«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАРҺЫЛЫУЫБЫҘҘЫ БАШҠОРТСА КЕЙЕНДЕРӘЙЕК!
+  - 

Күп йылдар инде боронғо башҡорт кейемен тергеҙеү менән шөғөлләнәм. 3D-принтер ҡулланып, биҙәүестәрҙе үҙем дә эшләйем. Яңы йыл алдынан башҡорт Ҡыш бабайына, башҡорт Ҡарһылыуына милли кейемдәр ижад итергә кәрәк, тигән уй төштө башыма. Һәм халыҡ араһында танылыу яуларлыҡ, үҙенсәлекле костюм тегеүҙе маҡсат итеп эшкә тотондом.

Бер ай самаһы Ҡарһылыуҙың биҙәүестәре әҙерләнде, уларҙы ниндәй төҫтәрҙе ҡулланып эшләү хәл ителде. Һөҙөмтәлә, традицион башҡорт кейеменән алыҫ китмәҫкә булдыҡ. Сөнки беҙгә тиклем барыһы ла уйлап табылған, барыһы ла матур, зауыҡлы. Ниһайәт, БР "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы, биҙәүестәрҙең 3D-моделдәрен эшләүҙә ярҙам иткән дуҫым Салауат Ғәниев, уларҙы тегеүсе әсәйем Зөлфиә Ғатауллина менән берлектә бер ай эсендә ике костюм тектек. Ҡарһылыу образы ҡашмау, селтәр, аҡ күлдәк һәм күк камзул ярҙамында һынландырылды. Ҡарһылыуҙың ҡашмауы һәм селтәре нигеҙенә ҡыҙыл туҡыма урынына күк төҫтәген ҡулландыҡ, ҡыҙыл мәрйендәрҙе аҡ сәйләнгә алмаштырҙыҡ һәм көмөш тәңкәләр урынына ҡар бөртөктәре формаһындағы пластик биҙәүестәр тектек. Башҡорт милли кейемен тулыһынса эшләп бөтөү мөмкин түгел, элек тә ир-егеттәр алыҫ походтарҙан ҡатындарына тәңкәләр, миҙалдарын алып ҡайтып бирер булған һәм селтәрҙәргә яңы элементтар өҫтәлгән. Ошо боронғо ғәҙәткә таянып, муйынсаҡтан эшләнгән таждар һатып алып, Ҡарһылыуҙың ҡашмауына тегеп ҡуйҙыҡ. Киләсәктә Ҡарһылыу костюмдарын төрлөләндереп эшләргә тырышасаҡбыҙ, әммә ҡанундарҙан тайпылыштар булмаясаҡ. Әйткәндәй, Ҡыш бабай ҙа юлда, Яңы йылға тиклем уны ла киң йәмәғәтселеккә сығарып өлгөрөрбөҙ, тип ышанам.
Балалар - беҙҙең киләсәк, тигән бөтәһенә лә билдәле һүҙҙәр бар. Әммә Башҡортостандағы балалар бәләкәйҙән башҡорт мәҙәниәтендә, башҡорт рухында тәрбиәләнә ала һәм беҙгә Снегурочканы - Ҡарһылыуға, Дед Морозды Ҡыш бабайға алмаштырырға бер нәмә лә ҡамасауламай. Хатта урыҫ атамаларын ҡалдырғанда ла үҙебеҙҙең милли кейемдәрҙә булһындар улар. Беҙ әҙерләгән костюмдарҙы башлап республика һәм Өфө ҡалаһының төп Яңы йыл байрамдарында булһа ла ҡулланырҙар, артабан халыҡҡа оҡшап ҡалһа, киң таралыр һәм Башҡортостандың брендына әйләнер, тип ышанам.

Илдар ҒАТАУЛЛИН,
БР "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсептәре предприятиеһы дизайнер-конструкторы, башҡорт милли кейеме буйынса белгес.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 749

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru