«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЭЛЕКТРОН ХӘТЕР КИТАБЫ ИҪТӘЛЕКТӘР ҺАҠЛАЙ
+  - 

"Аҡыллы төбәк" проекты тормошҡа ашырыла башлау менән, баш ҡалала яйлап ҡына барлыҡ хеҙмәттәр цифрлаштырыуҙың иң ябай варианты булған электрон системаға күсә башланы. Был - заман талабы, сөнки ваҡыт тиҙ аҡҡан осорҙа барлыҡ мәғлүмәт кешенең ҡул аҫтында, йәғни кеҫә телефонында булырға тейеш. Интернетты күптәр сүп ояһы менән сағыштырһа ла, уны йәштәрҙе патриотик рухта һәм быуындар күсәгилешлегендә тәрбиәләү маҡсатында ла файҙаланырға мөмкин.

Өфө ҡалаһының "Махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты" муниципаль бюджет учреждениеһы ошо маҡсаттан бер нисә йыл элек "Электрон хәтер китабы" IT-проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Бөгөн ошо атамалағы сайт кешеләрҙең иҫтәлеген һаҡлау, ғаилә архивын һәм шәжәрәһен төҙөү төп маҡсаты булып торған электрон зыярат базаһына әүерелде. "Ерләнгән урыны" бүлеге яҡын кешегеҙ ятҡан урынды табырға ярҙам итә. "Ҡулланыусының шәхси кабинеты" булдырып һәм шуның аша инеп, мәңгелек йортонда ятыусыларҙың фотоларын, биографияһын өҫтәргә мөмкин. "Махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты" муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Руслан Кинйәкәйев бөгөн сайтта 1370 шәхси кабинет булыуын һәм көнөнә уны уртаса 260 кеше (дөйөм алғанда 161500) ҡарауын билдәләй. Сайттың мобиль версияһы ла эшләй.
Ҡала зыяраттарында 1200 хәрби ҡәберлек иҫәпләнә, улар, нигеҙҙә, "Сергиев" һәм "Көньяҡ" зыяратта. Шулай уҡ "Билдәле кешеләр" бүлегендә 260 кешенең рәсеме, ерләнгән урыны, биографияһы, наградалары тураһында мәғлүмәт индерелгән. Һуғыш ветерандарының һәм ҡатнашыусыларының күпселеге исемлектә урын алған. Уны тулыландырыу буйынса "Юнармия" Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик ижтимағи хәрәкәтенең Өфө бүлексәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.
Әйткәндәй, республикала, Рәсәйҙә генә түгел, хәҙер инде донъяла танылыу яулаған Башҡорт Википедияһы ла республиканың билдәле кешеләре, арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы мәҡәләләрҙә уларҙың ерләнгән урынын күрһәтеп, "Электрон хәтер китабы" сайтына һылтанма ҡуя. Сөнки глобаль энциклопедияның башҡорт тел бүлеге - икенсел сығанаҡ һәм ул һәр ваҡыт беренсел сығанаҡтарға ғына таянып эш итә. Абруйлы сығанаҡтарҙың электрон варианттары бик аҙ булыуынан сығып ҡарағанда ла, "Махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты" муниципаль бюджет учреждениеһы бик файҙалы һәм кәрәкле эш башҡара, тип әйтергә нигеҙ бар.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.19 | Ҡаралған: 777

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru