Гәзиттең бер һанында Психолог менән Ҡатындың ирҙәр хыянаты тураһындағы диалогы баҫылғайны. Ҡатын ролендә сығыш яһаусы үҙен борсолоуҙар менән йәшәргә мәжбүр иткән хәлдәрҙе мөмкин тиклем йәшермәй әйтә, күңелен асып бирә алһа, Психолог бар йәһәттән уны тынысландырырға тырыша, тормоштағы ысынбарлыҡты нисек бар, шул килеш ҡабул итергә өндәй. Бик хуп. Киләсәктә лә ошондай йүнәлештәге асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр дауам итер тип ышанып, әңгәмәне уҡығандан һуң тыуған ҡайһы бер фекерҙәремде яҙып китмәксемен.
Күңелең ни ти һуң?
Ҡатын менән Психолог араһында барған әңгәмәнең юл аҫтындағы фекере, әйтелмәгән өлөшө, минеңсә, ир-ат хыянаты. Һөйләшеүҙә был хаҡта ишара ғына бар, әммә уларҙы ошондай асыҡтан-асыҡ әңгәмә ҡорорға мәжбүр иткән сәбәп шулдыр. Ҡатын барыбер ҙә эстән генә "Ирем миңә башҡа кеше менән хыянат итә, шуға күрә ваҡытында өйгә ҡайтмай", тип шикләнә һәм шул шиген Психологҡа башҡа һүҙҙәр менән аңлатырға, ысын шиген йәшерергә маташа. Ислам дине буйынса бары тик дүрт кешенең шаһитлығында ғына иҫбат ителгән ғәйеп "хыянат" тип атала. Тимәк, әгәр ҙә кемдеңдер үҙеңә ҡарата хыянатын раҫлауҙа һинең дүрт шаһитың юҡ икән, тик шикләнеүең арҡаһында ғына уны хыянатта ғәйепләйһең икән, үҙең үк гонаһҡа батаһың булып сыға. Тимәк, әгәр ҙә әлеге Ҡатын ваҡытында йорт асҡысын килтереп еткермәгәне өсөн генә ирен үҙен яратыу-яратмауҙа ғәйепләй икән, тимәк, ул уны ғәйепһеҙгә рәнйетә, тип кенә баһалап булалыр.
Икенсенән, хатта ки Ҡатындың иренең үҙенә хыянат итеүе хаҡында дүрт шаһиты булған хәлдә лә, был, ысынлап та, хыянатмы һуң? Минеңсә, һәр бер хыянат - хыянат түгел. Ни өсөн тигәндә, бары тик сит ҡатындарҙың наҙын татып ҡарағандан һуң ғына үҙ ҡатынымды ысынлап яратырға өйрәндем, тип әйтеүсе ирҙәрҙе күп осратҡаным бар. Сафлыҡты таныр өсөн - хаслыҡты белеү, бөйөклөктө күрер өсөн түбәнлекте тойоу фарыз, тигән аңлау ҙа бар.
Минеңсә, ысын хыянат - ул күңелең менән хыянат итеү, хатта ки енси яҡынлыҡ булып та, ундай мөнәсәбәткә инеүсе кеше менән күңел уртаҡлығың булмаһа, был хыянат түгел, бары хәшәрәтлек һәм хаслыҡ ҡыналыр. Шул уҡ ваҡытта, енси яҡынлығың булмаһа ла, күңелең менән икенсе кешегә бирелеү - был хыянаттың хыянатылыр. Кем нисек уйлайҙыр, минеңсә, ысын хыянат - күңел хыянаты...
Хаслыҡ
Әҙәм менән Һауа алманы өҙгәне, йәғни тыйылған ғәмәлде башҡарғаны өсөн Аллаһы Тәғәлә уларҙы Ергә һөрә. Кем белә, бәлки, шуның өсөн дә ул емеште алма (йәғни, ҡағылма, теймә) тип атағандарҙыр. Ергә һөргөнгә китеүселәрҙең артынан Иблисте лә эйәртеп ебәрә Аллаһы Тәғәлә. Юҡҡа ғына түгел: уларҙы һәр ваҡыт ғибрәт һәм хаслыҡ менән һынар, аҙып китмәһендәр өсөн иҫкәртеп тороу маҡсатында шулай итә. Ошоларҙан сығып ҡарағанда, Әҙәм балаһының Аллаһы Тәғәләне, дөрөҫ йәшәү ҡанундарын онотоп, тыйылған алмаға үрелә башлауын хаслыҡ һәм хәшәрәтлек ҡылыу тип тә аңлатып була бит.
Тимәк, хөрмәтле Ҡатын, ирегеҙҙең Иблис шауҡымына бирелеп, хайуан инстинктына бәрәбәр хаслығын һәм хәшәрәтлеген һеҙҙең менән уртаҡлашмайынса, икенсе бер ҡатын менән бүлешеүен һеҙҙе бының менән бысратырға теләмәүе тип баһалағыҙ. Ирегеҙ был хаҡта уйламаһа ла, бындай аңлау уның ҡанында һәм түбәнге аңында йәшәй тип аңларға кәрәк. Ул бит ошо юл менән һеҙҙе һаҡлай ғына. Ул үҙенең сафлығын һеҙгә генә биргән, хаслығын ғына башҡаларға өләшә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, һәр бер хыянат хыянатмы икән? Ирегеҙҙең был осраҡта Иблискә илтифат итеүе, иң тәүҙә, Аллаһы Тәғәлә алдында хыянат итеүе ул. Һеҙ был осраҡта бары ошо хыянаттың һөҙөмтәһен генә күрәһегеҙ. Шулай түгелме ни?
Дөрөҫ аңлатма
Беҙ күп осраҡта хыянат ише хәлдәргә тарыйбыҙ ҙа, тормошобоҙ емерелде, яҙмышыбыҙ селпәрәмә килде, барыһы ла бөттө, тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә әҙер генә торабыҙ. Ошондай ауыр саҡтарҙа Ҡөрьән сүрәләрен, хәҙистәрҙе уҡырға тәҡдим итер инем. "Әҙәм балаһы өсөн иң ауыры - насар уй, көнләшеү һәм шомланыуҙыр. Һеҙгә уларҙан сығыу юлын өйрәтәм: насар уйҙа икәнһегеҙ - уны бойомға ашырмағыҙ, көнләшәһегеҙ икән - ҡанығыҙҙы ҡайнатмағыҙ, шомланаһағыҙ икән - уны үткәреп ебәрегеҙ" тип әйтелә бер хәҙистә. Минеңсә, ошонда ғына ла юғарыла килтерелгән барлыҡ дәлилдәргә етди ишара бар. Иң мөһиме, күңелеңә Иблис ултыртҡан шигеңде үрсетмәҫкә генә кәрәктер. Икенсенән, бар нәмә теге йәки был хәлгә, ваҡиғаға дөрөҫ итеп аңлатма, баһа биреүҙән дә тора бит. Хатта ки, ирегеҙҙең йәки ҡатынығыҙҙың һеҙгә хыянаты уның күңел кимәлендә булһа ла, быны хыянат тип баһаламаҫҡа мөмкин. Нисек итепме? Ошолай уйлап:
- уның сафлығы барыбер миндә, ярай әле хаслығын башҡаға бирә;
- тойғоһо - миндә, хайуан инстинкты, хәшәрәтлеге - башҡала;
- ул минең ҡәҙеремде башҡанан ҡәҙерһеҙлек, хаслыҡ, золом тойғас ҡына аңлаясаҡ;
- дүрт яғы ҡибла, ул миңә түгел, үҙ-үҙенә хыянат итте, Аллаһы Тәғәлә алдында гонаһ ҡылды;
- мин уны юғалтманым, ул үҙе мине юғалтты һ.б.
Хөрмәт ИБРАҺИМОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА