«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӘНҺҮРӘТ ҮҘЕБЕҘСӘ ҺӨЙЛӘШӘ
+  - 

Өфөнөң "Родина" кинотеатрында яңы BALALAR проекты сиктәрендә кескәйҙәр өсөн башҡорт телендәге үҫтереүсе йәнһүрәттәр серияһынан беренсе йәнһүрәт күрһәтелде. Уның темаһы - "Төҫтәр һәм йыл миҙгелдәре". Проект республика Башлығы грантына ғәмәлгә ашырылған.

Премьера уңайынан кинотеатр холында Урал батыр һәм Айһылыу ҡатнашлығында мауыҡтырғыс уйындар, бейеүҙәр, шулай уҡ һабын ҡыуыҡтары шоуы, аквагрим менән балалар байрамы ойошторолдо. Һәр бала бүләккә йәнһүрәт геройҙары менән йәбештергестәр һәм шарҙар алды. Кинотеатрҙың ҡыҙыл залы туп-тулы ине. Премьераға ата-әсәләр туғыҙ айҙан биш йәшкәсә балалары менән килгән. Йәнһүрәттәр тап ошо йәштәге балалар өсөн төшөрөлгән. BALALAR проекты кескәйҙәрҙе туған тел мөхитендә үҫтереүгә йүнәлтелгән. Премьеранан һуң проекттың ижади төркөмө ҡатнашлығында сессия уҙҙы. Проект инициаторҙары һәм етәкселәре - Рузилә һәм Илдар Кинйәбулатовтар; проекттың pr-менеджеры Фатима Янбаева; йәнһүрәттең төп геройҙарын тауышландырған балалар: Бесәй - Азалия Ҡоләхмәтова, Төлкө - Йәмилә Хисаметдинова, Бүре - Искәндәр Мөхәмәтйәнов, Айыу - Илназар Әхмәтйәнов. Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, биш үҫтереүсе йәнһүрәт, ике мобиль ҡушымта, үҫтереүсе онлайн һәм офлайн карточкалар, әлифба һәм балалар өсөн башҡа әсбаптар сығарыу күҙаллана. Уларҙың барыһы ла balalar.org порталында туплана. "Өлкәндәр һәм олораҡ балалар өсөн өҫтәл уйынын булдырырға уйлайбыҙ. Был Scrubble уйынының башҡортса аналогы була", - тип хәбәр итте проект авторы һәм етәксеһе Рузилә Кинйәбулатова.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 989

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru