«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЯҠШЫЛЫҠ БУЛҺЫН АТЫҒЫҘ...
+  - 

Йәмғиәттә ыңғай ҡараш, ыңғай тойғолар киреләренән күберәк булғанда йәшәүе шул тиклем күңелле. Шөкөр, ошоно тойоп, күреп, ҡыуанып йөрөйөм һуңғы ярты йылда. Ҡала урамдарында асыулы йөҙҙәр ҙә һирәгәйә төштө, кешеләр йылмая башланы кеүек миңә.

Былар барыһы ла уларҙың йәшәйешебеҙ, көнкүрешебеҙ менән ҡәнәғәт үк булмаһалар ҙа, киләсәккә өмөттәре барлығына ишара яһай. Кеше бит ул гел ғәҙеллек көҫәй, яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңеүенә ышанып йәшәй. Барыһы ла үҙеңдең ҡулыңда, тип аҡыл һатыр ошо урында ҡайһы берәүҙәр. Әммә һинән тормаған нәмәләр ҙә бар шул. Әйтәйек, ябай ғына бер миҫал. Нисәмә йылдар ыҙа сиктергән йәмәғәт транспортында берәй ҡасан тәртип булыр, тигәнгә ышанмай инем. Бөгөн эшкә ПАЗ автобусына ултырып килдем, уның шәхси ҡулдарҙа икәне күренеп тора. Әммә дәүләт автобусындағы кеүек туҡталыштарҙы иғлан итәләр, ҡулаҡса менән бер рәттән, түләү өсөн юл картаһы ҡабул ителә, уның менән билет хаҡы 5 һумға осһоҙораҡ та. Бына ошо тәртипте, нисек кенә теләһәм дә, зарланһам да, мин булдыра алмайым. Ул өҫтән ҡушыу буйынса эшләнә.
Килде бит заман, төрлө кимәлдәге етәкселәр ябай халыҡты күрә башланы түгелме? Йылылыҡ миҙгеле башланыуы ошо хаҡтағы уйҙарға этәрҙе әле. Быға тиклем көндәр һыуыҡ торһа ла, йылылыҡ бирергә ашыҡмайҙар ине. Йылылыҡ миҙгеле башланыу менән дә әле фатирҙарҙа аҙна-ун көн йылы булмай, коммуналь хужалыҡтарҙың яуабы ла әҙер: шулай тейеш, көнөндә үк йылы йорттарға барып етмәй. Быйыл халыҡ аптыраны. Иртәнге ундар тирәһендә телевизорҙан, республика етәксеһе йылы бирергә ҡушты, тип һөйләп торалар. Ҡатынға әйтһәм, көлә минән, белмәйһеңме ни, йәнәһе, берәй аҙна көтөргә кәрәк. Төшкө сәйҙе эскәндә батареялар йылы ине инде. Улай ҙа була икән дәһә! Тимәк, элек тә мөмкин булған, ябай халыҡ тураһында уйлаусы ғына булмаған. Бында шуныһына ғына эс боша: ни өсөн кемдер, үҙ эшен, үҙ бурысын яҡшы итеп башҡарһын өсөн кемделер әрләргә, иҫкәртеү яһарға, хатта ҡурҡытырға тейеш? Кире стимулға, әйтәйек, вазифаһынан ҡыуылыуға нигеҙләнгән хөкөм системаһы ғына етәкселәрҙе эшләргә дәртләндерәме икән ни? Әйтәм, Рәсәй Президенты ла күпселек осраҡта ошо ысулды ҡуллана, ана, һыу баҫыуҙан зыян күргән төбәктәргә ҡырҡ барырға, урындағы етәкселәргә ҡырҡ иҫкәртеү яһарға мәжбүр булды.
Беҙҙең быуын башҡарған эшенән ҡәнәғәтлек алыуҙы, кешеләргә файҙалы булыуҙы, халҡыңдың тормошон яҡшыртырға ынтылыуҙы төп урынға ҡуйып хеҙмәт итте. Ошо ҡараш кире ҡайтһын ине бөгөнгө йәмғиәткә. Кеше булып ҡалайыҡ, быныһы инде һәр кемдең үҙенән тора.

Ирек СӘЙЕТҒӘЛИН.
Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.19 | Ҡаралған: 1170

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru