«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!
+  - 

XX быуат башындағы милли башҡорт хәрәкәтендә, автономия өсөн көрәштә үҫәргәндәр араһынан да исемдәре бар Башҡортостан ерендә танылыу тапҡан күренекле шәхестәр ҡатнаша. Ә.-З. Вәлидиҙең көрәштәше Аллабирҙе Йәғәфәров (1886-1922) I мосолман съезынан аҙаҡ (1917 йылдың майында) башҡорт халҡының мәркәз шураһы бюроһы составына һайлана. Йонос Бикбов (1883-1943) Башҡорт хөкүмәтенең беренсе рәйесе, һуңынан Башревком ағзаһы була. Мөхәмәтхан (Мстислав ) Ҡулаев (1873-1959) 1919 йылдың башында Башҡорт хөкүмәте рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә, Башкурдистан тип исемләнгән милли ерле мөхтәриәтте (автономия) таныу хаҡында Үҙәк Совет власы менән һөйләшеүҙәрҙә республика делегацияһы етәксеһе була. Әхмәҙулла Биишев (1896-1937) башҡорт ғәскәрен, милицияһын һәм контрразведкаһын ойоштороусыларҙың береһе булып таныла. Усман Ҡыуатов (1897-1957) Башҡорт Шураһы, Башревком ағзаһы була, ер эштәре наркомы вазифаһын башҡарһа, уның бер туған энеһе Ғүмәр Ҡыуатов һаулыҡ һаҡлау наркомы була. Харис Туймаҡаев батша армияһында поручик званиеһында хеҙмәт итә, 1918 йылдың йәйендә Силәбелә формалашҡан 1-се башҡорт пехота полкы командиры була, һуңынан Башҡорт корпусының штабс-капитаны званиеһында Башҡорт Хәрби Советының доброволецтар отрядтары бүлегендә эшләй.
Сөләймән Мырҙабулатов (1890-1931) БашЧК рәйесе була, һуңынан Бөрйән-Түңгәүер олоҫонда башланған халыҡ восстаниеһын (1920 йылда) етәкләй.
Совет власы йылдарында һәм унан һуңғы осорҙа үҫәргән ырыуы башҡорттары араһынан Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда киң танылыу тапҡан бик күп шәхестәр үҫеп сыҡты. Заманында БАССР Юғары Советы Президиумы рәйестәре булған Рәхим Ибраһимовтың һәм Фәйзулла Солтановтың, беренсе башҡорт совет яҙысыларынан булған Булат Ишемғолдоң, яҙыусы, мәғариф наркомы Ғөбәй Дәүләтшиндың, Советтар Союзы Геройы Ҡотлоәхмәт Хәйбуллиндың, билдәле башҡорт геологы Басир менән журналист Дәүләткирәй Мәһәҙиевтарҙың, халыҡ шағиры Марат Кәримовтың, талантлы халыҡ йырсылары Сөләймән Абдуллиндың, Иншар Солтанбаевтың, драматург Азат Абдуллиндың, шағир Хәсән Назаровтың, мәғрифәтсе, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның, балерина, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатованың, йырсы Мәғфирә Ғәлиеваның, физика-математика фәндәре докторы, профессор Роберт Яҡшыбаевтың, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовтың, республикабыҙҙың халыҡ хужалығында, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә дан ҡаҙанған меңәрләгән үҫәргән башҡорттарының исемдәре халыҡ хөрмәтенә лайыҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 10-13-сө һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.20 | Ҡаралған: 659

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru