Беренсе квартал - отчеттар һәм киләсәккә пландар билдәләү ваҡыты. Был йоланан Өфө ҡалаһы хакимиәте лә ситтә ҡалманы. Ошо көндәрҙә ҡала округы Cоветының Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡан ултырышында көн үҙәгенә сығарылған 18 мәсьәләнең иң мөһиме, моғайын, ҡала хакимиәте башлығының уҙған 2019 йылда Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары буйынса яһалған отчетын тыңлау булғандыр.
Үҙенең сығышында Өлфәт Мостафин властың халыҡҡа асыҡ булыуы, улар менән бәйләнештә эшләүе, фекерҙәрен тыңлауы, ишетеүе һәм ҡолаҡ һалыуы, проблемалы мөрәжәғәттәр буйынса эш алып барылыуы тураһында билдәләне, сөнки дәлилле конструктив тәнҡит эште тағы ла яҡшыртыуға этәргес булып тора. Быға дәлил итеп ул былтыр хакимиәткә 65 мең мөрәжәғәт килеүен һәм уларҙың һәр береһе иғтибарға алыныуы хаҡында белдерҙе.
Әлбиттә, үҫеш, тәү сирата, иҡтисадҡа ныҡ бәйле. Былтыр ҡала бюджеты килеме 19,6 процентҡа артҡан һәм 33 миллиард һумдан ашып киткән. Сығымдар 32,4 миллиард һум булған, йәғни йыл профицит менән тамамланған. Кредиттарҙы килем иҫәбенә ябыуҙан муниципаль бурыс күләме 100 миллион һумға кәмегән, шулай уҡ кредит килешеүен ҡайтанан ҡарау һөҙөмтәһендә муниципаль бурысты хеҙмәтләндереүгә киткән сығымдарҙы кәметеүгә өлгәшенгән, йәғни проценттар түләү буйынса экономия 185 миллион тәшкил иткән. Былтыр сәнәғәт етештереүе темпы 104 процент булған, ҡала иҡтисадына инвестициялар күләме 4 миллиард һумға артып, 102 миллиард һумдан ашҡан.
Хакимиәт башлығы үҙ сығышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт хеҙмәтләндереүе, урамдарға яҡтылыҡ үткәреү системаһын модернизациялау, йәшелләндереү, капиталь ремонт һәм ял итеү зоналарын, скверҙарҙы реконструкциялау мәсьәләләренә лә туҡталды. Былтыр ҡаланы төҙөкләндереү маҡсатына 1 миллиард һумдан ашыу сумма тотонолһа, быйыл ул ике тапҡырға арттырыласаҡ. Әйткәндәй, ҡалала бер үк ваҡытта бер нисә проект тормошҡа ашырыла, шулай уҡ йыл һуңына тиклем ҡала үҫешенең Генераль планын эшләп бөтөү ҙә мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
Радий Хәбиров яңы команда эшләй башлағандан һуң баш ҡалала ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен билдәләп, баш ҡаланы артабан да үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләне. Улар ер һәм милек мөнәсәбәттәренә, территорияны төҙөкләндереүгә, йәмәғәт транспорты эшмәкәрлегенә һәм башҡа өлкәләргә ҡағыла.
"Ҡала командаһы тырышты, эшләне, әммә быға тиклем республиканың дәүләт власы органдары менән мөнәсәбәттәрҙең дөрөҫ көйләнмәүе баш ҡала үҫешен тотҡарлап торҙо. Йәмғиәттә төшөнкөлөк, үҙ көсөңә ышанмау хөкөм һөрҙө, - тине төбәк Башлығы. - Әлбиттә, бер йыл эсендә ҡаланы тулыһынса үҙгәртеү мөмкин түгел. Әммә хәҙер эш планлы, тыныс бара".
Радий Хәбиров баш ҡалала таҙалыҡ булдырыу кеүек проблемаларҙы хәл итеү кәрәклеген белдерҙе: "Әгәр беҙ ҡаланы бысраҡтан таҙартмаһаҡ, үҙебеҙҙән һуң ыңғай фекер ҡалдыра алмаясаҡбыҙ. Мин быға тиклем дә Өфөләге ҡыштың һәм ҡарҙың торлаҡ-коммуналь йәки хужалыҡ ҡына түгел, ә сәйәси проблема булып тороуы тураһында белдергәйнем. Тап ошо нигеҙҙә халыҡтың властарға ышанысы кәмегән". Республика Башлығы баш ҡалала таҙалыҡ булдырыуға аҙымлап барырға кәрәклеген билдәләне. "Алға барыу мөмкинлегебеҙ, йылдарға һуҙылған, "ҡартайған", ҡул һелтәп ҡуйылған бик күп проблемаларҙы хәл итеп, беҙ Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары рәтенә баҫа алабыҙ", - тине ул.
Республика Башлығы Өфө халҡын ҡылыҡһырлап: "Улар - ябай ғына граждандар түгел. Улар республиканың иң юғары интеллектлы, иң белемле, үҙаллы һәм төрлө ҡалыптарҙан азат фекер йөрөткән категория", - тип белдерҙе һәм шуға ла улар менән ышаныс нигеҙендәге мөнәсәбәттәр төҙөүе еңелдән булмауын, ә инде әгәр баш ҡаланы, уның халҡының кәйефен үҙгәртмәгәндә, республика алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәү мөмкин булмаясағына баҫым яһаны.
Радий Фәрит улы шулай уҡ төҙөлөш өлкәһенә, атап әйткәндә алданған өлөшсөләр, социаль объекттар, шул иҫәптән мәктәптәр етешмәүенә иғтибар бүлде. Ул Өфөнөң нисек итеп "финанс-иҡтисади пикенан" сығыуын да билдәләне: "Бер йыл эсендә ҡала хакимиәте менән республика Хөкүмәте ҡулға-ҡул тотоношоп эшләп, ҙур миллионлы, күп миллиардлы бурыс мәсьәләһен хәл итте. Хәҙер ҡала бюджеты дефицитта түгел, ә профицитта".
2024 йылда баш ҡала Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығын билдәләйәсәк. Республика Башлығы ошо йәһәттән теейшле Указ ҡабул итеү буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итәсәген белдерҙе. "Был бик мөһим дата. Тейешле документтар әҙерләнә һәм ил етәксеһенә сығасаҡмын. Әммә указ көтөп ятырға кәрәкмәй, әҙерлек эштәрен алдан башлау зарур. Республика Хөкүмәте ярҙам итергә әҙер. Өфө уны нисек ҡаршылар? 450 йыл, әлбиттә, юбилей түгел, әммә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеп, алға барыу юлын табырға мөмкин", - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығының был һүҙҙәре хәтергә уйылып ҡалған "күктән көтмәгеҙ, бәхет тик килмәҫ" тигән шиғыр юлдарын иҫкә төшөрҙө.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА