«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПТЕ ҺАҒЫНАЛАР...
+  - 


Уҡыусыларҙың дистанцион белем алыу системаһына күсеүенә лә ике аҙна үтте. Бөтөн донъя яйлап интернет селтәренә күсеп бара, тип һөйләһәк тә, үҙебеҙ шуның менән күҙмә-күҙ осрашмай тороп, уның нимә икәнен елкәбеҙҙә татығас, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа тәүҙә бер аҙ шаңҡып ҡалған кеүек булғайны. Бер ни тиклем адаптациянан һуң, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ниндәй фекерҙә икән, әйҙәгеҙ, һүҙҙе уларға бирәйек.

Зөбәржәт ҒАТАУЛЛИНА, Өфө ҡалаһы, уҡытыусы:
Бөгөн тормошобоҙҙо ситтән тороп эшләүҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, сөнки теләйбеҙме-юҡмы, әммә хеҙмәткәрҙәр ҙә, етәкселәр ҙә шундай хәлдә тороп ҡалдыҡ. Ойошмалар өсөн ситтән тороп эшләү улай уҡ артыҡ нервы көсөргәнешен талап итмәһә, уҡытыусылар, бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн был ысын мәғәнәһендә шок булды, улар һандал һәм сүкеш араһында ҡалды. Өсөнсө көнгә дәрестәр бер аҙ нормаға инде. Етәкселәр бер аҙ тынысланды, уҡытыусылар тәүге шокты үткәрҙе, иң ҙур проблема булған Elschool (мәктәп көндәлеге һәм электрон журнал) бөгөн бер ҡытыршылыҡһыҙ эшләй. Ата-әсәләр ҙә ситтән тороп белем алыуҙы шулай тейеш кеүек ҡабул итте. Ә балалар дистанцион уҡыуға бер проблемаһыҙ, бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, тыныс ҡына инеп китте. Дөрөҫөн әйткәндә, улар шул смартфондары эсендә йәшәйҙәр ине лә инде. Әммә бәләкәстәр мәктәпте, беҙҙең ҡосаҡлашыуҙарҙы һағына. Ата-әсәләргә түҙемлек кенә теләргә ҡала. Үҙегеҙҙе балағыҙҙың уҡытыусыһы итеп тойоғоҙ, ниһайәт, тәрбиә, белем биреүҙәге күҙ уңынан төшөп ҡалған мәлдәргә иғтибар йүнәлтегеҙ, тип әйтке килә уларға. Ҡайһы берҙә яҡшы белем һәм яҡшы баһалар ғаиләләге хәлдәргә, ғаиләләге мөхиткә бәйле. Бик йыш үҙебеҙҙең феминизмыбыҙ менән үҙебеҙҙе күтәреп, ғаилә абруйын, атайҙар абруйын онотоп китәбеҙ. Хәҙер ана шул хатаны төҙәтеү ваҡыты. Ауыр заманда, һынау осоронда йәшәһәк тә, ситтән тороп белем биреү һәм белем алыу, бер аҙ ҡыйынлыҡтар булһа ла, иң яҡшы вариант. Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!

Гөлназ СӘЛИХОВА, Күгәрсен районы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Башта балалар каникулда ял иткәндә, беҙ, уҡытыусылар, ситтән тороп нисек эшләргә өйрәндек, вебинарҙар тыңланыҡ, районда ла республика күләмендә лә онлайн асыҡ дәрестәр күрһәтеп ҡараныҡ. Беренсе көн бигерәк ауыр булды. Дәрестәрҙең күбеһе zoom аша үткәрелә. Унан тыш, ватсап, "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәре аша ла эшләйбеҙ. Бер үк ваҡытта өйҙә ултырған бөтә кеше ватсапҡа һәм "Бәйләнештә" селтәренә ингәс, интернеттың көсө етмәй, этә-төртә тигәндәй тәүге көндө үткәрҙек. Унан ата-әсәләргә, ауыл халҡына, төшкә тиклем, балалар уҡығанда, интернетҡа инмәй тороғоҙ, тип әйтелде.
Артабан балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә өйрәнеп киттек. Хәҙер икенсе аҙна бара. Ундай уҡ проблемалар юҡ. Ата-әсәләр ҙә өйрәнде. Тәүҙә улар ҙа күп һорауҙар бирҙеләр. Уҡытыусының эше кәмемәне, өҫтәлде генә. Хәҙер бит 7-се дәрестәр ҙә бар. Уларҙы уҡытып бөтәһең дә кискә тиклем һәр береһенән килгән эштәрҙе тикшерәһең, һәр береһенә яуап яҙаһың. Аудиояҙмаларын тыңлайһың, видеоларын ҡарайһың. Ана шул көнө буйы гаджетҡа бәйле булыу ауыр.
Уҡыусыларға килгәндә инде, тырыштары, әүҙемдәре дистанцион уҡытыуҙа ла әүҙем. Онлайн дәрестәр ваҡытында хатта, кем алдараҡ яуап бирә, эште ебәрә, тип ярышалар. Мәктәптә арттараҡ ултырғандар бында ла йәшенеп ҡалырға тырыша. Әммә класс етәкселәре тарафынан контроль көслө. Предмет уҡытыусылары һәр дәрес һайын отчет бирә, кем булды, кем ҡатнашты йә ҡатнашмаған. Шунда уҡ ата-әсәләре менән бәйләнешкә инеп, бындай хәлдәрҙең сәбәбе асыҡлана, интернеты эшләмәһә, телефондан шылтыратып булһа ла эштәр бирелә. Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалмай.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ярҙамсы төркөмдәр күп. Бигерәк тә Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен күп һала. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ла күп материалдар менән тәьмин итә. Унан тыш "Бәйләнештә" лә, ватсапта ла төрлө төркөмдәр булдырылған. Википедиянан, башҡа уҡытыусыларҙың сайттарынан да мәғлүмәттәр алабыҙ. Яңғыҙ түгелбеҙ.

Римма АҠМАНОВА, Сибай ҡалаһы, күп балалы әсә: Өлкәнебеҙ һәм уртансыбыҙ ҡаланың Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 11-се һәм 3-сө синыфта уҡый. Бәләкәйебеҙ "Ҡурай" балалар баҡсаһына йөрөй ине. Хәҙер өсөһө лә өйҙә шөғөлләнә. Балалар баҡсаһы ла дистанцион белем биреүгә күсте, унан да өйгә эш бирелә. Шиғыр ятлайбыҙ, биремдәр эшләйбеҙ. Конкурстарға ла әҙерләнәбеҙ. Өйҙә нимә менән шөғөлләнә икәнен фотоға, видеоға төшөрөп һалабыҙ. Мәктәптә дистанцион уҡытыу ойошҡан ғына башланып китте. Интернет көслө заманда уҡытыусыларыбыҙ ҙа балаларҙы каникул, карантин мәлендә төрлө эштәр ебәреп алдан өйрәткәйне. Шуға артыҡ ауырлығы һиҙелмәне. Әлбиттә, төрлө етешһеҙлектәр килеп сыҡты: йә видео ваҡытында асылып өлгөрмәй, йә смс-хат оҙаҡ килде, йә порталға инеү ваҡытты алды. Ата-әсәләр менән дә, уҡыусылар менән дә уҡытыусыларҙың әүҙем аңлашып эшләүе был проблемаларҙы бөтөрҙө. Әлегә ситтән тороп уҡыу балаларға ҡыҙыҡ. Тик барыбер мәктәпте һағыналар.
Ҡайһы ваҡыт телефондан ата-әсәләрҙең әрләшеп яҙҙырған тауышлы хәбәрҙәрен һалалар. Бындай хәлдәр ҡала мәктәптәрендә йәки ҙур ҡалаларҙа ғыналыр ул, тип уйлайым. Сөнки беҙҙә, мәҫәлән, ата-әсәләр тыныс, хатта аңлап ҡарай. Синыф етәксеһенең йылдар дауамында тырышып, аңлашып эшләүе һөҙөмтәһелер был. Икенсе яҡтан, башҡорт мәктәптәрендә һәм башҡорт синыфтарында тәртип ныҡ яҡшы, тигәндәрен гел ишетергә тура килә ине, хатта рустар балаларын шуның өсөн генә башҡорт класына бирергә тырыша, тиҙәр ине. Бәлки, ысынлап та шулайҙыр. Балаларым тик башҡорттар йыйылған, башҡорт мөхитле белем усағында уҡый. Һәм был минең өсөн оло ғорурлыҡ.

Альбина НАЗАРОВА, Өфө ҡалаһының З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы башланғыс синыф уҡытыусыһы: Быйыл мин 4-се класты уҡытам, барлығы 28 бала. Хәҙер ҡулайлашып киләбеҙ инде: ике дәресте генә онлайн итеп, ҡалғандарынан электрон кейстар ебәрәм. Был осраҡта бөтә ауырлыҡ уҡытыусыға төшә инде, онлайн дәрес итеп үткәреүгә ныҡлы ышанып булмай, ҡапыл ғына бәйләнеш өҙөлөү ихтималлығын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Шуға бер үк дәрес темаһы буйынса онлайн үткәреү өсөн дә, ул килеп сыҡмаһа, электрон кейстар ҙа ебәрергә әҙерләнәм. Бөтәһе лә былай әүҙем генә дәрестәргә ҡушыла, береһе лә ситтә тороп ҡалмай. Бының өсөн баштан уҡ ҡағиҙә яҙып алдыҡ, теүәл шуны үтәйбеҙ тип һөйләштек. Был йәһәттән атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы ҙур, эшебеҙҙе аңлап ҡабул итәләр. Көн һайын бөтәһенә үк өлгөрөп етмәһәм дә, ҡайһы берҙәренең ата-әсәләренән шылтыратып дәрес һәм өйгә эштең үтәлеше, бала нисек ҡабул итеүе, эште уңайлаштырыу өсөн нимәгә иғтибар итеү тураһында һорашам.
Шуныһы ҡыҙыҡ, быға тиклем дә төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарында киләсәктә балаларға уҡытыусы кәрәк булмаясаҡ, улар заман технологияларын ҡулланып, үҙҙәре белем аласаҡ, йәки цифрлы технология педагогтарҙы алмаштырасаҡ, тигәнерәк фекерҙәр осрап ҡуя торғайны. Әле бер аҙна белем алыу осоронда, киреһенсә, тере аралашыуға бер нәмә лә етмәүен тойҙоҡ. Класта дәрес ваҡытында кем нисек эшләүен, аңлау-аңламауын күреп тиҙ генә ярҙам итеп ебәреү, уҡыусының иғтибарын тик дәрескә генә йүнәлтеү йәһәтенән беҙҙең күнегелгән эш ысулы отошло барыбер.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
14 апрелдә Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова ҡатнашлығында мәктәп уҡыусыларына дистанцион белем биреүҙең тәүге аҙнаһына йомғаҡ яһауға һәм балалар баҡсалары нисек эшләүенә арналған брифинг уҙғарылды. Елена Хаффазова әйтеүенсә, әлеге көндә баш ҡалала дистанцион уҡытыу буйынса эштәр көйлө бара, уҡыуҙың тәүге ике аҙнаһында уҡыусыларға "икеле" билдәһен ҡуймаҫҡа кәңәш ителгән. Атай-әсәйҙәр һорауына ярашлы, даими рәүештә психологик ярҙам күрһәтеү эшенә иғтибар бүленәсәк, был маҡсатта "Вся Уфа" телеканалы педагог-психолог ҡатнашлығында тапшырыуҙар әҙерләй. Күп һорауҙар экстернат, йәғни уҡыу йылын алдан тамамлау тураһында бирелгән, ләкин баш ҡала мәғарифы белгестәре быны кәңәш итмәүен белдерҙе. Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған тағы бер һорау - туҡланыу өсөн түләнгән аҡса мәсьәләһе. Дистанцион уҡытыу ҡасанға тиклем һуҙылыуы аныҡ билдәле булғас, туҡланыуға түләнгән аҡсаның бала мәктәпкә йөрөмәгән осорҙағыһын оператор кире ҡайтарасаҡ. Бының өсөн ата-әсәләргә ғариза яҙырға кәрәк була.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.20 | Ҡаралған: 513

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru