«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРМЕЛӘРГӘ БАРҺАҢ ИНЕ ҺӨЙГӘН ЙӘРҘӘРЕҢ МЕНӘН
+  - 


"Йәшлек" гәзите һандарының береһендә "Ҡыҙҙарға нисек хәрби булырға?" тигән һорауға яуап баҫылғайны. Был тема "Киске Өфө"нө уҡыусы ҡыҙҙарыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындыралыр, тип уйлап, отставкалағы хәрби табип булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәрби хеҙмәтенең нескәлеген бер аҙ яҡтыртып китмәк булдым. Гүзәлдәребеҙгә бер талай аныҡ ҡына кәңәштәр ҙә бирергә ниәтем.

Кемдәр улар - хәрби ҡатын-ҡыҙҙар? Тарихыбыҙҙы байҡаштырһаҡ, бик боронғо өләсәйҙәребеҙҙең өләсәйҙәре араһында ла сая ҡыҙҙар булғаны, уларҙың ирҙәре менән бергә яу сапҡаны хаҡында хикәйәттәр етерлек. Һуңғыраҡ тарихыбыҙҙа, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла яу яландарында - алғы һыҙыҡта яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеүсе санитар һәм шәфҡәт туташтары, шулай уҡ элемтәселәрҙең күпселеге ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған. Әлеге көндә лә гүзәлдәребеҙ әрмелә үҙҙәрен һынатмай. Беҙ хеҙмәт иткән дивизияла яҡташ ҡыҙҙарыбыҙ ҙа байтаҡ ҡына ине. Учалы ҡыҙы Сәүиә, Белореттан Рита, Салауат районынан Миләүшә, Әлшәйҙән Нурия, Люциә, Ҡалтасынан Лена һәм башҡалар хеҙмәт иттеләр. Улар башлыса үҙҙәренең офицер йә прапорщик булған хәләл ефеттәренә эйәреп килгәйнеләр. Хәҙерге көндә хаҡлы ялдалыр инде улар.
Тураһын әйтергә кәрәк: ҡатын-ҡыҙҙарҙың әрме хеҙмәте лә бик еңелдән түгел! Төп һөнәренән (элемтәсе, табип, шәфҡәт туташы, ашнаҡсы һәм башҡа) тыш, ир-егеттәр менән бер рәттән хәрби формаға ҡайыш тағып, итек кейеп, стройҙа йөрөү булһынмы ул, әленән-әле "полевое" учениеларға сығып, ҡырҙа палаткаларҙа йәшәүме, автомат-пистолеттарҙан атыу йә спорт күнекмәләреме - улар һәр саҡ алғы сафта. Хәрби хеҙмәт юлын һайлаған ҡыҙҙарыбыҙға етди, хатта бәғзе ваҡыт уҫал командирҙарҙың бойороғон һис һүҙһеҙ үтәп йөрөү кәрәклеген, "Есть!" тигәндән башҡа һис бер нәмә әйтергә тейеш булмауын да күҙ уңынан ысҡындырыу ярамай. Командир менән бәхәсләшеү ҡәтғи тыйыла. Уның теге йәки был бойороғо һинең күңелеңә оҡшап етмәгән, хатта ғәҙелһеҙ һымаҡ булып тойолған хәлдә лә! "Ҡыҙыу нөктәләргә" барып эләгеү ихтималлығын да онотмау зарур. Урыҫтар әйтмешләй, служба - есть служба. Әлбиттә, сирләп киткән саҡтар ҙа булғылай, ғаиләле ҡатындар өсөн "декрет ялы"на китеүҙәр ҙә тәбиғи. Бындай осраҡтарҙа илебеҙҙең закондары тулыһынса үтәлә, йәғни ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың хоҡуғы ҡыҫылмай, тимәксемен. Хәрби ҡаласыҡтарҙа балалар баҡсаһы ла, мәктәптәр ҙә бар…
Ә шулай ҙа әйтергә ниәтләгән һүҙем икенсе. Мине һәр саҡ ныҡ ҡына борсоған мәсьәлә - бәғзе бер гүзәлдәребеҙҙең хәрби хеҙмәткә яңғыҙ килеп, ситтәргә тормошҡа сығып китеүе. Үкенескә, ундайҙар менән танышмын. Башҡа милләт кешеләрен бәхетле итеүсе нәфис заттарыбыҙҙы ҡыҙғанам. Башҡа халыҡтар тарафынан беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙың баһаланыуы, бер яҡтан, яҡшы ла, әммә… мин уларҙы һәр саҡ йәлләй инем. Бала сағынан Яҡшығолова, Сәлихова булып үҫкән яҡташ ҡыҙҙарыбыҙҙың артабан Гринько, Кувшинская булып китеүе, сәстәрен һарыға буяттырған, сөм-ҡара күҙҙәренә зәңгәр төҫтәге контакт линза ҡуйҙырған Рәсимәләр - Рая, Фәйрүзәләр Фая булып төрлөләнеүенә ошо көнгәсә "эсем көйә". Бындай ҡыҙҙарыбыҙҙың балалары, әлбиттә, башҡорт булмай… Элегерәк, үҙебеҙҙең Баймаҡ яғында егеттәрҙе әрмегә оҙатҡан саҡта, ошондайыраҡ бер шаян йыр ишеткеләй торғайным:

…Алмабикәм, Алмабикәм, Алмабикәм ҡала бит,
Алмабикәм ҡалмаҫ ине - военкомат ала бит!
Военкомат шау-гөр килә военкомдары менән.
Армияға барһаң ине һөйгән йәрҙәрең менән…

Тап бына ошо йырҙа әйтелгәнсә, офицермы ул, прапорщик йә контракт буйынса саҡырылған сержант, йә иһә рядовой һалдатмы - үҙебеҙҙең егеттәрҙе тормош иптәше итеп һайлап алһындар ине ҡыҙҙарыбыҙ. Яҡташ ир-егеттәребеҙ булмаған бер генә хәрби часть тә юҡтыр, тип уйлайым. Бынамын тигән милләттәштәребеҙ күп әрмелә. Берәй Маруська эләктереп алмаҫ элек, ана шуларҙы "ҡороҡлап" алһағыҙ - һеҙҙән уңған кеше булмаҫ, ҡәҙерле һылыуҡайҙар. Фәлән районыбыҙҙа тыуып үҫкән, әммә хеҙмәт иткәндә икенсе милләт ҡыҙына өйләнеп, йылдар буйына үҙенең ата-әсәһенә сираттағы ялға ла ҡайта алмай йөрөгән бәғзе бер башҡорт офицерҙары менән дә танышмын. Башҡорт ир-егеттәрен барыһы ла ярата. Егеттәребеҙҙең әрмелә нисек баһаланыуҙары хаҡында элек тә йыш ҡына яҙғылай торғайным. Яҡташығыҙ менән тормош ҡорһағыҙ, сираттағы ялға йыл һайын бергә ҡайтып йөрөү өсөн дә яҡшы буласаҡ. Балаларығыҙҙы ла саф башҡортса ғына һөйләшергә өйрәтеү мөмкинлеге булыр. Ситтә йәшәүегеҙгә ҡарамаҫтан, йәшәгән йортоғоҙ, фатирығыҙ - Башҡортостандың бәләкәй генә бер өлөшө һымаҡ тойолор. Үҙ өйөңдә рәхәтләнеп, ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп ултырыуҙары - үҙе бер бәхет бит! Бының менән мин башҡа милләт халыҡтарын кәмһетергә уйламайым, Аллаһ һаҡлаһын! Тик шул ысынбарлыҡты таныйыҡ: улар ҙа (урыҫмы ул, мари йә сыуаш булһынмы) ана шуны - балаларының үҙҙәренең милләттәштәре менән йәрәшеүен теләй бит. Әсәйем мәрхүмәнең "Үҙ йынысығыҙҙы табып донъя көтөгөҙ" тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай. "Йыныс" - ғәрәпсәнән урыҫсаға "принадлежность"(национальная, половая) тип тәржемәләнә. Ата-бабаларыбыҙ борон тәрәнерәк аңлаған һәм ҡулланған был һүҙҙең тик яртылаш мәғәнәһен генә беләбеҙ бөгөн.
Ә ғүмер тигәнең һиҙелмәй генә үтә тора. Һалдат лөғәтендә ошондай бер әйтем йөрөй: "Дембель - неизбежен, как крах империализма". Хеҙмәтегеҙҙе тамамлағас та әлеге ҡатнаш ғаиләлә, кемдең иленә ҡайтырға, тигән мәсьәлә иң беренсе планға сығасаҡ. Шул көн еткәс, һәр кемдең үҙ яғын ҡайыра башлауы - тәбиғи. Крыловтың басняһындағы аҡҡош, суртан, ҡыҫала һымаҡ тартҡылаштар була башлаһа - эш харап! Өҫтәүенә, балаларығыҙ ир етеп, ситтә тамыр йәйеп өлгөргән хәлдә, илгә ҡайтып йәшәү хаҡында бөтөнләйгә оноторға тура килмәгәйе…
Ә инде икегеҙ ҙә бер тирәнән булһағыҙ, отставкаға сыҡҡас - тыуған яғығыҙға шатланышып ҡайтып та етерһегеҙ, ин шәә Аллаһ. Нәҡ тә беҙҙең һымаҡ. Тик маҡтана, тип уйламағыҙ, берүк. Оҙайлы хәрби хеҙмәтте тамамлап, хәләл ефетем Әминә (хәрби званиеһы - старшина) менән бергә Башҡортостаныбыҙға ҡайтып, улдарыбыҙға үҙебеҙҙең яҡтың ҡыҙҙарын килен итеп алып биреп, бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, көнгөр-ҡаңғыр итеп йәшәп ятыуыбыҙға ҡыуанып яҙыуым. Хәрби хеҙмәт юлын һайлаған гүзәлдәребеҙгә бына шундай кәңәшем бар ине. Раббыбыҙ һәммәләребеҙгә иман, һаулыҡ, ғаилә бәхете насип итһен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.20 | Ҡаралған: 521

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru