«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠМУЛЛА ТЫУҒАН АҠЪЮЛАЙ
+  - 


Йыл ахыры акъюлай яҡынлашҡан һайын, ҡыш һулышы нығыраҡ һиҙелә. Быйыл иһә ҡырпағайҙың да яртыһын ҡарһыҙ ғына үткәреп ебәрҙек; йыл һайын рашҡылы йонсоу көндәре менән теңкәгә тейә торған көҙ был юлы һис ҡасан булмағанса ҡоро, аяҙ һәм йылы көндәре менән һөйөндөрҙө.

Тик бындай күренештең эҙемтәһен ер кешеһе - игенсе генә аңлайҙыр, сөнки тап ошо осорҙа тупраҡ ҡышҡы һалҡындарҙы дымға туйынып ҡаршыларға тейеш бит. Уның ҡарауы, алдан күҙаллауҙар буйынса ҡыштың да ғәҙәттәгенән йылыраҡ һәм яуым-төшөмгә мул булыуы көтөлә, тиҙәр. 22 декабрь астрономдар иҫәбе буйынса Ҡояштың үҙәге күк йөҙө экваторының иң алыҫ нөктәһенә күскән мәле була һәм был ваҡыт Ҡояш офоҡ һыҙығына иң яҡын арала торасаҡ. Ҡояш торошо ваҡытында иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн күҙәтелә. Ҡыштың тәүге генә айы булыуға ҡарамаҫтан, "ҡыш бауыры оҙон" тигән һынамыш йәшәп килһә лә 22 декабрҙән көндәр яҙға табан ауыша башлай, тип иҫәпләнә.
Аҡъюлайҙың да үҙенә генә хас иҫтәлекле һәм тарихи көндәре байтаҡ. Шулар араһында төрлө кимәлдәге мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары тарафынан дәррәү күтәреп алынған һәм популярлыҡ яулап өлгөргән Башҡорт теле көнө (14) хаҡында айырым әйтеп китеү фарыздыр. Ошо уҡ айҙа билдәләнеүсе Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституциялары (12.12.1993; 24.12. 1993) һәр гражданға үҙ туған телендә иркен һөйләшергә, аралашырға, уны өйрәнергә, тәрбиә эшендә файҙаланырға, ошо телдә уҡырға, ижад итергә киң мөмкинлектәр бирә. Әйткәндәй, үткән ай башында, 5 ноябрҙә генә, Кремль залында Рус теле буйынса РФ Президенты В. Путин ҡарамағындағы Совет ултырышы булып үткәйне. Унда рус телен үҫтереү, һаҡлау һәм уға ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. В. Путин, көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләнең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, "Беҙгә рус телен һаҡлау, үҫтереү һәм таратыу буйынса ифрат ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, бигерәк тә бөгөн, донъя кимәлендә рус теле киңлектәрен әҙәпһеҙ һәм тупаҫ рәүештә сикләргә, ҡыҫырыҡларға маташыуҙар күҙәтелгәндә", - тип юҡҡа ғына белдермәне. Урыҫ теленең дә дошмандары етерлек һәм улар бер русофобтар ғына түгел, ә ошо йүнәлештә маҡсатлы рәүештә, әүҙем эшләүсе агрессив милләтселәр, тип билдәләне Президент.
Оло йортто ни борсоһа, кесеһендә лә - шул, тип әйтке килә шуға ла билдәле әйтемде үҙгәртә биреп. Рус теле менән бер ҡатар Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булған башҡорт теленә лә бик күп һынауҙар кисерергә тура килә бөгөн. "Башҡорт тарихы, мәҙәниәте һәм теленә ҡарата ата-әсәләрҙә һәм уҡытыусыларҙа әҙәпле һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға тырышыу урынына Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булған башҡорт теленең абруйын ҡаҡшатыусы аҙым эшләнде", - тип билдәләнгәйне РФ Кеше хоҡуҡтары буйынса Президент ҡарамағындағы Советтың күсмә ултырышындағы (Өфө, 25-28 март, 2019 йыл) документында. Һөҙөмтәлә Совет Башҡортостан Хөкүмәтенә республика халҡы араһында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса программа эшләргә тәҡдим итте. Ул республикала башҡорт теленә эйә халыҡ өлөшөн арттырыу, ике теллелекте тотороҡло һаҡлау йүнәлешендә эшләргә тейеш, тип ҡарала. Был документта шулай уҡ БР Мәғариф министрлығына элек башҡорт теле уҡытылған мәғариф учреждениеларында уны уҡытыуҙы ҡайтанан тергеҙергә, туған тел дәрестәрен үҙ белдеклелек менән факультатив сәғәттәргә күсермәҫкә, башҡорт теле предметы сәғәттәрен ҡыҫҡартмаҫҡа тигән бурыс йөкмәтелде. Билдәле ғалим, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Хәлил Барлыбаев тап ошо хаҡта күптән түгелге үҙенең интернет-сәхифәһендә "Талаш алмаһы түгел, ә республиканы нығытыу сараһы: нисек итеп башҡорт телен һаҡларға?" тигән мәҡәләһе менән сығыш яһағайны. Автор менән килешмәү мөмкин түгел: әсә телен һанламауҙа башҡорттар үҙҙәре лә, шул уҡ ваҡытта дәүләт мәғариф системаһы ла, тел сәйәсәте һәм йәмғиәткә идара принциптары ла берҙәй үк ғәйепле.
Үкенескә, ашаған табағына төкөрөүсе хөсөтсөләр һис тынсый алмай. Яңыраҡ ҡына туған тел уҡытыусыларының Мәскәүҙә булып үткән Бөтә Рәсәй мастер-класс финалына "саҡырылмаған ҡунаҡ" сифатында әрһеҙләшеп барып, республика йөҙөн таплап ҡайтырға эшкингән шулай ҙа Өфөнөң 69-сы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы исемен йөрөтөүсе Лариса Удинцева тигән берәү. Башҡорт телен генә түгел, ә үҙе йәшәп-эшләп, тамаҡ туйҙырған (ә, бәлки, ошонда уҡ тыуғандыр ҙа?) ере - Башҡортостандың тарихын да, мәҙәниәтен дә, әҙәбиәтен дә белергә теләмәүе, уҡыусыларға ла уның кәрәк түгеллеге тураһында зарланып ҡайтҡан, тиҙәр. Хәйер, бындай айырым хөсөтсөләр сөңкөлдәүенә иғтибар итеп тороу кәрәкме икән? Эт өрә торор, тәгәрмәс алға тәгәрәй бирер. Тимәк, мәсьәләгә уяуыраҡ, объективыраҡ ҡарарға ла сәбәптер был. Ә шулай ҙа барыбер һуңғы осор йәмәғәтселектә туған тарих, мәҙәниәт һәм тел мәсьәләләренә ҡарата күңел имшеүе, ҡыҙыҡһыныу осҡондарын шәйләмәү ҙә мөмкин түгел. "БР дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында" указға ҡул ҡуйылып, тап ошо көн мәшһүр мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәндән һуң әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә туған телебеҙҙә аралашыу, уны популярлаштырыу буйынса байтаҡ матур башланғыстарға нигеҙ һалынып өлгөрҙө: башҡорт теле, тарихы, мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарға республика Башлығы гранттары, башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттар, һәр төрлө конкурстар, башҡорт телен компьютер технологияларына индереү буйынса комплекслы программалар төҙөү һәм башҡа бик күп шундай саралар, һис һүҙһеҙ, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, үҙ асылы - әсә теле мөхитенә ҡайтып, уның ҡәҙеренә төшөнөүселәр һаны тағы ла күберәк булыр, тип өмөтләндерә.
Аҡъюлайҙа Бөтөн Рәсәй хоккей көнө, Бөтөн донъя СПИД менән көрәш (1), Билдәһеҙ һалдат, Юрист, Халыҡ-ара инвалидтар көндәре (3), Информатика (4), Халыҡ-ара ирекмәндәр (5), Бөтөн донъя балалар телевидениеһы һәм радиоһы, Рәссам көндәре (8), Ватан Геройҙары, Халыҡ-ара коррупция менән көрәш (9), Кеше хоҡуҡтары, Бөтөн донъя футбол көндәре (10), Халыҡ-ара тауҙар көнө (11), Халыҡ-ара сәй (15), ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре (18), Халыҡ-ара фәҡирҙәргә ярҙам көнө (19), Кешеләрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө (21), РФ ҡотҡарыусыһы (27), Халыҡ-ара кино (28) көндәре билдәләнәсәк.

Аҡъюлайҙа тыуғандар:
8 - Рәсәй Федерацияһы Геройы Мансур Рафиҡовҡа ( сығышы менән Күгәрсен районынан) - 55 йәш (1964).
15 - йырсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғүмәр Әбделмәновҡа - 90 йәш (1929).
30 - ҡурайсы, педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемдәрендәге, шулай уҡ Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Мөхәмәт Түләбаевҡа - 75 йәш (1944).

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.19 | Ҡаралған: 602

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru