«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛ ДӘ, РУХ ТА ӘСӘЙҘӘН, АТАЙҘАН
+  - 



Яҙыусы Шәүрә Шәкүрова Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Уның балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад ителгән проза һәм драматургияһы йәш быуында илһөйәрлек, халыҡ ижадына, тарихына хөрмәт тойғолары тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай, тип табылды. Гәзит уҡыусыларыбыҙға әҙибә менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте ниндәй осор кисерә? Һинең ошо мөхиттә тотҡан урының? Уңышлы ижад емештәрең ниндәй? Нимәләр ауыр бирелә йәки һин булдыра алмаған ыҙандар бармы?

- Бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә лә, рус һәм башҡа, ғөмүмән, донъя әҙәбиәтендә герой образы үҙгәреш кисерә. Ижадсылар яңы герой эҙләй. Кисәге герой инде ҡыҙығын юғалтҡан кеүек. Уҡыусыны, тамашасыны тотоу, уны арбау өсөн һоҡланғыс, һис юғында, күҙгә ташланырлыҡ герой кәрәк. Һәм тиҙ арала ул герой ҙа кисәге көнгә әүерелергә тора, шул ҡәҙәре ваҡыт ағышы тиҙ, шарлауыҡ заманы тиерһең.
Бәләкәй халыҡ, юғалыу сигенә еткән тел, тигән фекер бер нисек тә әҫәр сифатына йоғонто яһай алмай. Һәм әҫәрҙе популяр итеүгә лә был сик түгел. Белеүебеҙсә, күп билдәле әҫәрҙәр тап шундай "аҙ һанлы" милләт вәкилдәренеке лә. Халыҡҡа артабан үҫешер өсөн әҙәбиәт кәрәк, был -шикһеҙ.
Әҙәбиәттә мин ниндәй урын биләйем, тигәнгә аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Быны, моғайын, уҡыусы йә тәнҡитсе генә әйтер. Ә беҙҙең быуындың бөгөнгө әҙәбиәттә төп көс икәнлеген аңлайым. Беҙ инде йәш тә, әлегә оло ла түгелбеҙ. Эшләй һәм үҙебеҙҙең һүҙебеҙҙе әйтә торған сағыбыҙ.
"Нимәне булдыра алмайым?" тигәндә, үҙ ижадымды күрһәтә белмәйем. Үҙемде-үҙем рекламалау оҫталығы бирелмәгән миңә. Ә бөгөн был оҫталыҡҡа эйә булыу бик кәрәк. Сит илдәге кеүек, үҙ яныңда әҙәби агент тотоу ҙа яйлап беҙгә килеп етер ул...

Бөгөнгө уҡыусыға ҡыҙыҡ булыу өсөн ни эшләргә: ниндәй темалар һайларға, ниндәй стилдә яҙырға, ниндәй тарихҡа мөрәжәғәт итергә?

- Һине нимә борсой, нимә күңелеңә яҡын - шуны яҙырға кәрәктер. Башта уларҙы булмышың аша үткәрергә, унан ғына ҡәләмгә тотонорға кәрәк. Тик актуаль темаларҙы, илдә барған хәл-торошто элеп алып ҡағыҙға төшөрә һалыу ғына етмәй тәрән әҫәр булдырыу өсөн. Кешелек донъяһының бер ваҡытта ла иҫкермәй, юғалмай, онотолмай торған темалары бар ул. Ижадсы үҙе йәшәгән дәүергә генә түгел, ә киләсәк быуындарға ла хеҙмәт итә.

Драматургия, проза, сценарийҙар араһында айырма тотаһыңмы?

- Был өс жанр, өс төрлө йүнәлеш. Сериалдарҙың сценарийҙарына килгәндә, улар бары тик авторҙың ғына ҡарамағында түгел. Ғөмүмән, кино, сериалдар - улар продюсерҙарҙың, режиссерҙарҙың теләктәренән, мөмкинлектәренән сығып эш итә торған жанрҙар. Театрҙа ла шул самараҡ, режиссер нисек күрә, тоя ала - шулай эшләй. Прозала иһә автор үҙенә үҙе баш та, түш тә. Ул унда ирекле, кисерештәрен дә, хистәрен дә иркенләп тотона, сығара, күрһәтә ала. Унда сикләүсе, ниндәйҙер ҡалыпҡа ултыртырға теләүселәр юҡ. Проза миңә шул яғы менән яҡын. Әлбиттә, гәзиттә йә журналда баҫып сығарған мөхәррир ниндәйҙер үҙгәртеүҙәр индерергә тәҡдим итә ала, әммә был өлкәлә автор иреклерәк.

Режиссерҙар йыш ҡына "драматургтар юҡ" тип зарлана. Ә ҡарап торһаң, ҡәләм тирбәткән йәштәр драматургияла күп кенә. Бер-ике уңышлы прозаһы булғандарҙың барыһы ла тигәндәй драматургияға ла мөрәжәғәт итә. Нисек аңларға быны - прозаиктарҙың драматургияға теше үтеп етмәйме?

- Һәр прозаик драматург була алмай. Һәм, киреһенсә: һәр драматург та прозаик була алмай. Драматург һәр ваҡыт кимәлде үҫтереүҙе талап итә торған профессия. Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Драматургтар үҙәге эшләп килә. Шул үҙәк бер мәл байтаҡ ҡына драматургтарҙы туплап алғайны, семинарҙар үткәргәйне, шунда илдең һәм республиканың билдәле драматургтары оҫталыҡ дәрестәре биргәйне. Авторға артабан үҫер өсөн был бик шәп ысул тип күрәм. ВГИК-та уҡығанда донъяның билдәле режиссерҙарының, драматургтарының оҫталыҡ дәрестәре һаман иҫемдә, ҡайһы берҙәренең тауышы ла ҡолағымда ғына торғандай. Был ысынлап та ярҙам итә! Беҙҙең әҙәбиәттә ошо йүнәлеш ҡулланылһа, үҫешһә - шәп булыр ине.

Пьесаларығыҙ, әлеге көндә ҡуйылған, сәхнәлә булған әҫәрҙәрегеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле...

- Салауат дәүләт башҡорт драма театрында минең пьеса буйынса "Гөлкәйҙең бәхете" тигән тамаша бара (режиссеры Лиана Ниғмәтуллина). Был пьеса русса яҙылды, "Олюшкино счастье" тип аталды. Ил кимәлендәге конкурста ҡатнашып еңде һәм федераль грант яуланы.
Күптән түгел генә, әле бына 31 октябрҙә, Сепсел исемендәге Сыуаш дәүләт йәш тамашасы театрында минең "Зәңгәр томандар артында" тип аталған пьесам буйынса спектакль ҡуйылды. Сыуаш йәштәре Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт егет-ҡыҙҙарының тормошон уйнаны. Өсөнсө мини-спектаклем дә Бөтә Рәсәй конкурсына эләгеү бәхете менән сәхнәгә сыҡты. Бөгөн уны Мәскәүҙең "А-Я" балалар театры ҡуя. Атамаһын "Әсәй мине ярата" тип алғандар.

"Ауыҙымдан ел алһын" китабы, роман үҙе лә, ниндәйҙер мистик нигеҙҙә яҙылған. Фольклорҙа, беҙҙең башҡорт халыҡ ижадында ла, фантастик сюжеттарға урын бар. Фэнтези жанры яҡынмы һеҙгә, әллә был замана елеме?

- Мин тарих факультетында уҡыным һәм дипломды билдәле тарихсы Әнүәр Зәкир улы Әсфәндийәровҡа яҙҙым. Унан Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһына инеп, "фольклористика" специальносы буйынса тамамланым. Диссертацияны башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙың текстологияһы буйынса яҡланым. Етәксем данлыҡлы Гацак Виктор булды. Диссертациям нигеҙендәге етди генә онографиям да бар, экспедицияларға сыҡтым, япон мистикаһы менән ҡыҙыҡһындым һәм бына шулар ошо әҫәремдә ҡуша үрелде лә инде. Әммә шул уҡ ваҡытта миңә реализм да яҡын, ниндәй жанрҙа ла эшләй алам. Һин уйлаған тарих, һинең фантазияң жанрҙы формалаштыра ла инде. Хатта "Ай бүреләре" әҫәре лә ғәйнә башҡорттары тарихы, шул заман атмосфераһы менән һуғарылған: һалдат өйөнә ҡайтып килә, юлда уны үлтерәләр, кем үлтереүсе икәнде бер кем белмәй. Был әҫәр идеяһы миңә күптән килгәйне, йылдар буйына күңелемде өйкәп йөрөнө лә, ВГИК-та уҡығанда башта уны биш битлек кенә сценарий итеп яҙҙым. Уҡытыусым (билдәле Рәсәй сценарисы Александр Эмануилович Бородянский) "Дауамы нисек?" тип һораны һәм был һорау артабанғы ижадҡа этәргес көс булды. Аҙағын тиҙ генә яҙып бөттөм. Һуңғараҡ иһә ул әҫәргә лә әйләнде. Ә сценарийына килгәндә, башҡорт киноһында фэнтэзи жанры ҡасан тормошҡа ашырлыҡ булыр - әйтеүе ауыр.
"Ауыҙымдан ел алһын" романында нигеҙҙә "Саҡ-Суҡ" бәйете ята. Был бәйетте мин бала саҡтан тыныс ҡына тыңлай алманым. Шул хәтлем малайҙарға ярҙам иткем килә ине. Романда ҡарғышҡа алып килгән ҡара көстәрҙең инеше эҙләнә. Ҡайҙан килә бындай ҡара уй? Уларҙы беҙ үҙебеҙ яралтмайбыҙмы һәм башҡалар. Һәр уҡыусының башына килә һәм күңелендә яуап эҙләнә торған һорауҙар тыуа.

Һин ҡала ҡыҙы, рус телендә яҙаһың. Әҫәрҙәреңдән дә был һиҙелә. Башҡорт телле уҡыусы өсөн ижад итәсәкһеңме?

- Башҡортса яҙылған хикәйәләрем матбуғатта сыҡҡаны бар, әммә әҫәрҙәремдең төп өлөшө әлегә русса яҙыла. Башҡорт һәм милли әҙәбиәттә был осрай торған хәл. Әсә һөтө менән кергән рух барыбер ҡанда урғыла бит. Әлбиттә, яйлап башҡортса ла ҙур әҫәр яҙғы килә. Бигерәк тә минән башҡортса яҙылған әҫәрҙе көткән уҡыусыларым булыуы мине шул эшкә әйҙәй.
Ә икенсе яҡтан, минең өс әҫәрем дә русса яҙылып, ил һәм бөтөн донъя кимәлендә конкурстарҙа еңеп кенә сәхнәгә ҡуйылды.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.19 | Ҡаралған: 879

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru