«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАР ӨФӨЛӘ БАҺАЛАНДЫ
+  - 

Белемлелек - арыҫландан көслө батыр булыуын иң яҡшы белгән һөнәр эйәләре уҡытыусыларҙыр. Ни тиһәң дә, тап улар балаларға ошо хәҡиҡәт тураһында һөйләй, батырлыҡты үҙ өлгөһөндә һәм хеҙмәте аша күрһәтә. Ошо көндәрҙә Өфөлә йомғаҡ яһалған "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2020" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020" конкурстары ла белем кимәленең, һөнәри оҫталыҡтың ниндәй көскә эйә булыуын аңғартты.

Был һөнәри конкурстар йыл да уҙғарыла һәм унда баш ҡала педагогтары бик актив ҡатнашып килә. Быйыл 50 белем усағынан 16 төрлө предмет буйынса йәмғеһе 59 педагог ҡатнашты, улар араһынан ун бише - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Республика кимәлендә Өфө ҡалаһы намыҫын яҡлау хоҡуҡтары "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2020" тип танылған 56-сы мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов менән "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2020" исеменә лайыҡ булған 17-се мәктәп уҡытыусыһы Илсиә Сирьяждановаға (һүрәттә) бирелде.
Әйтергә кәрәк, Дамир Илдус улының эш стажы ни бары 2 йыл булыуға ҡарамаҫтан, ул бик күп һөнәри конкурстарҙа ҙур баһаларға өлгәшкән, ә былтыр "Педагогик дебют" район конкурсы еңеүсеһе булған. Уҡыусыларға белем биреүҙән тыш, үҙе лә һәр яҡлап камиллашыуҙы дауам итә һәм әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетында аспирантурала белем ала. Ә бына Илсиә Сирьяжданованың хеҙмәт стажы 10 йыл һәм ул уҡытыусы күңелендә эшенә лә, балаларға ла ҡарата һөйөү йөрөтөү мөһим, тип иҫәпләй.
- Был һөнәри конкурста икенсе тапҡыр үҙемде һынап ҡараным, быға тиклем 2014 йылда йәш педагогтар араһында ярышып, еңеүселәр исемлегенә ингәйнем. Ул ваҡыттан алып конкурс бик күп ыңғай үҙгәрештәр кисергән: яңы һынау төрҙәре өҫтәлгән, талаптар һәм кимәл күтәрелгән, - тип һөйләне Илсиә Рәсүл ҡыҙы. - Мәҫәлән, быйыл "Кластан тыш сара" тигән һынау булды һәм коллегалар менән түңәрәктәге дәрес, айырым берәй тематик сара формаһында таныш булмаған балаларға мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрҙек. Мин 2-се Башҡорт лицейы уҡыусыларына Башҡорт теле көнөнә арналған "Тел белгестәре" тигән турнир ойошторҙом. Беҙҙең өсөн "Түңәрәк өҫтәл" һәм "Эссе" һынауҙары традиционға әйләнгән, шулай ҙа беренсеһенең темаһы һәм жюри менән әңгәмәләшкәндә көтөлмәгән һорауҙар биреү ихтималлығы бар. Ә икенсеһе бына нисә йылдар дауамында артыҡ ҙур үҙгәрештәр кисермәй һәм "Мин - уҡытыусы", "Мин - заман уҡытыусыһы", "Мин- XXI быуат уҡытыусыһы" тигән темаларға эссе яҙабыҙ, быйыл "Минең һөнәри хаталарым" тураһында фекер төйөнөн һүттек. "Оҫталыҡ дәресе"ндә мин редакцияла ҡунаҡта тигән эш формаһын алып, дәресемдә ҡатнашыусылар корректор, версткалаусы, мөхәррир эшен - хаталарҙы төҙәтеү, гәзиткә атама уйлау, һөйләмдәрҙе тулыландырыу кеүек төрлө күнегеүҙәр үтәне. Ғөмүмән алғанда, конкурста быйыл бик тәжрибәле коллегалар ҡатнашты, арабыҙҙа бер генә йәш уҡытыусы булды. Хәҙер республика кимәлендәгеһенә әҙерләнәм, ундағы яңылыҡтар әле үк күңелгә ятты - быйыл тәүге тапҡыр милли кейемдәрҙе презентациялау этабы була. Тулҡынланып март айын - конкурсҡа старт бирелеүен көтәм.
Конкурстарҙы ябыу тантанаһы барышында шулай уҡ өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары араһында "Сердце отдаю детям", "Педагог-эҙләнеүсе" һәм "Педагог - оҫта" ҡала конкурстары еңеүселәренә лә наградалар тапшырылды. "Бөгөн һөнәри абруй ҡаҙаныу көнө. Был залда үҙ көсө һәм ижады менән кескәй уҡыусыларының йөрәгенә дәрт һала белгәндәр йыйылған. Конкурстанттар оҫталығын һәм иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтә алды. Йылдан-йыл беҙҙең педагогтар йәштәргә тәжрибәһен тапшыра килеүенә һәм балаларыбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа булыуына ҡыуанабыҙ", - тине барыһын да тәбрикләп Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ысынлап та, үҙ тәжрибәһен йәшерәк коллегаларына тапшырһа, педагогтарыбыҙ конкурстарҙан бөртөкләп йыйнап ҡайтҡан оҫталығын эшендә, еңеүҙән күтәрелгән күңел йылыһын, дәртен уҡыусыларына бүләк итә. Бына ошоноң менән дә әһәмиәтлелер һөнәри конкурстарҙа еңеү яулауҙар.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.20 | Ҡаралған: 540

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru