«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
+  - 

Башҡорт теле йылы эгидаһы аҫтында муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында бик күп саралар уҙғарырға тәҡдим ителә. Башҡорт теле йылының һәр айы айырым йүнәлешкә бағышлана, уның сиктәрендә тематик, оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар ойошторола.

Йылдың һәр айының үҙ исеме һәм хештегы бар. Мәҫәлән, ғинуар "Башҡорт теле - дәүләт теле" тип атала, хештег "#дәүләт". Был айҙа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә, социаль селтәрҙә территориаль ҡоролтайҙарҙың аккаунттары булдырыла, башҡорт телендәге алтаҡталарҙа, баннерҙар әҙерләүҙә, социаль рекламала хаталарҙы асыҡлау һәм төҙәтеү эше башлана. Июнь халыҡ ижады билдәһе аҫтында уҙғарыла һәм "Башҡорт теле - халыҡ теле" темаһына бағышлана, хештег "#фольклор". Ошо айҙа фольклорға ҙур иғтибар бүлеү күҙаллана. Территориаль ҡоролтайҙарға халыҡта башҡорт милли мәҙәниәтенә, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар ойошторорға тәҡдим ителә. Был айҙың бурыстары - урындағы фольклорҙы өйрәнеү, халыҡ уйындарын популярлаштырыу, шәжәрә төҙөү, спорттың этник төрҙәре буйынса ярыштар, тиҙәйткестәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу буйынса флешмобтар үткәреү, китапханасылар өсөн семинарҙар уҙғарыу, китап уҡыусылар менән осрашыуҙар. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналған саралар ойошторорға ла тәҡдим ителә. Сентябрь "Башҡорт теле - ижад теле" тип атала, хештег #ижад. Ижади түңәрәктәр, культпоходтар, һәүәҫкәр театрҙар, спектаклдәр күрһәтеү аша телде өйрәнеү ойошторола. Шулай уҡ ғаилә менән йөрөү өсөн йәкшәмбе мәктәптәре асыла. Ноябрь "Башҡорт теле - моңло тел" исеме аҫтында үткәрелә, хештег #музыка. Был айҙа балалар йырҙары район интернет-конкурстары, "Йырлаусы ауыл" сиктәрендә конкурс, Композиторҙар союзынан "Үҙешмәкәр композитор" һәм башҡа саралар уҙғарыла.
Һәр тематикаға ҡағылышлы сараларҙы фото һәм видеоматериалдар менән дәлилләргә кәрәк. Методик тәҡдимдәрҙә саралар буйынса тулыраҡ аңлатмалар бирелгән. Йыл концепцияһы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтына урынлаштырыла.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 984

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru