын күрәләтә боҙоу түгелме һуң? Башҡорт лингвистары, ғалим-филологтарыбыҙ ошо хаҡта уйланһа икән. Заманалар менән телдәр ҙә үҙгәреш кисерә, тик ошондай үҙгәрештәрҙе ҡанунлаштырыу ашығыс эш булмаһын ине.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.

+  -   
Яҙылған: 07.10.19 | Ҡаралған: 627

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru