«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮҒАРЫ БАҪҠЫСҠА КҮТӘРЕР БӘЙГЕ
+  - 

Ниһайәт, Башҡортостандағы иң масштаблы ярыштарға "Торатау" Конгресс-холл бинаһында тантаналы рәүештә йомғаҡ яһалды. Әйткәндәй, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсы 30-сы тапҡыр, ә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы 25-се тапҡыр үткәрелә. "Йәш уҡытыусы" бәйгеһе һөнәри конкурстар араһында иң "йәше" - ойошторолоуына 5 йыл.

Бына ошондай күптән билдәле, абруйлы ярыштарҙа быйыл йәмғеһе 208 уҡытыусы ҡатнашҡан, шуларҙың 54-е башҡорт теле уҡытыусылары, 30-ы рус теле, 16-һы татар теле уҡытыусылары, ә бына йәш уҡытыусылар - 37. Ғәҙәттәгесә, һәр конкурс сиктәрендә бишәр лауреат һайланды һәм иңдәр араһында иң-иңе - абсолют еңеүсе билдәләнде. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында иң юғары баһаға Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы лицейы уҡытыусыһы Нәзилә Низамова (һүрәттә) лайыҡ булды. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы конкурсында икенсе тапҡыр һөнәри оҫталығымды һынайым, - тине ул. - Тәүге тапҡыр 2003 йылда ҡатнашҡайным, ул ваҡытта беҙ асыҡ дәрес күрһәтеп китә инек, аҙаҡ асыу һәм ябыу тантаналарына ғына килдек. Хәҙер иһә, һынауҙарҙың һаны, педагогтарға ҡуйылған талаптар артҡан һәм был бик яҡшы күренеш. Быйыл тәүге тапҡыр һөнәри конкурсыбыҙҙа милли кейемде презентациялау һынауын индереүҙәре айырыуса күңелгә ятты, иң ҡанатландырғаны шул булды. Мин үҙебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙары кейемен тергеҙҙем. Был эштә ағинәйҙәр, коллегаларым оло ярҙам күрһәтте. Үҙемә генә тип алъяпҡыс тегеп, уны төбәгебеҙгә хас нағыш өлгөләрен өйрәнеп ҡайынылар хатта. Конкурстың был һынауын туған телебеҙ менән бер ҡатарҙан рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға этәргес, тип ҡабул иттем..."
Рус теле уҡытыусылары араһында Өфө ҡалаһының 56-сы мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов, татар теле уҡытыусылары араһында Нефтекама ҡалаһының "Белем үҙәге" 10-сы мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлиә Ҡорбанова, йәш педагогтарҙан Өфө ҡалаһының 86-сы гимназияһы математика уҡытыусыһы Мария Шершова абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ булдырған "Йөрәгемде балаларға бирәм" В. Сухомлинский исемендәге миҙал Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбе башланғыс синыфтары уҡытыусыһы Светлана Кокряцкаяға, Инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Айһылыу Сирбаеваға тапшырылды. Ә педагогтарҙың Рәсәй кимәлендәге бәйгеһендә Башҡортостан намыҫын яҡлау хоҡуғын Өфө ҡалаһының 95-се лицейы биология һәм химия уҡытыусыһы Федан Ғафаров яуланы. "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнашам. Конкурс һәр кем өсөн үҙенсә әһәмиәтле, сөнки ҡатнашыусылар бында баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплай. Бынан тыш, республика ярышына йыйылған иң яҡшы педагогтар менән артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итеү мөмкинлеге артабанғы һөнәри үҫешкә яңы ишектәр аса", - ти Федан Фаяс улы. Ул 9 йыл балаларға белем бирә һәм конкурс барышында коллегаларына проект эшмәкәрлегенә ҡағылышлы оҫталыҡ дәресе күрһәткән.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы лауреаттарының береһе, Дәүләкән районы лицей-интернаты уҡытыусыһы Гөлшат Әхмәтова менән дә тәжрибә уртаҡлашыу тураһында әңгәмәләштек. "2013 йылда республика кимәлендәге конкурста ҡатнашып, финалға үткән 12 кеше араһында "Иң яҡшы дәрес" номинацияһына өлгәшкәйнем. Быйылғы конкурс уҡытыусылар бер урында ғына тапанып тормауын күрһәтте, ете йыл эсендә улар яңы инновацион технологияларҙы яҡшы үҙләштергән. Ул ваҡытта компьютер төймәһенә ҡурҡып ҡына баҫып торһалар, бөгөн сәмләнеп бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланалар, хатта жюри ағзаларына еңеүсене һайлауы ла ауыр булғандыр. Мин оҫталыҡ дәресемде "Компьютер технологияларын ҡулланып, дәрестә балаларҙың телгә һәм әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу" темаһына бағышланым һәм коллегаларыма "Votum" системаһын ҡулланып эшләүем тураһында, эшебеҙҙә файҙалы башҡа программалар хаҡында һөйләнем. Мәҫәлән, бөгөн барыһына ла билдәле: балаларҙың китап уҡырға ҡыҙыҡһыныуы юҡ. Шуға күрә уларҙың уҡыу тиҙлеге бик насар, күптәренең ижади фекерләү кимәле, тасуири һөйләү оҫталығы түбән. Был йәһәттән "Audacity" программаһын ҡулланып, дәрестә балаларҙың тауыштарын яҙҙырып, үҙҙәренә тыңлатам. Улар ҡайһы саҡта, ҡалай дөрөҫ һөйләшмәйем, ауыр уҡыйым икән, тип аптырап та ҡала. Өйгә эш итеп телмәрҙәрен камиллаштырырға, тауыштарын яҙҙырып күнекмәләр эшләргә биреп ҡайтарам. Бына шулай, хәҙерге ваҡытта дәрестәр 40 минутҡа ҡалды тип зарланырға түгел, эшмәкәрлегебеҙҙе яҡшыртырға, әүҙем булырға тейешбеҙ", - тине Гөлшат Йәдкәр ҡыҙы.
Йомғаҡлау тантанаһында уҡытыусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров тәбрикләне һәм был һөнәри конкурстарҙың ябай түгеллеген, улар белем, тәрбиә биреү өлкәһендәге эште юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреүгә ярҙам итеүен, бының менән йәмғиәтебеҙҙе алға этәрер көс биреүен билдәләп үтте.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән халҡыбыҙҙың тапҡыр һүҙе педагогтар эшенә иң яҡшы баһалама бирәлер. Улар илдең киләсәген формалаштырыусы, кешелекле һәм белемле йәмғиәттең нигеҙен тотоп тороусыларҙың береһе. Ә Башҡортостан уҡытыусыларының был йәһәттән күрһәтерлек эше, ғорурланырлыҡ уңыштары ла күп һәм беҙ барыбыҙ ҙа был хаҡта беләбеҙ. Ә үрҙә телгә алынған конкурстар уларҙы йәмғиәткә танытырға, лайыҡлы баһаларға форсат биреүе менән әһәмиәтле.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 491

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru