«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨЛӘ - ШАЙМОРАТОВ ҺӘЙКӘЛЕ
+  - 


V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу, территорияны тулыһынса төҙөкләндереү инициативаһы менән сығыш яһағайны. Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында территорияны реконструкциялау проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Унда 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, шул иҫәптән 35-е сығыш яһаны.

Проектҡа ярашлы, майҙан уртаһында генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ, уның алдында утлы-музыкалы "ҡоро" (асыҡ бассейны булмаған) фонтан урынлашасаҡ. Проект буйынса ул шулай күҙаллана: майҙан өҫтө ҡатламы, бағаналар тулыһынса алмаштырыласаҡ, ағастар ҡырҡылып, улар урынына йорт фасадтарын ҡапламаған яңылары ултыртыласаҡ. Шулай уҡ 1-се музыка мәктәбе, БДПУ бинаһы янында һәм һәйкәлдең ике яғынан скверҙар булдырыласаҡ. Совет майҙанының йәйәүлеләр зонаһы боллардтар - юлдарҙы автоматик рәүештә ябыу ҡулайламалары менән сикләнәсәк. Төрлө саралар үткәргәндә улар ер менән тигеҙ булып ятасаҡ. Машиналар эргә-тирә кварталдарҙағы майҙандарға күсереләсәк, йәғни улар өсөн шунда парковка буласаҡ. Реконструкцияның беренсе этабын һәм һәйкәл ҡуйыуҙы быйыл тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Был маҡсатта төбәк бюджетынан 500 миллион һум аҡса бүленә. Башҡа эштәр икенсе йылға ҡалдырыла.
Йәмәғәт тыңлауҙарында сығыш яһаусыларҙың барыһы ла проекттың ҡала өсөн кәрәклеген, үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә унда ҡуйыласаҡ һәйкәлдең мөһим роль уйнаясағын билдәләй. Шулай уҡ Өфө ҡала хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығына килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселегендә - 232 - проект хуплана, 12-һендә генә ҡаршы фекер белдерелә. Йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусылар ҙа проект өсөн тауыш бирҙе. Ғөмүмән, был хаҡта төрлө даирә вәкилдәре нимә уйлай икән? Әйҙәгеҙ, уларҙың да фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: Бөгөн беҙ һәр кеше уңайлылыҡта йәшәһен өсөн шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Беренсе сиратта, ул таҙа подъездар һәм төҙөкләндерелгән ихаталар, скверҙар, парктар. Был йәһәттән Совет майҙанын реконструкциялау - ошо йүнәлештәге эшмәкәрлектең береһе булып тора. Шайморатов һәйкәле, фонтан, скверҙар быға тиклем бында үткән киң күләмле сараларға ҡамасауламаясаҡ, уларҙы икенсе урынға күсермәйбеҙ, мәҫәлән, сығарылыш уҡыусыларҙың "Яҙғы бал"ы барыбер ошонда үтәсәк. Халыҡты борсоған парковка мәсьәләһенә килгәндә, хәҙерге мегаполистарҙа күптән күп кимәлле роботлаштырылған паркингтар системаһы ҡулланыла. Беҙгә лә бындай механизмдар индерергә ваҡыт. Цюрупа урамында 500 машина һыйҙырышлы парковка эшләнәсәк.

Илүзә ҒӘЙНУЛЛИНА, 112-се Башҡорт кавдивизияһы музейының элекке мөдире:Һис шикһеҙ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ символы булған Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү - ул беҙҙең изге бурыс. Баш ҡаланың Совет майҙаны - ул тарихи урын, 1942 йылдың 22 мартында ошо урындан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары халыҡтан наказ алып фронтҡа оҙатыла. Миңлеғәли Шайморатов БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе Рәхим Ибраһимов ҡулынан Ҡыҙыл Байраҡты ҡабул итеп алып, "ҡаныбыҙҙың һуңғы тамсыһына тиклем көрәшербеҙ, Еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ", тигән һүҙҙәрҙе әйтә. Үҙе әйләнеп ҡайта алмаһа ла, уның дивизияһы яу яланында батырлыҡтар күрһәтеп, Башҡортостанын ғына түгел, бөтә Совет Армияһын данға күмә.
Миңә дивизияның хәрби юлы буйлап күп йөрөргә тура килде. Һәр ерҙә уның исемен белмәгән кеше юҡ. Дивизияның беренсе һуғышҡа ингән Липецк өлкәһендәге Тербуны районында, Ростов өлкәһендәге Белая Калитва ҡалаһында, Волгоград өлкәһендәге ҡаты бәрелештәр булған ауылдар аша үтергә тура килде. Башҡорт дивизияһы, уның легендар командиры Шайморатовты белмәгәндәр юҡ унда. Ә Луганск тураһында әйтеп тораһы ла түгел: һәр мәктәп музейында ошо беҙҙең дивизияға арналған экспозициялар бар һәм экскурсияларҙы унда тик балалар алып бара. Шайморатовтың биографияһын яттан беләләр. Миңлеғәли Шайморатов ерләнгән Петровск ҡалаһында Шайморатов майҙаны бар. Бөтөн саралар ошо майҙанда уҙғарыла. Шайморатовтың ҡәбере йыл әйләнәһенә сәскәнән өҙөлмәй. Шулай уҡ унда 2009 йылда Башҡорт атлылары скверын булдырҙыҡ, унда Башҡортостандан алып барып ағастар ултырттыҡ, һәйкәл ҡуйҙыҡ. Мәктәп уның исемен йөрөтә. Унда Шайморатов, дивизия яугирҙары тураһында Башҡортостан балаларына ҡарағанда күберәк беләләр. Республикала хәрби-патриотик темаға күп саралар уҙғарырға тура килә, балалар "Шайморатов-генерал" йырын йырлап йөрөй, уның тураһында һораһаң, тулы ғына яуап бирә алмайҙар, өҙөк-йыртыҡ ҡына беләләр. Йәш быуынды хәрби патриотик рухта тәрбиәләү, илдең киләсәге имен, халҡыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн тарихты белеү кәрәк. Уны дөрөҫ итеп киләсәк быуынға еткереү зарур. Ҡала уртаһында, ошо Совет майҙанында һәйкәл булдырыу, сквер эшләү - бик изге эш тип уйлайым һәм уны бик хуп күрәм. Киләсәктә төрлө райондарҙан хәрби хеҙмәткә китеүсе егеттәрҙе ошо майҙандан Шайморатов "үҙе" оҙатып ҡалһа - был айырым бер тантана, хәрби бурысҡа, хәрби антыңа тоғролоҡ сағылышы булыр ине.

Таңсулпан БИКҠУЖИНА, Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе: Мин Өфөнө бик ныҡ яратам, шунда тыуҙым, үҫтем, уҡыным, аңлы ғүмеремдең ҙур өлөшөн шунда үткәрҙем. Шуға күрә, ҡалала булған һәр үҙгәреште күңелем аша үткәрәм, улар ҡалаға, унда йәшәгән халыҡҡа зыян итмәҫме, тип борсолам. Ҡаланың үҙәк өлөшөн, уның инфраструктураһын үҙгәртеп ҡора башлаһалар, иң элек ошо уй башҡа килә. Ә инде 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал Шайморатовҡа, ниһайәт, һәйкәл ҡуйыласағы ҡыуандыра. Быны күптән тормошҡа ашырырға кәрәк ине, сөнки бөгөн генералдың иҫтәлеге бары тик уның тыуған Ҡырмыҫҡалы районында ғына мәңгеләштерелгән.
Совет майҙанын рекострукциялау макетын, яңы һәйкәл урынын күрҙем. Бер яҡтан, барыһы ла логик йәһәттән уйланылған һәм бөтә нәмә үҙ урынында буласаҡ - ҡаланың тарихи үҙәге, тирә-яҡта министрлыҡтарҙың матур мөһабәт биналары - совет архитектураһы өлгөләре һәм тарихи 3-сө гимназия... Шулай уҡ фонтан ҡуйыу ҙа планлаштырыла. Һис һүҙһеҙ, проект шәп һәм кәрәкле, әммә, тәү сиратта, ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың уңайлылығы тураһында уйларға кәрәк. Министрлыҡтарға бик йыш башҡа төбәктәрҙән вәкилдәр килә, беҙҙең ҡунаҡсыллыҡ улар күңелендә ҡаланың матур йөҙө менән генә түгел, уңайлылығы менән дә оҙаҡ һаҡланырға тейеш.

Земфира ХӘБИРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.20 | Ҡаралған: 514

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru