«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИПТАРҘЫ ХӨРМӘТЛӘЙЕК!
+  - 

Бөгөнгө бәлә менән хеҙмәте буйынса иң беренсе кемдәр йөҙмә-йөҙ осраша? Эйе, табиптар. Италия халҡы табиптары алдында баш эйерлек, гимн йырларлыҡ булды. Ә беҙ? Ҡасан уларҙың беҙҙе һаҡлау, һауыҡтырыу өсөн ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын аңларлыҡ булырбыҙ? Меңәрләп ҡырыла башлағас ҡынамы?

Йәш кенә педиатр ҡыҙ пациенттарын эҙләп, адрестан-адресҡа саба. Бының сәбәбе - сит илдә булып ҡайтҡан, ауырыуҙар янында йөрөгән балаларын ата-әсәләре табипҡа алып килеп тикшертеүҙе һаман кисектерә икән. Улар, күрәһең, балаға сир йоҡмағандыр тип уйлай. Йәки үҙаллы һауыҡтырырына ышана. Ундай кешеләрҙең ҡайһылары табипҡа ишек асмай. Педиатр көс структураһы хеҙмәткәрҙәрен эйәртеп йөрөргә һәм... ауырыу менән бәйләнештә булған балалар йәшәгән йорттарҙың ишектәрен емертеп астырырға мәжбүр. Ул ауырыуы асыҡланғанмы, юҡмы икәнде лә белмәйенсә, пациентты тикшерергә, беренсе осмотрҙарҙы үткәрергә бурыслы. Терапевтар ҙа шул уҡ эште башҡара. Тикшерелергә килгән ауырыуҙы беренсе булып ҡабул итеп, диагноз иҫбатланғанға тиклем хәүеф эсендә һаман да поста була... Табиптар ҙа тимерҙән түгел, ауырыуҙарҙың беренсе тулҡынын ҡабул иткән педиатрҙар һәм терапевтар үҙҙәре лә тикшерелеүгә, профилактикаға һәм дауаланыуға ябыласаҡ. Аҡ халатлылар ҡурҡыныс аҫтында булыуын белгәндә лә, һөнәренә тоғро ҡалып, һаман да ҡабул итеүҙәр алып бара. Был батырлыҡ түгелме ни?
Һуңғы йылдарҙа табип һөнәренә үтә лә ихтирамһыҙлыҡ сәскә атты йәмғиәттә. Халыҡ врачтарҙы хеҙмәтләндереүсе итеп кенә ҡабул итә башланы. Нисек итеп табип хеҙмәтләндереүсе генә булһын инде? Ул кеше сәләмәтлеген ҡайғыртыусы белгес, күп осраҡта хатта ғүмерен ҡотҡарып ҡалыусы ла. Ә бит үҙебеҙ саҡ ҡына берәй нәмә булһа, поликлиникаға, дауаханаға йүгерәбеҙ. Табиптың күҙенә мөлдөрәп ҡарап ярҙам көтәбеҙ. Үҙебеҙҙең һаулыҡты ҡайғырта белмәйбеҙ, сәләмәт тормош алып бармайбыҙ, ваҡытында тикшерелмәйбеҙ, хатта тейешле медосмотрҙы ла ҡуйҙырып ҡына алып сығырға теләйбеҙ, ә бер нәмә булһа - табип ғәйепле. Эсәбеҙ, тартабыҙ, күп ашайбыҙ, аҙ ҡыбырлайбыҙ, ярамаған ризыҡты ҡулланабыҙ һәм шул уҡ ваҡытта врачтарҙан нимәләрҙер талап итәбеҙ. Әлбиттә, икенсе осраҡтар ҙа була, тик башлыса беҙ үҙебеҙ яһаған, һатып алған, шул хәлгә еткергән ауырыуҙарҙы һаулыҡ һаҡсыларына япһарабыҙ...
Вирус бәләһе бер айҙа ғына бөтмәйәсәк әле. Бәлки, оҙаҡҡа ла һуҙылыр, белеп булмай. Беренсе тулҡынды ҡабул иткән дауалау бүлеге табиптарын кардиолог, офтальмолог, уролог кеүек тар йүнәлеш докторҙары алмаштырасаҡ. Унан был посҡа медсестралар ҙа баҫмаҫ тимә... Ҡурҡытыу итеп ҡабул итмәгеҙ, әммә аҡ халатлыларҙың ниндәй осраҡта ла халыҡты ҡабул итәсәген һәм дауалаясағын онотмағыҙ. Бөгөн дауаханаларҙа, лазареттарҙа, өйҙәргә йөрөп тишереүселәр араһында медицина училищеһы һәм университеты студенттары ла бихисап. Күптәре волонтер булып китте. Улар ҙа кемдәрҙеңдер ғәзиз балалары, уларҙың да йәшәгеһе килә, әммә улар иң беренсе урынға үҙҙәренең һөнәри яуаплылығын ҡуйған һәм хеҙмәттәрен намыҫ менән башҡара. Әлеге көндәрҙә табиптар фронттың алғы һыҙығындағы һалдаттар һымаҡ уҡ. Быларҙы аңлайыҡ, күрәйек һәм баһалай беләйек. Һаулыҡ хәүеф аҫтында булғанда беҙгә иң кәрәкле һәм ҡиммәтле кешеләр - улар врачтар, медицина хеҙмәткәрҙәре.
Ошо көндәрҙәге хәлдәрҙе күҙәтә барып, төрлө ябырылыуҙар менән килешмәйенсә, табиптарҙы яҡлап һүҙ әйтмәйенсә булдыра алманым...

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.20 | Ҡаралған: 495

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru