«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТЕБЕҘ МЕНӘН БӘХЕТЛЕБЕҘ ҺӘМ РӘХМӘТЛЕБЕҘ
+  - 

Ташҡа баҫылған һүҙҙең ҡөҙрәте ҙур икәнен бәләкәйҙән аңлатып үҫтерҙеләр. Заманында өйгә килгән тиҫтәләгән гәзит-журналдарҙы ҡәҙерләп-һаҡлап ҡына ҡат-ҡат уҡый инек. Ҡайҙа ти уларҙы туҙҙырып һалып ҡуйыу йәки йыртыу! Һәр баҫманың үҙенең тәғәйен урыны булды, алып уҡығас, кире урынына ҡуйыу мотлаҡ ине. Ә хәҙер бөтә нәмәнең ҡәҙере китте, бер көнлөккә әйләнде. Ләкин минең кеүек оло быуын кешеләре барыбер ҡулына ҡыштырлатып гәзит тотоп уҡымаһа, күңеле булмай. Шуға күрә әле булһа беҙҙең йортҡа республикала сыҡҡан гәзит-журналдар килеп тора.

Шулар араһында ҡулыма иң тәүҙә "Киске Өфө"нө алам. Шәмбе көнө төшкә ҡарай хат ташыусыны көтә башлайым, ул килеп гәзиттәрҙе ҡуйып киткәс үк сығып ала һалам. Гәзит шәхсән миңә нимәһе менән оҡшай? "Киске Өфө", гәзит һаны тулһа булды, тип эшләмәй, уның һәр мәҡәләһе, хатта бер нисә юллыҡ ҡына яҙмаһы ла, гәзит уҡыусыны уйландыра, теге йәки был тема буйынса фекер төйнәргә ярҙам итә. Бөгөнгө көндә барған хәл-ваҡиғаларға аңлайышлы анализ эшләй авторҙар, шул уҡ ваҡытта уны үҙеңә артабан да үҫтереп, донъя яңылыҡтары тураһында, бөгөнгө йәшәйешебеҙ хаҡында уйланырға этәргес бирә.
Донъяуи мәсьәләләргә, бөгөнгө замандаштар тормошон һәм эшмәкәрлеген яҡтыртыуға, халҡыбыҙҙың тарихын ентекләп өйрәнеүгә этәреүсе мәҡәләләре менән баһалы "Киске Өфө". Тәү ҡарашҡа бәләкәй генә булып күренгән күренеште лә шундай мәғәнәле, әһәмиәтле, уҡымлы итеп бирә редакция хеҙмәткәрҙәре, бөтә күңелде биреп уҡыйһың. Тағы шуны билдәләгем килә: ҡоролоҡ юҡ гәзит битендә, һәр мәҡәлә "һутлы" тел менән яҙыла.
Ошо йылдар эсендә башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә ҙур көс һалыусылар тураһында мәҡәләләр баҫылды гәзиттә. Беҙ өҫтән генә белгән тарихыбыҙҙы "сәйнәп ҡаптырыусы" тарихсыларыбыҙ менән әңгәмәләр эшләнде "Киске Өфө"лә. Ең һыҙғанып эшләп йөрөүсе, эшҡыуарлыҡ тигән өлкәлә үҙҙәрен киң танытып өлгөргән һәм аяҡтарында ныҡ баҫып тороусы егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ тураһында хәбәрҙар булдыҡ баҫма биттәренән уҡып. Табип, юрист, уҡытыусы һәм башҡа һөнәр эйәләре менән тәфсирләп эшләнгән интервьюлар уҡып, был тармаҡтарҙың үҙенсәлектәренә төшөндөк. Телевизор экрандары аша ғына күреп-белгән сәйәсмәндәр һәм депутаттар менән эшләнгән мәҡләләрҙе уҡып, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар таптыҡ.
Милли рухҡа баҫым яһаған, башҡортто берләштереүсе, аралаштырыусы, уны бөтә яҡлап та ҡайғыртыусы гәзиткә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйем. Беҙ, "Киске Өфө"нөң меңәрләгән гәзит уҡыусылары, ошондай баҫмабыҙ булыуы менән бәхетлебеҙ һәм уға рәхмәтлебеҙ.

Марат СИБӘҒӘТУЛЛИН.
Күгәрсен районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.20 | Ҡаралған: 535

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru